Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тарихыбыҙ биттәре
24 Август 2021, 09:30

Колхоз-ара күсмә механизацияланған колонна

Мәсетле районында эшләп килгән ойошма һәм предприятиелар тураһында мәҡәләләр серияһын дауам итеп, бөгөн һөйләйһе һүҙебеҙ төҙөлөш ойошмаһы хаҡында булыр.

Колхоз-ара күсмә механизацияланған колонна
Колхоз-ара күсмә механизацияланған колонна

Владимир Топычканов,
предприятиеның 1993 – 2005 йылдарҙағы етәксеһе:
– Директор итеп тәғәйенләгәс, Түбәнге Бобин ауылында мәктәп төҙөү минең өсөн иң ҙур төҙөлөш объекты булды. Шулай уҡ үҙәк район дауаханаһы (2006 йылда төҙөлөш тамамланды), Яңы Мишәр мәктәбе (2001 йылда тапшырҙыҡ), Мәсетле ата-әсәләре менән балалар өсөн шифаханаһының бөтә хужалыҡ ҡаралтылары биналары комплексын (норматив ваҡыттан бер йыл да ете айға иртәрәк төҙөп тапшырҙыҡ) төҙөүҙә ҡатнаштым.
1995 йылда Әжекәй мәктәбе бинаһын төҙөнөк. Уҡыу йортон тантаналы асыу сараһында Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов ҡатнашты, уның менән бергә мәктәп территорияһында ағастар ултырттыҡ.
Ошо уҡ йылдарҙа Салауат районы Малаяҙ ауылында һалым хеҙмәте бинаһы, Һөләймән мәктәбе, Көршәле һәм Тайыш ауылдарында торлаҡ йорттар һалынды.
Оло Ыҡтамаҡ ауылының Ленин урамындағы күп фатирлы торлаҡ йорт төҙөү өсөн ике миллион һум кредит алдыҡ. Был ҙур төҙөлөш объекты 1998 йылда файҙаланыуға тапшырылды.
Бер нисә предприятиены берләштергәндән һуң, кирбес һәм тимер-бетон заводтарының хеҙмәткәрҙәре алдында эш хаҡы, электр энергияһы буйынса бурыстары ҙур булыуы асыҡланды. Аҙаҡтан был бурыстар ҡапланды.
Предприятиеның штатында хеҙмәткәрҙәр һаны 370 кешегә етә торған ине. 2005 йылда 279 кеше эшләне.

* * *

Районда төҙөлөш-монтаж эштәрен башҡарыусы подрядсы ойошма 1963 йылдың 5 ноябрендә барлыҡҡа килә.
1982 йылда ул колхоз-ара күсмә механизацияланған колонна (МПМК) итеп үҙгәртелә. 11 колхоз, ике совхоз, тәжрибә хужалығы һәм “Мәсетле” мал һимертеү совхозы МПМК-ның пайсылары була. 1986 йылдың апрель айында колоннаға 1964-1965 йылдарҙа өс районда, аҙаҡтан Мәсетле һәм Балаҡатай райондарында төҙөлөш эштәре алып барған “Башсельстрой” берекмәһенең ПМК-243 бүлеге ҡушыла.
Автомобилдәр өсөн гараж, механик оҫтахана, пилорама, ағас эшкәртеү цехы, автокран һәм тракторҙар өсөн гараж, төҙөлөш материалдары келәте, тимерлек булған төп төҙөлөш базаһы Оло Ыҡтамаҡ ауылында урынлаша. Шулай уҡ хужалыҡта биш мең кубометр күләмле иретмәләр әҙерләү үҙәге, 25 йөк машинаһы, өс автобус, ике еңел машина, дүрт автокран, ике бульдозер, дүрт трактор иҫәптә тора. Колоннаның 50 кешегә иҫәпләнгән ике ятағы була.
1995 йылда МПМК башҡарған эш күләме 7,3 миллиард һум тәшкил итә. Аҙаҡтан төҙөлөш объекттарын финанслау ҡапыл кәметелә.
МПМК ойошмаһы төҙөлөш эштәренән башҡа урындағы ихтыяждар өсөн бут ташы, ҡом, ҡырсынташ кеүек материалдар етештерә, пиломатериалдар һәм төҙөлөш материалдары әҙерләй, урман киҫә һәм сығара.
1999 йылда колхоз-ара күсмә механизацияланған колонна, күп маҡсатлы коммуналь төҙөлөш машинаһы (МКСМ) һәм кирбес заводы “Мәсетле производство-төҙөлөш берекмәһе” дәүләт унитар предприятиеһы (ГУП МПСО) итеп берләштерелә. 2005 йылда уның базаһында “Төҙөүсе” дәүләт унитар юл предприятиеһы ойошторола һәм уның эше 2007 йылға тиклем дауам итә.
Төрлө йылдарҙа В. А. Танеев (1963 –1972), Н. С. Чебыкин (1972 – 1980), P. M. Хужин (1981 – 1982), Ф. Г. Ғәйнанов (1982 – 1988), А. А. Ахунйәнов (1989 – 1990), P. P. Саҙрыев (1991 – 1992), В. А. Топычканов (1993 – 2005), Р. Р. Саяров (2005 – 2007) пред-приятие менән етәкселек итә.

Колхоз-ара күсмә механизацияланған колонна
Колхоз-ара күсмә механизацияланған колонна
Колхоз-ара күсмә механизацияланған колонна
Колхоз-ара күсмә механизацияланған колонна
Колхоз-ара күсмә механизацияланған колонна
Колхоз-ара күсмә механизацияланған колонна
Автор:Наркес Халиуллина