Мәсетле тормошо
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тарихыбыҙ биттәре
20 Июль 2021, 12:00

Үргәуыл шишмәһе

Ҡайһы бер Туҡбай халҡы һөйләүенсә, элек ауыл тирәһендә бик күп шишмәләр сығып ятҡан. Уларҙың күбеһе ҡороған.

Үргәуыл шишмәһе
Үргәуыл шишмәһе
Үргәуыл шишмәһе
Үргәуыл шишмәһе
Үргәуыл шишмәһе

Ә бына Үргәуыл шишмәһе бөгөн дә үҙенең саф, тәмле, шифалы һыуы менән ауыл халҡын ҡыуандыра. Шишмәнең атамаһы ике һүҙ ҡушылыу юлы менән барлыҡҡа килгән: “үрге” һәм “ауыл”.
1960 йылдарға тиклем шишмә башында ошондай уҡ исемле ауыл булған, тиҙәр. Һәр ауылға ут үткәргәндә, Үргәуыл ситтә тороп ҡалған. Һөҙөмтәлә халыҡ һәр өйҙә Ильич уттары янған Туҡбай-ға күсеп ултыра башлаған. Ваҡыт үтеү менән ауыл бөтөнләй юҡҡа сыҡҡан.
Бөгөн шишмә – Туҡбай ауылы халҡының иң яратҡан урыны. Уның һыуы һалҡын һәм йомшаҡ.

Автор:Наркес Халиуллина