+14 °С
Болотло
Уҙған быуат уртаһында йылғала урындағы электр станцияһы төҙөлгән. Ул Туҡбай халҡын электр уты менән тәьмин иткән. Шунда уҡ быуа булған, унда бер нисә тиҫтә йыл ауыл халҡын он менән ҡыуандырған тирмән торған. Хәҙер улар юҡ, әммә халыҡ был урынды бөгөн дә Тирмән быуаһы тип йөрөтә.
Йылға ауылды икегә бүлеп аға, уны аҫылмалы күпер тоташтыра. Йылға буйы ҡаҙ, өйрәк ҡараусы хужабикәләр өсөн бик ҡулай урын. Бындағы тәбиғәт хозурлығын фото һәм видео аша тапшырыу мөмкин түгел, уны үҙ күҙҙәрең менән күрергә кәрәк.
Урындағы һөйләштә Туҡбай ауылын йыш ҡына йылға исеме менән –Кәшкиәк тип йөрөтәләр.