Мәсетле тормошо
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тарихыбыҙ биттәре
20 Июль 2021, 10:00

Ауылдың бөгөнгөһө

Туҡбайҙың бөгөнгөһө менән беҙҙе клуб мөдире һәм китапханасы Дамира Фәхрисламова таныштырҙы. Ул үҙе Нуриман районынан, был яҡтарға 33 йыл элек килен булып төшә.

Ауылдың бөгөнгөһө
Ауылдың бөгөнгөһө

Бында 55 йортта 209 кеше йәшәй. Ауылда башланғыс мәктәп, балалар баҡсаһы, ауыл клубы, китапхана, ФАП, мәсет һәм магазин бар. Ауыл халҡы көсө менән Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә стела ҡуйылған.
Туҡбайҙа китапхана 1990 йылда асылған. Тәүге көнөнән алып унда Дамира Мусағит ҡыҙы эшләй.
– Тәүге китаптарҙы райондың башҡа китапханаларынан йыйҙым. Аҙаҡтан үҙәктән яңы китаптар бирә башланылар. Китаптарҙы ҡапсығы менән ташый торғайныҡ. Техника булмаһа, елкәгә һалып алып ҡайтҡан саҡтар ҙа булды, – тип хәтерләй ул. – Элек китап уҡыусылар бигерәк күп булды. Хәҙер ҙә бөтөнләй уҡымайҙар тип әйтә алмайым. Бер уҡып өйрәнгән кеше ғүмере буйы уҡый тигән һығымта яһаным. Беҙҙең ауылда Зәйнәб Биишева, Һәҙиә Дәүләтшина һәм Ғайса Хөсәйеновтарҙың китаптарын ҡабатлап уҡырға яраталар.
Дамира Фәхрисламова яңы китапты ҡулға алыу менән тәүҙә үҙе уҡып сыға. Шуға ла ауылдаштарына әҙәбиәт һайлағанда ярҙам итә, кәңәштәр бирә, ҡыҫҡаса әҫәрҙең йөкмәткеһе менән дә таныштыра.
2009 йылдан ул китапханасы эше менән бер рәттән клуб мөдире вазифаһын да алып бара.
– Беҙҙә клуб колхоз тарафынан төҙөлдө. Ул саҡта рәйес Мәғәсүм Биков ине. Халыҡ бындай төҙөлөшкә бик ҡыуанды, сөнки ауылда быға тиклем шундай ҙур бина юҡ ине. Уны асыу тантанаһында күренекле йырсылар Нәзифә Ҡадирова, Вәхит Хызыров ҡатнашты. Быйыл декабрҙә беҙҙең клуб 30 йыллығын билдәләй. Шуныһы ҡыуаныслы, мәҙәниәт усағы урындағы башланғыстарға ярҙам программаһының һайлап алыу турын үтте. Бөтә талаптар үтәлгән осраҡта, быйыл уға ремонт эшләнәсәк, – тип уртаҡлаша ҡыуаныстары менән мәҙәниәт хеҙмәткәре.
Үҙ эшенең оҫтаһы булған белгес йыл әйләнәһенә бик күп саралар уҙғара, кешеләр күңелен рухи яҡтан байытыу өсөн ҙур көс һала. Мәҫәлән, егеттәрҙе армияға оҙатыу байрамы ауылда изге йолаға әүерелгән.
Дамира Фәхрисламова ҡул эше оҫталары конкурстарында, күргәҙмәләрҙә әүҙем ҡатнаша. Ул Төбәк-ара башҡорт милли костюмдары фестиваль-конкурсының “Таҡыя” номинацияһында Гран-при яулай. Үҙенең оҫталығын йәштәргә тапшыра. Бының өсөн тамбурлы сигеү буйынса “Ҡомалаҡ” түңәрәген ойошторған.
Ҡарашынан изгелек бөркөлгән, бар булмышынан яҡтылыҡ, нур сәселгән был мөләйем ҡатынға һоҡланмау мөмкин түгел. Матур, изге күңелле Дамира Мусағит ҡыҙын ауылдаштары хөрмәт, ихтирам итә. Ул эшендә генә түгел, тормошонда ла уңған, маһир, бөтмөр ҡатын-ҡыҙ, һөйөклө ҡатын, биш ҡыҙына һәм ете ейән-ейәнсәренә яратҡан әсәй-өләсәй.

 

Һүрәттә: Дамира Фәхрисламова ауылдың шәжәрәһен төҙөгән. Был эштә уға Хисаметдин Фәхретдинов ҙур ярҙам күрһәткән.

 

Күркәм ихата – ауыл йәме.

 

Йәштәрҙең ауылда төпләнеүе оло ҡыуаныс. Яңыраҡ Айгөл һәм Айнур Ширяздановтар өй туйлаған. Улар дүрт бала тәрбиәләй.

Ауылдың бөгөнгөһө
Ауылдың бөгөнгөһө
Ауылдың бөгөнгөһө
Ауылдың бөгөнгөһө
Автор:Айгуль  Шарапова