Бөтә яңылыҡтар
Тарихыбыҙ биттәре
19 Июль 2021, 15:00

Тарих төпкөлөнән

Ауыл ҡарттары һөйләүенсә, ҡасандыр Ҡаранай ауылынан ете ғаилә был яҡтарға күсеп ултырған. Башта яңы ауылды Үрге Ҡаранай тип атағандар, аҙаҡтан ауылға нигеҙ һалыусыларҙың береһенең исеме менән – Туҡбай тип йөрөтә башлағандар.

Тарих төпкөлөнән
Тарих төпкөлөнән
Тарих төпкөлөнән
Тарих төпкөлөнән
Тарих төпкөлөнән
Тарих төпкөлөнән

Туҡбай Байрамов исеме беренсе тапҡыр 1778 йылғы документтарҙа телгә алына. Ул унда 200 терке ағасы биреү шарты менән байҙан аҡса алған тип теркәлгән. Шулай уҡ 1816 йылғы рәүиз мәғлүмәттәрендә Үрге Ҡаранай ауылынан 76 йәшлек Туҡбай Байрамов иҫкә алына. Шунда уҡ уның1762 йылғы улы Уразай һәм бер йәшлек Әбделғәзиз ейәне, 1795 йылғы улдары Ғәҙелша һәм бер йәшлек улы Зөлҡәрнәй менән ҡустыһы Тойгилде Байрамов теркәлгән (мәғлүмәт тарихсы Әнүәр Әсфәндийәровтың “Башҡортостан ауылдары тарихы” китабынан алынды).
1834 йылда Туҡбай ауылында 12 йортта 140 кеше йәшәгән, 1859 йылда – 200 кеше. 1920 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса ауылда 102 йорт иҫәпләнгән. Уларҙа 556 кеше йәшәгән.
Халыҡ нигеҙҙә ер эшкәрткән, малсылыҡ менән шөғөлләнгән. 1842 йылда 51 сирек ужым ашлығы, 245 сирек яҙғы культуралар, биш сирек картуф сәселгән. Өс елгәргес бул-ған.
Артабанғы йылдарҙа ауылдағы тормош башҡаларҙан әллә ни айырылмай. Халыҡ бөтә ил менән бергә граждандар һуғышын үткәрә, колхоздар ойоштора, ир-егеттәрҙе 1941 йылғы һуғышҡа оҙата, фронтҡа аҙыҡ-түлек һәм кейем-һалым ебәреү өсөн көнө-төнө эшләй, Бөйөк Еңеүҙе ҡаршылай, емерелгән хужалыҡтарҙы тергеҙә һәм биш йыллыҡтарҙа хеҙмәт батырлыҡтары күрһәтә.

Автор:Айгуль  Шарапова