Мәсетле тормошо
+20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тарихыбыҙ биттәре
7 Июнь 2021, 17:00

Көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү комбинаты

Мәсетле районында 19 быуатта уңышлы эшләп килгән предприятие һәм ойошмалар тураһында яҙыуыбыҙҙы дауам итәбеҙ. Был юлы хәбәребеҙ район халҡына көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү комбинаты хаҡында булыр.

Көнкүреш хеҙмәте предприятиеһы ауыл халҡына тауар етештереү һәм хеҙмәтләндереү эше менән шөғөлләнә. Ул 1930 йылда Оло Ыҡтамаҡ ауылында “Кустпром” итеп ойошторола, Кәсептәр кооперативы союзы һәм уның Башҡортостан һөнәрселек сәнәғәте союзы берекмәләренә буйһона. Ул ваҡытта цехта биш кеше эшләй, ҡулланышта бер ат була.
1932 йылда комбинаттың эше киңәйтелә: ағас эшкәртеү һәм мискә яһау цехы асыла. 1933 йылда Оло Аҡа ауылында төймә етештереү цехы булдырыла, һуңынан ул Оло Ыҡтамаҡ ауылына күсерелә, ә 1936 йылда фото, көршәк, көрәк әҙерләү, маляр цехтары эш башлай. Әләгәҙ һәм Оло Аҡа ауылдарында уның филиалдары барлыҡҡа килә.
1946 йылда “Большевик” һәм “Кустпром” артелдәре “Яңы юл” артеле менән берләштерелә. Ике йылдан уның эше “Аҙыҡ-түлек сәнәғәте” артеленә тапшырыла. 1960 йылда ул Мәсетле көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү комбинаты (КБО) итеп үҙгәртелә.
1970 йылда район үҙәгендә көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү комбинаты бинаһы төҙөлә, ҡабул итеү пункты, тегеү, аяҡ-кейем ремонтлау, радиотелеаппаратура, сәғәт һәм ҡатмарлы көнкүреш техникаһын йүнәтеү цехтары асыла, сәс киҫеү, фотоға төшөрөү, химик таҙартыу хеҙмәте эшләй. Район ауылдары буйлап заказдар ҡабул итеп, хеҙмәтләндереү эше ойошторола.
1990 йылдарҙа комбинатта үҙгәртеп ҡороу һөҙөмтәһендә сәс киҫеү, сәғәт, аяҡ кейеме, радиотелеаппаратура, ҡатмарлы көнкүреш техникаһын ремонтлау һәм тегеү цехтары шәхси предприятиеға әйләнә.
Галина Ковина, 2003-2008 йылдарҙа КБО-ның башҡарма директоры:
– Мин 1983 йылда КБО-ның тегеү цехында инженер-технолог булып эш башланым. Һуңынан цех етәксеһе итеп тәғәйенләнеләр. Комбинаттың һуңғы йылдарында конкурс идарасыһының баш-ҡарма директоры булдым.
Комбинаттың күп йылдар эшләү осоронда Федор Топычканов, Рифат Әсбапов, Рәйес Ғилманов, Риза Исрафилов, Әмирйән Сәлимов уның етәксеһе булдылар – был мин иҫләгәндәр генә.
Иң тәүге КБО бинаһы Беренсе май урамында урын- лашҡан ине. Унда тегеү, төймә әҙерләү, быйма баҫыу цехы эшләне. Төймәләр эшләү өсөн йылға буйында ҡабырсаҡ йыйҙыҡ.
Ваҡыт үтеү менән хеҙмәтләндереү эше киңәйҙе, ауылдарҙа пункттар барлыҡҡа килде. Комбинатта эшләү өсөн бөтә республиканан яңы ғына училище тамамлаған ҡыҙҙар килде. Етәкселек үҙенең хеҙмәткәрҙәре тураһында хәстәрлек күрҙе, уларҙы йорттарға йәшәргә индерҙе.
Цех етәксеһе булып эшләгәндә, минең ҡул аҫтымда, шул иҫәптән Кесе Ыҡтамаҡ, Әләгәҙ, Яңы Мөслим һәм Теләш ауылдарында 87 кеше эшләне.
Нимә генә беҙ текмәнек – ябай түшәк кәрәк-ярағынан алып тун һәм пальтоға тиклем. Күп ауылдаштар беҙҙең цех теккән әйберҙәрҙе иҫкә алып, рәхмәт әйтә. Араларында әле лә һаҡлап ҡуллан-ғандар бар. Тегеү буйынса Мәсетле цехы Төньяҡ-Көнсығышта күрһәтелгән хеҙмәт күләме буйынса иң яҡшыһы булды.
2003 йылда штатты ҡыҫҡарта башланылар, ҡай-һы бер бүлектәрҙе шәхси ҡулдарға тапшырҙылар. Аяҡ кейеме, сәғәт, ауыр көнкүреш техникаһы һәм телевизорҙар ремонтлау цехы комбинат бөтөнләй ябылғанға тиклем эшләне. Гараж һәм подвалды һаттылар, уның аҡсаһына хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡы түләнде. 2008 йылда КБО хеҙмәтләндереү эшен туҡтатты.
Лидия Искорцева, 1968-2003 йылдарҙа КБО парикмахеры:
– Мин эшләгән осорҙа парикмахер хеҙмәттәре күрһәтеү бүлегендә ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр залы булды, шулай уҡ Яңы Мөслим, Әләгәҙ ауылдарында хеҙмәтләндерҙеләр. Эш гафигы күсмә булды, киске 10-ға тиклем эшләнек. Халыҡ сәс киҫтерер өсөн иртәнге сәғәт 5-тән сират ала ине.
Ул йылдарҙа КБО-ның бүлектәре һәм цехтары, шулай уҡ ҡабул итеү пункттары күп булды. Штатта 182 профсоюз ағзаһы иҫәптә торҙо. Бөтәһе лә бергә татыу эшләнек һәм ял иттек. Беҙҙең йыр һәм бейеү төркөмө иң яҡшы үҙешмәкәр коллективтарҙың береһе булды.
Был минең хеҙмәт итеү осоронда булған иң яҡты хәтирәләрем.
Тегеү цехы коллективы, 1995 йыл.
Парикмахерҙар Лидия Искорцева (һулда) һәм Людмила Ковина.