Бөтә яңылыҡтар

Ауылдаштарына тоғро хеҙмәт итә

Борғатъя ауылында беҙҙе Ләлә Нафиҡова ҡаршы алды. Ул киң күңелле, һәләтле ойоштороусы, тормошта оптимист кеше. Үҙ эшенә тоғро ҡалыу, ылыҡтыра белеү һәләтенә эйә булыуы менән ауылдаштары һәм коллегалары хөрмәтен яулаған.

Ләлә Әбүлнәғим ҡыҙы 30 йыл ғүмерен китапхана эшенә бағышлаған. Ул – китапхана эше теорияһы һәм практикаһын яҡшы белгән, үҙ эшен оҫта башҡарған һәләтле, ижади белгес. Эш урынын йәмләп, китапхананы ысын мәҙәниәт усағы, халыҡҡа аралашыу урынына әйләндергән. Эшмәкәрлегендә тирә-яҡты өйрәнеүгә ҙур иғтибар бүлә, әйтәйек, уның тырышлығы менән тыуған яҡты
өйрәнеү буйынса бай материал тупланған – альбомдар, ауыл тарихы, билдәле шәхестәре, йола һәм ғөрөф-ғәҙәттәре тураһында тематик папкалар йыйған. Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусыларҙың шәжәрәһен төҙөү буйынса уның эше республика конкурсында иң яҡшыһы тип табылды һәм Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының Рәхмәт хаты менән билдәләнде. “Дәүләт көсө – халыҡтар берҙәмлегендә” район шәжәрәләр конкурсында “Быуындар бәйләнеше милли традицияларын һаҡлаған, ғаилә һәм ғаилә-туғанлыҡ бәйләнештәрен нығытҡан өсөн” номинацияһында еңеп, Почет грамотаһына, “Минең шәжәрәм – Ватан тарихында” район конкурсы дипломына лайыҡ булған. “Ҡорама йәйғор” район күргәҙмә-конкурсының “Оригиналь художестволы ҡараш” номинацияһында еңеүсе исеменә лайыҡ булған, “Мәсетле оҫтаханаһы” III төбәк-ара конкурсының “Эрләү” номинацияһында – икенсе урын, “Минең ауылым тарихы” район китапханалары араһында уҙған конкурста һәм “Мин йәшәгән республика” район фотоконкурсының “Иң яҡшы панорама һүрәте” номинацияһында өсөнсө урындар яуланы. 2008 йылдан ауыл клубының мәҙәни сараларын ойоштороу эшен дә алып бара.
Ләлә Нафиҡова йәмәғәт эшмәкәрлеге менән дә шөғөлләнә: ауыл ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе, тирә-яҡты төҙөкләндереү буйынса өмәләрҙе ойоштороуҙа әүҙем ҡатнаша. Райондың ижтимағи-сәйәси тормошонда эшмәкәрлеге өсөн күп һанлы наградалар менән билдәләнгән.