Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Һәр кемдең үҙ яҙмышы

Ҡайһы ваҡыт бәләкәй генә ауылдарҙа нәҫеле бөтөнләй уйламаған яҡтарға барып тоташҡан кешеләрҙе осратырға мөмкин. Фәниә Байрамғолова нәҫеле хаҡында беҙ осраҡлы белдек.

Фәниә апай 1937 йылда тыуған. Әммә уның еңел атлап йөрөүенә, теремек, ҡыҙыҡһыныусан күҙҙәренә һәм етеҙ хәбәр һөйләүенә ҡарап, һис кенә лә 84 йәш бирмәҫһең. Инәй-ҙең өйө ауыл ситендә матур ерҙә урынлашҡан: юл аша кедр ағастары үҫә, яҡында ғына йылға аға, ә тау битендә таштарҙан “Йәминкүл” тип уйһыулыҡтың исеме яҙылған. Ул, әйтер-һең дә, ошо ерҙән көс алып йәшәй.
Фәниә Байрамғолованың хеҙмәт юлы 14 йәштә башлана. Ул ваҡытта ауылда “Үрнәк” колхозы ойошторола. Иртә яҙҙан көҙгә тиклем ауылдың башҡа балалары менән баҫыу эштәрендә ҡатнаша, 16 йәштән уны сусҡа фермаһына тәғәйенләйҙәр.
– Бөтә ғүмерем буйы фермала эшләнем, – тип һөйләй апай. – Ошо ваҡыт эсендә бер нисә председатель, шулай уҡ ферма мөдире алмашынды. Мин Ғәфүр Нафиҡов, Ғибәт Ғатауллин, Фазлетдин Ғафаров, Рауфан Ғәләүетдинов, Рзай Ғәләүетдинов һәм башҡалар башланғысында эшләнем.
Етәкселәр уның хеҙмәтен юғары баһалай. “Фәниә апай сменаға килһә, фермала – тәртип!”, – тип әйтә торған булғандар. Шулай уҡ уға умартасылыҡта ла эшләргә тура килә. Ул ваҡытта “Мәсәғүт” совхозына 120-140 литр бал тапшыралар. 1973 йылда баш умартасы Рафаил Мөбәрәкшин юғары күрһәткестәргә өлгәшеп, Мәскәү ҡалаһындағы ВДНХ-ла үҙенең хужалы-ғы тураһында сығыш яһай. Ул ваҡытта “Мәсәғүт” совхозы директоры булып Борис Ярушин эшләй.
Фәниә апай әле лә яҡшы хәтере менән хайран ҡалдыра.
– Ул ваҡытта беҙҙең хужалыҡтың сәскә атҡан мәле ине, ял ваҡытында хеҙмәткәрҙәр ижади һәләттәрен үҫтерҙе, – тип хәтерләй ул. – Минең ҡайным Исмәғил Байрамғолов һәм уның улы Рафаил скрипкала, Ризван Ғатауллин, Рәил Абдуллин һәм Сәрүәр Сафиев гармунда оҫта уйнаны.
Ә үҙе, моңло тауышлы Фәниә Фәттәх ҡыҙы, ағаһы Арбин менән йырлай.
Апайҙың тормош иптәше Рәфҡәт ат ҡараусы булып эшләй. Байрамғоловтар алты балаға ғүмер бирә, улар, әсәләренә оҡшап, йыр-моңға һәләтле булып үҫә – гармунда уйнарға өйрәнәләр. Хәҙер Вилдан исемле улдары әсәһе янында ауылда йәшәй. Ул оҙаҡ йылдар ауыл клубы мөдире булып эшләгән. Уҙған йылда “Уйна, Мәсетле гармуны!” район конкурсында икенсе урын яулаған.
Әңгәмә барышында Фәниә Фәттәх ҡыҙы үҙендә немец ҡаны ла булыуын әйтеп ҡуйҙы. Беҙ бындай мәғлүмәтте иғтибарһыҙ ҡалдыра алманыҡ, әлбиттә.
Атаһы Фәттәх Нафиҡов 1914 йылда хеҙмәткә алына һәм Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша. Газлы һөжүм ваҡытында ул иҫен юғалтып әсиргә алына. Берлин ҡалаһы янындағы тот-ҡондар торған лагерға урындағы ферма хужалары эшселәр һорап килә. Шулай итеп ул фермала эшләй башлай, хужаның эшселәргә аҙыҡ ташыған Фрида исемле ҡыҙы менән таныша. Йәштәр араһында хистәр уянып, көслө мөхәббәткә әйләнә, башҡорт егете тороп ҡалырға ниәтләй һәм ҡыҙҙың ҡулын һорай.
Уларҙың Зет һәм Глет исемле улдары тыуа. Әммә Фәттәхтең күңеле көндән-көн тыуған яғына нығыраҡ тартыла һәм был турала ҡайныһына әйтә. Ҡатындың атаһы кейәүенең хистәрен аңлай, тыуған яғына ҡайтырға кәңәш итә, әммә ҡатынына белдермәҫкә ҡуша. Ҡатыны һәм балалары төндә ныҡлап йоҡлаған ваҡытта ул юлға сыға. Фрида иртән торғас, иренең юҡлығын күреп, балаларын ала ла артынан юллана. Белоруссия һәм Рәсәй сигендә ирен ҡыуып тота.
Юл еңел бирелмәй. Һыуыҡ һәм аслыҡ, бер туҡтау-һыҙ бер йә икенсе вагонға күсеп ултырыуҙы балалар күтәрә алмай. 1925 йылда улар икеһе генә Борғатъя ауылына ҡайтып төшә. Ауылдаштары уларҙы ҙур булмаған өйгә урынлаштыра, һәр кем хәленән килгәнсә ярҙам итә – кейем-һалым, һауыт-һаба, ризыҡтары менән бүлешә.
Хеҙмәт яратҡан, аралашыусан йәштәр ауыл тормошона тиҙ ылығып китә. Ауылға ҡайтҡас, уларҙың биш балаһы тыуа, Фәниә апай – шуларҙың иң кесеһе.
Бер нисә йылдан Фәттәх Нафиҡовты ферма мөдире итеп тәғәйенләйҙәр. 1941 йылда фермала янғын сыға. Был хәлдә мөдирҙе ғәйепләйҙәр һәм 10 йылға ултыртып ҡуялар. Ошо ваҡыттан алып уның артабанғы яҙмышы, нимә бул-ғаны, ҡайҙа ерләнгәне тураһында ҡатыны ла, балалары ла бер нәмә белмәй.
Ҡатыны Фрида Германияла ҡалған туғандарын эҙләп таба, хат алыша, әммә тыуған яғына ҡайтырға насип булмай. 1985 йылда ул, яҡты донъяларҙы ҡалдырып, баҡыйлыҡҡа күсә.