Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Оло тарихлы бәләкәй ауыл: Борғатъя

Беҙҙең районда хозур тәбиғәтле ауылдар күп. Әммә Борғатъя ауылы матурлығы үҙенсәлекле. Бөтмәҫ ҡалын урман, аҫтында ҙур булмаған Мәләкәҫ йылғаһы ағып ятҡан бейек тауҙар. Ауыл халҡы ғына түгел, бөтә район һәм унан ситтә йәшәгән кешеләр ҙә Олокүлдең саф һыулы шишмәһенә һоҡлана, уның шифалы һыуынан ауыҙ итә. Был ерҙәр – рәссам, умартасылар һәм һунарсыларҙың яратҡан урыны.

Ҡайҙан башланғыс алған?
Легенда буйынса, ауылға нигеҙ һалыусы Һәйти олатай иҫәпләнә. Ул йәш кенә көйөнсә, ҡырғыҙ ҡыҙы Сәхибә инәй менән Яйыҡ буйынан атҡа атланып, Мәләкәҫ йылғаһына ҡойған шишмә буйына, Борғатъя шишмәһенең һул яҡ ярындағы тау битендәге аҡланға, йорт нигеҙләй. Хәҙер ул урамды халыҡ “Тау яҡ” тип йөрөтә, рәсми рәүештә – Салауат Юлаев урамы.
Халыҡ әкренләп уның эргәһенә күсеп килеп, өйҙәр төҙөй.
Ҡорбан бабай һөйләүенсә, икенсе булып Мәҡсүт тигән кеше килеп урынлаша, уның улдарының исеме “Ревизские сказки”ла теркәлгән. Өсөнсө булып Ҡолсоҡай аймағынан (тарихи шәхес Игберҙе бей улы) берәү килә, дүртенсе булып Ҡалмаҡ нәҫеле күсеп ултыра. Күсеп килеүселәрҙең исемдәре фамилия булып теркәлгән, яҡынса 1737-1740 йылдарҙа, баш-ҡорт ихтилалынан һуң килеп һыйынғандар булып сыға. Улар Төбәк, Аръяҡ, Тау яҡ урамдарын нигеҙләй. Ауылға күсеп килеүселәрҙең ишәйеүе ауыл халҡы артыуына сәбәпсе, әгәр 18 быуатта ауылда йөҙҙән ашыу кеше йәшәһә, 19 быуатта (1859 йылдарҙа) – 200-ҙән ашыу, ә 1917 йылдарҙа 634 кеше иҫәпләнгән.
Борғатъя менән Мәләкәҫ ауылы ерен сикләгән ҡул буйы “Һәйтиғул” исемен йөрөтә. Уның ҡатыны Сәхибә инәйгә бәйле һаҙ исеме “Сәхибәһаҙ” тип атала. 1990 йылдарға тиклем унда сабынлыҡ гөрләп тора, хәҙер ҡуйы урманға әйләнгән, йәйҙәрен унда күк еләк йыялар. Легенда буйынса, Сәхибә инәй аттарын эҙләп киткән. Ауылдан алты километр алыҫ һаҙлыҡта, кейеҙ ҡатаһы һаҙға батып төшөп ҡалғас, оран һалған ти: “Бер ғатам төшөп батты”, – тип. Шунан ауылға “Берғата” исеме йәбешкән, хәҙер ҡушамат булып ҡалған.
Тел белгестәре ауыл исемен бөркөт ояһына бәйләп аңлата.
Һәйти нәҫеле тамыры түбәндәгесә күрһәтелә: Һәйтиҙән Һөйөндөк тыуа, уның ике улы Сәфәрғәле, Ғозаир тыуа. Ғозаир исеме менән ҡул буйына исем бирелгән, ул ҡул буйынан, өй һалыр өсөн, юл эшләп ағас ташыған тип һөйләй бабайҙар. Уның бүләһе Биксолтан хөрмәтенә бер ҡулды “Биксолтанғул” тип исемләй-ҙәр, хәҙер ул фамилия булып, Солтанов тип ҡыҫҡартылып йөрөтөлә.
Һандар һәм факттар
Халыҡ һаны: теркәлгән – 196 кеше (2010 йылда – 249), йәшәй – 126 кеше.
Борғатъя ауылы район үҙәгенән 25 км алыҫлыҡта Әләгәҙ ауыл Советы биләмәһендә урынлаш-ҡан.
Ауыл китапханаһы, клуб, ма-газин, ФАП бар.