Мәсетле тормошо
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Бәхетен үҙ ерендә тапҡан

Күсмә редакция барышында беҙ ошо ерҙә тыуып үҫкән һәм ғүмер буйы тыуған еренә, тамырҙарына тоғро ҡалған ауылдың иң өлкән кешеләре менән осраштыҡ.

Зәбир Саҙиҡов 1939 йылда тыуған. Һуғышҡа китеп, унан әйләнеп ҡайтмаған атаһын ул бөтөнләй иҫләмәй. Аслыҡ, яланғаслыҡ – ил күргәнде ул да күрә. Дүрт класс тамамлай.
– Бишенсе класҡа Мәләкәҫ мәктәбенә уҡырға барҙым. Һыуыҡтар башланғас, аяҡ кейемем булмағанлыҡтан, уҡыуҙы ҡалдырырға тура килде, – тип хәтерләй ул.
Зәбир Закир улы бик иртә ауыр ауыл тормошон татый. Ололарға хужалыҡта ярҙам итә, баҫыуҙа утау эшендә ҡатнаша. 15 йәштән колхозда эшләй башлай.
Алма-Ата ҡалаһында Совет Армияһы сафында хеҙмәт иткән ваҡытта буласаҡ ҡатыны – Учалы ҡыҙы Мәрйәмде осрата. Йәш ғаилә егеттең тыуған төйәгендә төпләнә. Улар дүрт бала тәрбиәләп үҫтерә, лайыҡлы белем алырға ярҙам итә. Мәрйәм Талип ҡыҙы ауыҙ гармунында оҫта уйнай.
Зәбир Саҙиҡов оҙаҡ йылдар Мәсетле районы етештереү комбинаты бүлексәһендә эшләй. Хеҙмәт уңыштары өсөн СССР Юғары Советы Президиумы Указына ярашлы “Хеҙмәт батырлығы өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән.
– Ул ваҡытта коллективта 30-ҙан ашыу кеше эшләне. Бүлектә ике пилорама бар ине. Беҙ райондың төрлө ойошмаларын, шул иҫәптән колхоз һәм совхоздарҙы пиломатериалдар менән тәьмин иттек. Уларҙы хатта күрше өлкәнән килеп ала торған инеләр. Бер нисә йыл 600-ҙән ашыу һыйыр малы иҫәпләнгән ферма мөдире булып эшләнем. Ҡыҫҡаһы, ауылда тормош ҡайнап торҙо, – тип һөйләй хеҙмәт ветераны. – Малсылыҡтан тыш, ҡортсолоҡ үҫеште. Беҙҙең умартасылыҡ хужалығына билдәле башҡорт яҙыусыһы һәм шағиры
Мостай Кәрим килеүен яҡшы хәтерләйем. Борғатъя балының даны элек-электән тирә-яҡҡа ныҡ таралған. Элек Өкөтау битләүендә һәр ағаста тиерлек солоҡ була торған ине. Революциянан һуң, “ҙур аслыҡ” йылында, солоҡло ҡарағай ағастарын киҫеп бөтөрҙөләр. Ошо хәлдән һуң ауылдаштар түмәр умарта эшләй башланы. Ә инде рамлы умарталарға совет заманында күстеләр. Ауыл ситендә урмансылыҡ питомнигы булды. Мәктәп уҡыусылары йәй көнө уның тирә-яғын утар ине, яҙ көнө ағас ултыртыуҙа ҡатнаштылар. Эзбизташ яндырыу өсөн мейес эшләне. Бөгөн ауыр замандың эҙе лә ҡалманы. Өйҙәрҙә электр уты яна, газ үткән. Тик ауылда эш урындары юҡ тиерлек, башланғыс мәктәп ябылғас, хәл тағы ла ҡатмарлашты. Ауылда тырышып эшләгән йәш фельдшер Вилена Байрамғолова етәкселегендә медицина пункты булыуы ҡыуандыра.