– Миңә Мөнир Ахуновтың ҡыҙы мөрәжәғәт итте. Ул атаһының Кесе Ыҡтамаҡ балалар йортонда директор булып эшләүе, ләкин быны раҫлаусы бер ниндәй ҙә документтың булмауы тураһында һөйләне. Һуғыш йылдарында Оло Ыҡтамаҡтан тыш, башҡа ауылдарҙа ла балалар йорттарының асылыуы тураһында өлкәндәрҙән ишетеп белә инем. Мин музей-ҙа булған документтарҙы ҡараштыра башланым. Унда Кесе Ыҡтамаҡ балалар йорто директоры Мөнир Ахуновтың райондың социаль тәьминәт мөдире итеп күсерелеүе тураһында мәғлүмәт таптым. Артабан Башҡорт-остан Республикаһының Мәғариф министрлығына мөрәжәғәт иттем. Унда балалар йортоноң асылыуын раҫлаусы БАССР-ҙың Халыҡ мәғарифы комиссариатының 1944 йылдың 21 июлендәге 141/4 һанлы ҡарарын таптым. Унда “Во исполнение постановления Совнаркома БАССР и бюро О. К. ВКП (б) от 7 июня 1944 года за №542 в целях создания нормальных условий для жизни детей, оставшихся без родителей, приказываю: открыть детский дом в с. Малоусть-икинское Мечетлинского района на 200 человек школьного возраста”, тип яҙылған.
Мәғлүмәт һәм фотоларҙы йыйыуҙа Кесе Ыҡтамаҡтың һәм Оло Аҡаның китапханасылары Людмила Новоселова һәм Зөлфиә Рәхимова ҙур ярҙам күрһәтте.
Әлеге ваҡытта мәғлүмәт йыйыу дауам итә. Балалар йорто тураһында кем нимә белә, 2-01-43 телефоны буйынса мөрәжәғәт итеүҙәрен һорайым. Шулай уҡ материалдарҙы axkam
[email protected] электрон адресына ебәрергә мөмкин, – ти ул.
Нәзирә Фазылйән ҡыҙы киләсәктә районыбыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында эшләгән бөтә балалар йорттары тураһындағы мәғлүмәтте Мәсетле районының яңы энциклопедияһына индерергә уйлай.
Үҙәк моделле балалар китапханаһы уҡыу залының баш китапханасыһы Рубин Әхкәмов та Кесе Ыҡтамаҡ балалар йорто тураһында мәғлүмәт йыйыу эшен алып бара. Ул “Тыл эшсәндәре һәм һуғыш балалары” тигән проект әҙерләгән. Унда былай тиелә: “Тыл өсөн 1943-1944 йылдар иң ауыры була. Мал күпләп ҡырыла. Аслыҡ көсәйә. Кешеләр үлән, имән сәтләүеге, ҡабырсаҡ менән туҡлана, аслыҡтан күбенә башлай. Районда сабыртмалы тиф тарала. Күбеһе ҡар аҫтында ятҡан башаҡтарҙы ашап һәләк була. Ишәле ауылында ғына ошондай башаҡ ашап 1944 йылдың май айында ғына 37 кеше үлә.
Һуғыш күп балаларҙы ата-әсәһенән мәхрүм итә. Ҡарауһыҙ ҡалған балалар хәстәрләүгә мохтаж була. Шуға күрә 1944 йылда Кесе Ыҡтамаҡ ауылында мәктәпкә үҙгәртелгән элекке сиркәү бинаһында балалар йорто асыла.
Документтарға ярашлы, уның тәүге директоры Кәрәмәт Вәлшин була, завучы – Рәйсә Әхмәҙиева, уҡытыу-сы-тәрбиәселәре – Рәҡибә Рамазанова һәм Мәүлиҙә Кәлимуллина.
Беренсе айҙарҙа балалар йортона район балаларын урынлаштыралар. Аҙаҡтан Советтар Союзының башҡа төбәктәренән малай һәм ҡыҙҙарҙы ла килтерә башлайҙар. Улар көсһөҙ, төҫһөҙ, ябыҡ, тәндәре ҡутырлы була. Хәлһеҙлектән көскә атлап йөрөйҙәр. Балалар йортонда уларға әкренләп хәл инә башлай. Аҙаҡтан йыуынған, кейенгән, туҡ балалар йүгерә, уйнай, концерттарҙа һәм байрамдарҙа йырлай, бейей башлай. Офицерҙар өлгөһөндә шинель, гимнастерка, салбар-галифе, шапка кеүек кейем-һалым таратып бирәләр. Ошондай ҡатмарлы ваҡытта уларға ауыл халҡы хәлдәренән килгәнсә булғаны менән бүлешергә тырыша”.