Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тарихыбыҙ биттәре
13 Апрель 2020, 18:00

Әжекәй ауылының барлыҡҡа килеү тарихы

Әжекәйҙәр ауылға нигеҙ һалыусылар иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ менән һәйкәл ҡуйырға ниәтләнә (эскизы – һүрәттә). Был башланғыс менән Әфләтун Афризуновтың вариҫтары сығыш яһай.

Евгений Ихъяев Әжекәй ауылының барлыҡҡа килеү тарихын өйрәнә. Уның тикшеренеүҙәре гәзит уҡыусыларыбыҙға ҡыҙыҡлы булыр, тип уйлайбыҙ.
“Әфләтундың вариҫтары – Әфләтуновтар, Сәләховтар, Солтановтар, Ихъяевтар ырыуҙары вәкилдәре. Шулай уҡ Мөхәмәтйәровтар, Нуриевтар (Яңы Мөслим ауылынан), Хәкимовтар беҙҙең нәҫелгә ҡарай. Үҙебеҙҙең шәжәрә менән ҡыҙыҡһынғанда, ата-бабаларыбыҙҙың Әжекәй ауылына нигеҙ һалыусылар булыуын асыҡланыҡ. Мәсетле районына бәйле фәнни нигеҙләнгән тарихи очерктарҙы, архив документтарын, ревизия мәғлүмәттәрен, монографияларҙы, легендаларҙы өйрәнгәндән һуң, Әжекәй ауылы барлыҡҡа килеүгә бәйле тапҡан бар мәғлүмәттәрҙе ошо тикшеренеүгә индерҙек.
Тарихсы Булат Дәүләтбаевтың “Оло Аҡа” исемле китабында Мәсетле районы тарихы, шул иҫәптән Әжекәй ауылына бәйле мәғлүмәттәр бирелгән. Заманыбыҙҙың күп тикшеренеүселәре ошо хеҙмәткә таяна. Хәҙер тыуған яҡтың тарихын өйрәнеүгә ҙур иғтибар бүленә. Элек билдәле бумаған тарихи факттар асыҡлана.
“Оло Аҡа” китабында Әжекәй ауылының Ҡошсо башҡорт ырыуы аҫаба ерҙәрендә нигеҙләнеүе күрһәтелгән. Һөйләүҙәр буйынса улар Әдигәй улдары тарафынан нигеҙләнгән. Китаптың 13-сө битендә былай тип яҙылған: “Запись содержит интересные сведения не только о предках окинцев, но и местных башкирах. По имени Кызылбая сына Урсегана называется в настоящее время д. Кызылбаево, по имени отца другого родогого начальника Шункера (Шоңҡар – буквально “сокол”) Атикеева (Идегая, Эдигея) – д. Азикеево ...” (текст төп нөсхәһендә рус телендә бирелә). Ошонан сығып, Шоңҡар Әтикәйев – ул Шоңҡар Әжекәйев (Идегеев, Әдигәйев) икәнлеге аңлашыла.
1692 йылда Ҡыҙылбай Үрсегәнов һәм Шоңҡар Әтикәйев үҙҙәренең аҫаба ерҙәренә мишәрҙәрҙе индерә.12-се биттә был хаҡта килешеү бирелгән. Был килешеүҙән аңлашылыуынса, Ҡыҙылбай менән Шоңҡар Ҡошсо волосының Себер юлы Өфө өйәҙе баш-ҡорттары була.
Тәү тапҡыр Әжекәй рәсми 1714 йылда теркәлгән. 17-18 биттәрҙә былай тиелә: “Первопоселенцы приглашали и пускали к себе в деревню своих родственников и знакомых и без согласия башкир. Получив владенную память 1714 г., они рассредоточились в трех мес-тах по речке Ока: в Оке, Средней Оке и Малой Оке (Азикеево) … В Малой Оке башкиры, видимо, имели свое кочевье до появления мишарей…”
1692 йылғы килешеү һәм Әжекәй ауылының барлыҡҡа килеүе тураһында риүәйәт беҙҙең тикшеренеүҙә тулыраҡ бирелгән. Был мәғлүмәттәр Әжекәй ауылының Шоңҡар Әтикәйев (Әжекәйев) улдары тарафынан 17 быуат һуңында нигеҙләнеүен раҫларға мөмкинлек бирә. Бында шуны ла әйтеп үтеү урынлы булыр, риүәйәттәр юҡтан килеп сыҡмаған, улар быуындан-быуынға тапшырылып килгән. Әгәр риүәйәттәр архив мәғлүмәттәре, ваҡиғаларҙың ваҡыты һәм урыны менән тап килә икән, улар ҙа тарих фәнендә раҫлаусы көскә эйә.
Беҙ ауылға нигеҙ һалыусылар тураһында иҫтәлекте мәңгеләштерергә тәҡдим итеп, уның бар яуаплылығын тоябыҙ. Әгәр киләсәктә Шоңҡар Әжекәйевтың Ҡошсо ырыуынан аҫаба баш-ҡорт булмауы, мишәрҙәр кеүек ситтән килеүе тураһында факттар асыҡланһа, был, беҙҙеңсә, бер нәмәне лә үҙгәртмәй. Был йәһәттән бер факт бигерәк тә ышандырырлыҡ көскә эйә: башҡорт халҡы яҙма сығанаҡтарҙа 8 быуатта уҡ билдәле була, уның нигеҙен ете ырыу тәшкил итә. Урта быуат урталарында башҡорт халҡы составына үҙ тарихтарын белгән, үҙҙәрен башҡорттарҙың бер өлөшө тип йөрөткән 40-тан ашыу аймаҡ инә. Ҡошсо ырыуына килгәндә, улар Уралда 14 быуат һуңында нигеҙләнгән һәм үҙҙәрен башҡорт тип иҫәпләгән. Ҡошсоларҙың тамам формалашыуы, батшаның колониаль сәйәсәте менән бәйле, 17 быуат һуңына тамамлана. Был хаҡта архив документтары һәм фәнни тикшеренеүҙәр һөйләй. Шоңҡар Әжекәйевтың Ҡошсо ырыуынан аҫаба башҡорттар вәкиле булыуын раҫлай. Ул Ҡыҙылбай Үрсегәнов менән Ҡыҙылбайҙа Ҡошсо ырыуы аҫаба ерҙәрендә йәшәгән. Шоңҡарҙың килешеүҙә күрһәтелеүен иҫәпкә алғанда, нәҡ уның аймаҡ башы булыуы һәм Ҡыҙылбай ауылынан Ҡошсо аҫабалары исеменән рәсми кимәлдә ҡарар ҡабул итеү хоҡуғына эйә икәнлеге күренә (аҫаба ерҙәргә йәшәргә индерелгәндәрҙең ундай хоҡуҡтары булмаған). Бары 1714 йылда ғына ҡошсолар индергән ситтән килеүселәр – Оло Аҡа ауылына нигеҙ һалыусыларҙың вариҫтары был хоҡуҡтарын документ ярҙамында нығытҡан һәм үҙ ерҙәренә туғандарын, таныштарын индерә башлаған. Шул уҡ ваҡытта улар үҙҙәренең этник һәм социаль үҙенсәлеген үҙгәртмәгән. Документтарҙа улар үҙҙәрен аҫаба мишәрҙәр тип күрһәткән. Ошо дәлилдәрҙең булыуына ҡарамаҫтан, Әфләтуновтың вариҫтары араһында Әжекәй ауылына нигеҙ һалыусылар тураһында һорау бәхәсле ҡала. Берәүҙәре Шоңҡар. Әжекәйевты үҙҙәренең ата-бабалары тип иҫәпләмәй, икенселәр иҫбат иткән мәғлүмәттәрҙең аҙлығына һылталана. Мәҫәлән, быйыл 25 ғинуарҙа Әфләтуновтар ырыуы вәкиле Гөлнур Сәләхова “Әжекәй һәм әжекәйҙәр” төркөмөндә ҡошсолар тураһында архив документтарын баҫтырҙы. 2020 йылдың 15 һәм 16 мартында беҙҙең әжекәй-ҙәргә мөрәжәғәткә яуап итеп, ошо мәғлүмәткә таянды һәм Шоңҡар Әжекәйевтың Ҡошсо ырыуынан булмауы, баш-ҡорт түгеллеге тураһында фекерен белдерҙе.
Мемориаль таҡтаташ ҡуйыу тәҡдиме менән сыҡҡас, беҙ был һорауға яуап бирергә тейешбеҙ. 1917 йылғы халыҡ иҫәбен алыу, 1834,1859 йылдар-ҙағы ревизия мәғлүмәттәре нигеҙендә ырыу шәжәрәһе төҙөлгән. Беҙҙең бар ата-бабаларыбыҙ 1917 йылға тиклем Әжекәй ауылының аҫаба башҡорттары булараҡ яҙылған. Улар нигеҙендә аҫаба халыҡ булараҡ, беҙҙең ата-бабаларыбыҙ Әжекәй ауылының ерле халҡы – уға нигеҙ һалыусыларҙың вариҫтары, Ҡошсо ырыуы вәкилдәре булыу-ҙары күренә. Алдан әйтеп үтеүебеҙсә, Әжекәй ауылына Шоңҡар Әжекәйевтың улдары нигеҙ һалған. Тимәк, Шоңҡар – беҙҙең ырыуға нигеҙ һалыусы.
Әжекәй ауылында тыуып үҫкән һәр кемдең Шоңҡар нәҫеле булыуына ышанабыҙ.
Беҙ тыуған еребеҙҙең һәм ата-бабаларыбыҙҙың тарихына битараф түгел. Мөһабәт обелиск ауылға нигеҙ һалыусыларҙың данлы үткәне тураһында хәтерләтеп торасаҡ, йәш быуын аңында үҙ халҡы һәм ата-бабалары өсөн ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләйәсәк, уларҙың аң-ҡарашы, рухи һәм әхлаҡи ҡиммәттәре формалашыуға йоғонто яһаясаҡ. Үҙ тарихын белгән кешеләр айырыуса хөрмәткә лайыҡ. Хөрмәтле әжекәйҙәр! Һеҙҙең был эшкә ҡушылыуығыҙ тарихыбыҙға битараф булмауығыҙҙы күрһәтә”.