1929 йыл. Ауыл хужалығын коллективлаштырыу йылы. Бөтә ил буйынса колхоз-совхоздар төҙөлә. Ошо уҡ йылда беҙҙең яҡтарҙа үҙәге Яраҫтау ауылында булған гигант колхоз ойошторола. Хужалыҡ ҡарамағына Яраҫтауҙан Ҡорғат-ҡа тиклем һәм Абдулланан Әләгәҙгә тиклем меңәрләгән гектар ерҙәр тапшырыла, Әләгәҙ ауылының ҡайын сауҡалығы тирәһендә таҡтанан тәүге ике барак ҡалҡып сыға. Ләкин көҙгә гигант колхоз тарҡатыла. Беҙҙең район территорияһында өс совхоз булып китә: Мәсәғүт, Дыуан-Мәсетле, Яңы Мөслим. Үҙәге Йыланыш ауылында булған “Дыуан-Мәсетле” совхозы шунда уҡ яңынан ойошторолған Дыуан-Мәсетле МТС-ына тапшырыла. Яңы Мөслим – механизаторҙар әҙерләү мәктәбе ҡарамағына. Бары тик “Мәсәғүт” совхозы ғына артабан төҙөлөүен дауам итә. 1929 йылдың көҙөндә ба-ҫыуҙар һыҙыла, ә 1930 йылдың яҙында ерҙәр һөрөлә һәм етештереү-көнкүреш объекттары төҙөлә башлай. Совхоздың башта – биш, шунан туғыҙ бүлексәһе була. Хужалыҡҡа 83 мең га ер беркетелә. Иген культуралары беренсе тапҡыр 1931 йылда сәселә һәм йыйып алына. Улар-ҙың уңышы гектарынан – 4,6 ц, ә 1933 йылда 7,1 ц тәшкил итә.
Шул уҡ ваҡытта үҙәк усадьбала һәм дүрт бүлексәлә ҙур төҙөлөш йәйелдерелә. Төп төҙөлөш материалдары булып балсыҡ, һалам һәм һыу хеҙмәт итә. Фельдшер пункты, автогараж, ашхана, уҡыу өйө, башланғыс, шунан ете йыллыҡ мәктәп төҙөлә.
Совхоз ҡарамағында Америка техникаһы: “Катерпиллер” тракторҙары һәм “АМО” машиналары була.
Совхоздың тәүге директоры Дмитрий Иванович Николаевты, Мәскәүҙән килгән 25 меңенсене, дәртле һәм эште белгән урта йәштәрҙәге ир ине, тип хәтерләйҙәр. “Мәсәғүт” совхозына кешеләр ағыла: күрше ауылдарҙан, Дыуан һәм Ҡариҙел райондарынан киләләр. Кешеләрҙе төҙөлгән барактар-ға урынлаштыралар. Уларҙа санузел була һәм был – үткән быуаттың 30-сы йылдарында! Ҡайһы берҙәрендә әле һаман кешеләр йәшәй. Төҙөлөп бөткән үҙәк ремонт оҫтаханаһына сит илдән килтерелгән токарь станоктарын урынлаштыралар, уларҙа иң яҡшы токарҙарҙың береһе Александра Торопова эшләй. Үҙ сиратында ул үҫмер генә булған Анна Дьяконованы өйрәтеп, уныһы токарь булып 40 йылдан ашыу эшләй.
Коммунистар партияһы совхозды формалаштырыуҙа әүҙем ярҙам итә, бында иң яҡшы кадрҙарҙы ебәрә. Улар: агроном В. М. Пилипенко, баш инженер Г. К. Фильберт. Сәйәси бүлеккә (һуңыраҡ уларҙы партком тип атай башлайҙар) В. Мизинская етәкселек итә.
Партия ойошмаһы менән бер рәттән комсомол ячейкаһы эшләй. Комсомолдың беренсе секретары йәш егет Клименко була. “Мәсәғүт” совхозы тулы ҡанлы тормош менән йәшәй. Үҙ типографияларын асып, “Совхозный рабочий” гәзитен баҫтыралар, мөхәррире Сәфиуллин була. Үҙәк усадьбаның радиоузелы көн һайын тиерлек тыуған совхоздың, район һәм ил яңылыҡтарын тапшыра. Радиоузелға радистар Епифанов менән Шестаков мөдирлек итә. Участка дауаханаһы булмай, ләкин фельдшерлыҡ пунктын төҙөйҙәр (әлеге ваҡытта – кер йыуыу бүлеге). Фельдшер Герасимов уның мөдире була, үҙе үк пациенттарҙы ҡабул итә. Тиҙҙән табип Варвара Юрьевна Арун-Ғәзиева килә. Ул 1933 йылға тиклем эшләй. Ошо ваҡыт эсендә участка дауаханаһына нигеҙ һалдыртыр- ға өлгөрә. Шунан уны Мәскәүгә күсерәләр. Ул ике: фин һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнаша. “Мәсәғүт” совхозының 50 йыллығына (1979 й.) ул хәтирәләре менән хаттар яҙа, уның шул тиклем бында килгеһе һәм сәскә атҡан совхозды бар матурлығында күргеһе килә. Ул саҡта уға 70 йәш була һәм бында килергә һаулығы мөмкинлек бирмәй.
Шул уҡ ваҡытта эшсе коллективтың үҙәге булдырыла. Тәүге механизаторҙар барлыҡҡа килә: Хәбибназаров, Ғәйнуллин, Хлызов, Усманов, Гридневских. 1925 йылда һатып алынған беренсе трактор “Фардзон” берлектә ер эшкәртеү буйынса Оло Ыҡтамаҡ иптәшлегенән алына.
Архивтарҙа 1931 йылдың 1 ғинуарына совхозға барлығы 67,818 га ер, 4520 га бесәнлек беркетелгәнлеге күрһәтелә. 63 берәмек “Катерпиллер”, “Ойл-Пуль”, “Кейс” тракторҙары, 13 берәмек “СПА-34”, “Форд” 0,5-1,5 т автомобилдәре, 66 берәмек 4 һәм 5 корпуслы һабандары, 22 ябай сәскесе, 117 тырмаһы, 96 баш эш аты була. “Вятка” ужым арышын 1110 га, “НОЭ” бойҙайын 15,359 га, “Цезиум” бойҙайын 1664 га, “Виктория” һолоһон 368 га майҙанда сәсәләр.
1931 йыл һуңында бөтә маркалағы 118 берәмек тракторҙары, 53 берәмек “Коммунар”, 1 берәмек “Оливер” комбайндары була, һыйыр малдары юҡ. 526 эшсе иҫәпләнә, шуларҙың 325-е – тракторсылар, комбайнсылар һәм 27-һе – штурвалсылар, 56-һы – шофер, төҙөлөштә 84 кеше эшләй, башҡа эшселәр – 34.
“Мәсәғүт” совхозы 1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында ҙур роль уйнай. Хужалыҡ фронтҡа 566 кеше, 13 ЧТЗ тракторы, 10 автомашина, 91 ат оҙата. Һуғыш осоронда, фронтты ауыл хужалығы продукттары менән тәьмин итеп, совхоз коллективы фиҙаҡәр хеҙмәт итә, “Башҡорт эскадрильяһын” төҙөүгә средстволар йыйыуҙа әүҙем ҡатнаша.
Яу яландарында 327 кеше геройҙарса һәләк була. Бары 211 кеше әйләнеп ҡайта, 127-һе яугир батырлығы өсөн юғары наградаларға лайыҡ була. 1980 йылда үҙәк майҙанда Бөйөк Ватан һуғышында еңеүселәр хөрмәтенә һәйкәл ҡуйыла, уның гранит плитаһына һәләк булған ауылдаштарҙың исемдәре яҙыл-ған.
1957 йылдың апрелендә совхозға “Коминтерн”, “Игенсе”, Матросов, Калинин исемендәге эре колхоздар ҡушыла (Әләгәҙ, Оло Ҡыҙылбай, Кесе Ҡыҙылбай, Мәләкәҫ, Борғатъя, Абдулла, Төңгөлдө, Оло һәм Урта Аҡа ауылдары). Совхоздың 32917 га ер биләмәләре, 3530 баш һыйыр малдары, 7300 баш сусҡаһы, 1500 һарығы, 975 аты, 1000 өйрәге була. 9 бүлексәнән һәм бер үҙ аллы сусҡасылыҡ фермаһынан тора. 1961 йылда совхоздан 4 бүлексә айырылып сығып үҙ аллы тәжрибә-производство хужалығы (ОПХ) төҙөй. 1965 йылдың февралендә совхоздан “Әй” совхозы айырылып сыға. Һөҙөмтәлә “Мәсәғүт” совхозында 13744 га ер ҡала, шуларҙың 9923 гектары – һөрөнтө ерҙәр. Уның территорияһында халыҡ һаны 2770 кеше тәшкил иткән 9 ауыл урынлаша.
РСФСР-ҙың Юғары Советы Президиумы, РСФСР-ҙың Министрҙар советы һәм ВЦСПС 1967 йылдың 24 октябрендәге ҡарар менән социалис-тик төҙөлөш эшендәге хеҙмәттәре өсөн “Мәсәғүт” совхозы коллективын – социалистик ярыштар еңеүсеһен Бөйөк Октябрь социалистик революцияһының 50 йыллығы хөрмәтенә иҫтәлекле байраҡ менән наградлай, ул коллективтың хеҙмәт батырлығы символы булараҡ совхозда мәңгелек һаҡлауға ҡалдырыла.
60-сы йылдарҙа һауынсылар Ләлә Мөхөтдинова, Ләлә Сафиева, Клара Хажиева, Кәшифә Йәнәхмәтова, Евдокия Балдина; һауын көтөүҙәре малсылары Р. Ғафаров, Вәхит Ғәйнетдинов, Йәғәфәр Низамов; һыйыр малдарын һимертеүҙә эшләгән малсылар Фәйзер Хамзин, Рәзил Ғәлләмшин, Александр Теплых; быҙау ҡараусылар Фекла Ваганова, Рәйсә Дитяткина, Зинаида Медведева, Ғәйнур Ханова; механизатор-ҙар Ғәзимйән Шәмсиев, Нуриман Заһитов, Гранит Йыһануров; водителдәр Таиф Талипов, Иван Окунцев, Иван Ваганов, Нәзиф Сибәғәтуллин, Н. Беляев; токарҙар Дмитрий Юдин һәм Анна Дьяконова; тимерселәр Степан Жильцов, Григорий Мальцев һәм башҡалар производство маяғына әйләнә. Улар араһында күптәр ордендар һәм миҙалдар менән наград- ланған һәм коммунистик хеҙмәт ударнигы тигән юғары исемгә лайыҡ булған.
“Мәсәғүт” совхозы үҫешә, ике фатирлы йорттар төҙөлә, уларға һыу үткәргестәр һалына, яңы фермалар барлыҡҡа килә. 1964 йылда – үҙәк усадьбала киноҡоролмаһы, бейеү залы һәм спорт залы булған яңы клуб. 1965 – уҡыу йылы яңы ун йыллыҡ мәктәптә башлана, “Ромашка” балалар баҡсаһы 70-тән ашыу баланы, шул иҫәптән йәш балаларҙы ҡабул итә. Ә 1978 йылда колхоз миллионер булып китә. Ауыл төҙөкләндерелә, өйҙәрҙә йылытыу системалары, телефондар барлыҡҡа килә. Һөтсөлөк фермаһына һыйыр малдарын аҫрауҙың ағым-цех системаһы индерелә, һауыу аппараттары урынлаштырыла.
“Мәсәғүт” совхозының директорҙары: Николаев Дмитрий Иванович (1929 – 1933), Сәғитов (1935 йылға тиклем), Фарафонов Александр Васильевич (1935 – 1937), Зубарев Григорий Павлович (1938 – 1943), Авчун Н. А. (1943-1944), Михайлов Афанасий Монтьевич (1944 – 1951), Абдикаев Мәзғүт (1951-1952), Осипов Анатолий Федотович (1952 – 1961), Малышев Николай Петрович (1961-ҙән 1967 йылдың майына тиклем), Закарин Фәхрәзи Шакир улы (1968 – 1975), Ярушин Борис Ильич (1975-тән 1996 йылдың июненә тиклем), Нәбиуллин Рафаил Ғәбдерахман улы (1996-нан 2002 ), Ғимазиев Фирдус Нурғәли улы (2002 – 2004), Искорцева Антонина Ивановна (2004 йылдың ноябренән).