Бөтә яңылыҡтар
Тарихыбыҙ биттәре
3 Февраль 2020, 18:00

Испанец

Ер шарының күп илдәрендә бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын байрам итәсәк көн – 9 Май яҡынлаша. Йылдар үтә һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар сафы бөтөнләй һирәгәйә. Һуғыш башланыу менән хәрби хеҙмәткә алынған атайым Фазылов Кәшәфетдин Мөхәмәтфазыл улы ла (һүрәттә) инде күптән гүр эйәһе булған. Ул 1941 йылдан алып 1942 йылдың 11 авгусына тиклем хәрби хеҙмәт үтә һәм 1257-се уҡсылар полкында рядовой званиеһында хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша.

Атайым һуғыш тураһында бик һөйләмәне. “Яңынан донъя һуғышы булһа, бик аҙҙар ғына иҫән ҡалыр ине, моғайын”, – ти торғайны ул. Батальон командирын рәхмәттәр менән иҫкә ала ине. “Өлгөрөп етмәгән” командирҙар арҡаһында һуғышта меңәрләгән һалдаттың ғүмере өҙөлөүе бер кемгә лә сер түгел. Бөгөн минең һүҙем атайым хаҡында түгел, ә уның “испанец” ҡушаматын йөрөткән капитан звание-һындағы батальон командиры тураһында. Был ҡушамат уға Испанияға фашистар менән һуғышҡа үҙе теләп барғаны өсөн бирелгән.
Ул алыҫ ҡырҡ беренселә атайымды һәм уның хәрби иптәштәрен фронтҡа “теплушка”ла алып баралар. Иҙәнгә һалам түшәлгән, фронтҡа барып еткәнсе барыһы ла шунда йоҡлай. Фронтҡа етәрәк, ҡаршыға санитар поездар күберәк осрай башлай – яралыларҙы тылға илтәләр. Фронт линияһына етәрәк немец самолеттары уларҙың составын утҡа тота башлай. Был һөжүмдән һуң атайым барған вагондан ғына тиҫтәнән ашыу үлгән һәм яралан-ған һалдатты сығаралар. Тәғәйенләнгән урынға барып еткәс, 12 кешене, шул иҫәптән атайымды, ситкә алып китәләр һәм оҙаҡламай улар артынан киләсәктәре тураһында әйтәләр. “Һеҙ уңдығыҙ, “испанец”ҡа барасаҡһығыҙ”, – тиҙәр. Күп тә үтмәй, уларҙы алырға полуторка килә. Улар артынан килгән сержант бер аҙ ғәжәпләнеп ҡала. Артабан мин атайым исеменән һөйләйем.
“Беҙҙе алырға килгән сержанттың ҡайышында ике штык-бысаҡ һәм пистолет, ҡуңысында тағы ла ике штык-бысаҡ бар ине. Нимәгә шул тиклем штык-бысаҡтар кәрәклеге тураһында һорашҡас, ул оҙаҡламай үҙебеҙ ҙә шулай йөрөйәсәгебеҙ тураһында әйтте.
Урман юлы менән оҙаҡ барҙыҡ һәм ҙур булмаған аҡланда туҡтаныҡ, һуңынан бер аҙ йәйәү барҙыҡ. Бөтөнләй эргәлә генә атыу һәм шартлау тауыштары ишетелә. Ниндәйҙер һаҙлыҡ эргәһенән барабыҙ. Юл урыны-урыны менән бомба һәм снарядтарҙан соҡорланып ҡалған. Тәғәйен урынға барып еткәс, беҙҙе теҙҙеләр. Буйға оҙон булмаған кәүҙәгә ныҡ капитан килеп баҫты эргәбеҙгә. Ул, ҡул биреп, һәр беребеҙ менән танышты. Артабан беҙгә һаҙлыҡ аша юлды тоторға кәрәклеген белдерҙе. Әгәр немецтар уның аша үтеп инһә, беҙҙең частар ҡамауҙа ҡаласаҡ. “Һәр кем һалдат була ала, ә бына яугир булыу бөтәһенә лә бирелмәй, – тине ул. – Немецтар менән алышыр өсөн үҙебеҙҙең генә түгел, немецтарҙың да ҡоралдарын яҡшылап өйрәнергә, улар менән камил эш итә белергә кәрәк. Немецты йүләргә һанарға ярамай. Улар бар Европаны яулап алған һәм һуғыша беләләр. Шуға күрә уларҙан яҡшыраҡ һуғышырға өйрәнергә кәрәк. “Ура” ҡыс-ҡырып, немецҡа табан ташланып, үлеп ятырға кәрәкмәй. Немецты юҡ итергә һәм шул уҡ ваҡытта күренмәҫ булып ҡалыу мөһим. Немецтар техника һәм ҡоралланыу буйынса әлегә беҙҙән өҫтөнөрәк. Уға ҡоралын үҙенә ҡаршы итергә кәрәк.
Һуңынан беҙҙе ҙур ағас төбөндә урынлашҡан ашханаға саҡырҙылар, ашап алғас, ял итергә бирҙеләр һәм шунда уҡ һуғышырға өйрәтә башланылар. Аҙна буйы беҙ винтовкабыҙҙы өйрәндек. Төрлө положениенан атырға, артабан немецтар-ҙың ҡоралдары менән тотонорға өйрәндек. Сапер көрәктәре, штык-бысаҡтар менән, осланған сымдарҙы ла тәменек хатта. Тәүҙә килеп сыҡманы, әммә аҙна һуңына беҙ яҡшы ата һәм бысаҡ тәмей башланыҡ. Минең бигерәк тә винтовка менән пулеметтан атыуым яҡшы сыға ине. Көндөҙ шөғөлләндек, ә төндәрен башҡалар менән бергә дежурҙа торҙоҡ. Әйтеп үтергә кәрәк, батальон ротанан саҡ ҡына ҙурыраҡ. Беҙҙе заданиеға йөрөгән төркөмдәргә берәмләп ҡуша башланылар. Тәү тапҡыр заданиеға төнөн юлландым. Беҙ ун кеше инек. Һаҙлыҡ аша үтеү юлы ҡуйы урман аша юлдан тора. Шешә муйынын хәтерләтә. Юл бормалы, шуға күрә немецтар алыҫтан беҙҙең позицияларҙы ата алмай. Яуҙан һуң һәр көн юлдарға йәнә мина һалып сыға, төрлө тоҙаҡтар ҡуя торғайныҡ. Юл буйлап үҫеп ултырған ағастар төбөнә немецтарҙың үҙҙәренән алып ҡайтылған танкыға ҡаршы миналарҙы ҡуйҙыҡ. Улар-ҙы ҡыуаҡтарға оҡшатып йәшерҙек. Миналарҙың береһе шартлаһа, ярсыҡтары ҡалғандарын да эштән сығарырлыҡ итеп ҡуйҙыҡ. Һөжүм зонаһында 300 метрға яҡын оҙонлоҡтағы коридор булып сыҡты. Танкыларға ҡаршы миналарҙан тыш пехотаға ҡаршыһын да урынлаштыра тор-ғайныҡ. Быларҙың барыһы менән дә тиерлек “испанец” үҙе идара итте. Ул ҡайҙа нимә ҡуйырға икәнлеген үҙе күрһәтә ине, һәр нәмәне ентекле аңлатты. Немецтар тәүҙә танкыларҙы ебәрә. Юл тар булғанлыҡтан, улар колонна менән килә. Тәүҙә килгән танк ҡына ут аса ала. Беҙ иң тәүҙә тәүге һәм һуңғы танкты юҡ итә инек. Ә ҡалған танкылар экипаждарын йә шунда уҡ юҡ иттек, йә ҡулға алдыҡ. Атыу тауыштары яңғырау менән немецтар йә танк, йә ағас артына боҫорға тырыша. Әммә, һәр ерҙә мина ҡуйып сығылғанлыҡтан, улар шартлай ине, йә граната ташланыҡ. Ағастарға ботаҡ менән граната бәйләй торғайныҡ. Ботаҡ пуля менән өҙөлгән һәм һалынып тора кеүек тойола. Үтергә ҡамасаулағанлыҡтан, немецтар уларҙы тартып ала һәм шартлай торғайны. Немецтар танк атакаһы менән бер нисә тапҡыр үтеп инергә тырышты, әммә һәр ваҡыт уңышһыҙлыҡҡа тарыны.
Беҙгә ҡамауҙан ҡыҙылармеецтарҙың бер нисә төркөмө үтеп инде. Араларында танкистар ҙа бар ине. Танкистарыбыҙ булыу менән, немец танкыларын тергеҙә һәм тылға ебәрә башланыҡ. Полк һәм дивизия командирҙары беҙҙең янға бер нисә тапҡыр килеп китте, һәр ваҡыт маҡтанылар. Күнекмәләребеҙҙә булып, улар бер нисә кешене разведка ротаһы ҡарамағына ебәрергә бойорҙолар. Ә күнекмәләр беҙҙә туҡтаманы, ғәҙәтигә әйләнде.
Был ваҡытҡа беҙҙең менән яңы килгәндәр шөғөлләнә башланы. Юлдан үтә алмағас, немецтар беҙҙең позицияларҙы самолеттарҙан бомбаға тотто. Беҙҙең арала ла юғалтыуҙар була башланы. “Испанец” бер нисә ағастың осон киҫергә һәм, улар өҫтөндә майҙансыҡ ҡороп, унда немец мотоциклдарынан һүтеп алынған парлы пулеметтарҙы турелдәрҙә ҡуйырға ҡушты. Шул уҡ майҙансыҡтарҙа немецтарҙан алынған снайпер винтовкалары менән дежур итә башланыҡ. Немец самолеттары пәйҙә булыу менән, беҙ винтовкаларҙан һәм пулеметтарҙан ут астыҡ. Бер нисә көн эсендә алты дошман самолеты бәреп төшөрөлдө. Хәҙер немецтар бомбаларын үтә юғарынан төшөрә башланы, әммә һөҙөмтәһеҙ. “Испанец” барыһын да йыйып алды, һәм немецты үткәрмәҫкә тигән бурысты үтәүебеҙ, әммә тактиканы үҙгәртергә кәрәклеген белдерҙе – немецтар- ҙы көтмәҫкә, ә тылға сығырға кәрәк. Был немецтарҙы башҡа йүнәлештәрҙән албыр-ғатып, үҙебеҙгә дошмандарҙың күберәк көсөн йәлеп итеү өсөн кәрәк. 10-15 кешенән торған бер нисә төркөм төҙөнөк. Был ваҡытҡа мин снайпер винтовкаһын яҡшы үҙләштерҙем, һәм немецтарға тылға немец автоматынан тыш, “испанец”тың бойороғо буйынса винтовка ала башланым. Батальон ҡарамағында тимерлек барлыҡҡа килде. Унда сымдан 6-8 мм диаметрлы дротиктар етештерә башланыҡ. Беҙ, дошманға күренмәй ҡалып, уны юҡ итеү тактикаһын үтәнек. Һәр яугирҙың граната менән бысағы ла бар ине. 15-20 километрға немецтарҙың тылына үтеп инә инек. Немецтарҙың урынлашҡан ерен табып, уларҙың һанын, нисек ҡоралланыу-ҙарын асыҡланыҡ. Барыһын да ентекле өйрәнеп, һиҙҙермәй генә уларға яҡынлаштыҡ: тәүҙә часовойҙарҙы, офицерҙарҙы юҡ иттек. Башта дротиктар ҡулландыҡ, унан һуң ғына граната һәм иң һуңында винтовка менән автоматтарҙы файҙаландыҡ. Немецтар беҙҙе “шәүлә” тип йөрөтә башланы. Улар араһына сыҡҡан һайын офи-церҙар иҫәбенән “тел” алып ҡайта тор- ғайныҡ. Ошондай “тел”дәрҙең береһе немец командованиеһының беҙҙең часты юҡ итергә уйлауын әйтте, сөнки беҙ улар-ға фронттың башҡа участкаларындағыларға ҡарағанда күберәк зыян килтергәнбеҙ. Немецтан был махсус төркөмдө ҡайҙан ебәрәсәктәре тураһында белеп, “испанец” беҙҙе йәнә йыйҙы, һәм был төркөмдө беҙҙең позицияларға килеп еткәнсе табып, юҡ итергә тигән бурыс ҡуй-ҙы. Урындағы халыҡтан немецтарҙың беҙҙең тарафҡа бер яҡтан ғына килә алыу-ҙары тураһында белдек. 30-40 кешенән торған бер нисә төркөм төҙөлдө һәм немецтар пәйҙә була алған яҡҡа ебәрелде. Шулай уҡ немецтарҙан алынған рация ярҙамында бәйләнеш тоттоҡ. Шулай бер мәл, төркөмдәрҙең береһе беҙҙең яҡҡа танк, бронемашиналарҙан торған колоннаның һәм ябыҡ йөк машиналары үтеүе тураһында хәбәр итте. Һуң булғанлыҡтан, немецтар ялға туҡтар тип уйлап, беҙ һиҙҙермәй генә улар артынан киттек. Рация буйынса “испанец” тағы ла ике төркөм саҡырҙы, башҡаларға юлды күҙәтергә һәм, кәрәк икән, немецтарҙың юлын ябырға бойорҙо. Төнгөлөккә немецтар ҙур булмаған урманда урынлашты. Танктарын ағастар араһында йәшерҙеләр, ә бронемашиналары һәм автомобилдәре алғараҡ китеп, урман буйына туҡтанылар. Колоннала 12 танк булыуын иҫәпләнек. Немецтар үҙҙәрен иркен тотто, ни бары ике генә часовой ҡуйып, ашап алдылар һәм йоҡларға яттылар. Часовойҙарҙан ҡотолоп, беҙ йоҡлап ятҡан немецтарҙы бысаҡ менән юҡ иттек. Бер офицерҙы ғына “тел” итеп алып ҡалдыҡ. Беҙҙе һәм үлеп ятҡан танкистарын күреп ҡото алынған офицер бар мәғлүмәтте әйтеп һалды. Башҡа командирҙар менән кәңәшләшкәндән һуң “испанец”, икенсе колонна танк колоннаһының юҡ ителеүен белеп ҡалмаҫ борон, иртә таңдан уларҙы ла юҡ итергә булды. Шулай уҡ һиҙҙермәй генә икенсе колоннаны уратып алдыҡ, нисә кеше һәм ҡайҙа йоҡлайҙар икәнлеген асыҡланыҡ. “Испанец” операцияны иртәнге сәғәт 4-тә башларға ҡарар итте, сөнки немецтар ҙа беҙҙең илгә тәүлектең нәҡ ошо мәлендә һөжүм иткән. Йоҡлап ятҡан немецтарға мөмкин тиклем яҡыныраҡ килдек. Таң атҡанын көтөп тормай, часовойҙарҙы юҡ иттек. Сәғәт дүрттә “испанец”тың сигналы буйынса немецтарҙы ҡыра башланыҡ, бер немец, автоматтан атып, башҡаларға белдерергә өлгөрҙө. Был ваҡытҡа беҙ башҡаларҙы тар-мар иткәйнек инде. Яҡтырыуға, бар танк һәм бронемашиналарҙы, автомобилдәрҙе ҡарап сыҡтыҡ – төн эсендә йөҙҙән ашыу немецтың башына еткәнбеҙ. Ике автомашина кузовында хәрби припастар таптыҡ. Рация аша ҡалған төркөмдәрҙе саҡырҙыҡ. Арабыҙҙа – туғыҙ танкист, ә ҡулға төшөргән танкылар – 12. “Испанец” туғыҙ танк һәм автомашиналарҙы батальонға илтергә һәм ҡалған танкылар артынан килергә бойорҙо. Ҡырыл-ған төркөмдө шунда уҡ урманда, бер ниндәй ҙә эҙ ҡалдырмай, ерләнек. “Испанец” немец колоннаһын юҡ иткән ерҙән алыҫ түгел урында рациялар менән күҙәтеүселәр ҡуйырға бойорҙо. Ике көндән һуң күҙәтеүселәрҙең береһе бер нисә ҡыҙыл- армеецтың яраланған иптәштәрен һөйрәп килтереүҙәре тураһында рация аша хәбәр итте. Координаталарын асыҡлап, улар-ға ҡаршы төркөм юлланды, шул иҫәптән мин дә винтовкам менән сыҡтым. Бөтөнләй хәлдән тайған ҡыҙылармеецтарға юлыҡтыҡ һәм уларҙан ҡот осҡос ваҡиға ишеттек. 26 кешенән торған ҡыҙылармеецтар төркөмө үҙебеҙҙекеләр янына үтеп инергә теләй. Бер нисә тапҡыр немецтар менән алышалар. Уларҙан ысҡыналар, әммә патрондары ҡалмай, шулай ҙа винтовкаларҙы бер кем дә ташламай. Бер мәл улар урманда ҡуна һәм иртән юлға ҡуҙғала. Урманда ялан аша үткәндә бер ҡатындың ҡысҡырғанын һәм атыу тауышын ишетәләр. Шунда уҡ һалдаттарҙың береһе йығыла һәм ауыртыныуҙан аунай башлай. Йәнә ҡатын тауышы, йәнә атыу, икенсе һалдат йығыла һәм бөгөлөп төшә. Шул мәл урмандан немецтар менән ике мотоцикл килеп сыға һәм уларға табан йүнәлә. Ҡыҙылармеецтар урманға ташлана, бер-бер артлы тағы ла бер нисә һалдат йығыла. Ҡыҙылармеецтар яраланған дүрт иптәшен эләктереп ала һәм урманға йүгерә. Икәүһе урман ситендә ҡала һәм немецтарҙың уларҙың яраланған иптәштәрен, аяҡтарынан мотоциклға бәйләп, ялан буйлап әйләнеп йөрөүҙәрен, ә ҡатындың снайпер винтовкаһынан ҡыҙылармеецтарға атыуын күрә.
Был хәл булған урындың координаталарын асыҡлап, беҙ, алты кешенән тор- ған төркөм, урманға юл тоттоҡ. Ҡыҙыл- армеецтарҙың яралыларҙы һөйрәп килгән юлы буйлап беҙ ул урынды тиҙ таптыҡ. Был урындан алыҫ түгел немецтар һәм ҡулына винтовка тотҡан немец формаһындағы ҡатын бар ине. Уларҙың аяҡ аҫтында ғәрипләнеп бөткән дүрт ҡыҙылармеецтың кәүҙәһе ята. Беҙ тиҙ һәм һиҙҙермәй генә уларға яҡынлаштыҡ. Немецтарҙың бараһын да юҡ иттек, ә ҡатынды яраланыҡ. Ул иҫерек ине һәм латыш милләтенән булыуы, шартлағыс пуля менән күп рус һалдаттарын үлтереүе, рус һалдаттарының ауыртыуҙан интегеүенән ләззәт алыуы тураһында ҡысҡыра. Беҙ уның ауыҙын ҡапланыҡ, ағасҡа бәйләнек, тирә-яғын граната менән уратып сыҡтыҡ. Тиҙ генә үҙебеҙҙең ҡыҙылармеецтарҙы ерләгәндән һуң, төрлө яҡҡа атып, ялан ситенә киттек һәм көтә башланыҡ. Күп тә үтмәй, бер төркөм немецтар килеп сыҡты һәм шунда уҡ ҡатынға табан ташланды. Шартлау тауыштары яңғыраны, бер нисә немец менән ҡатын ауҙылар, ҡалғандары ата-ата урманға ҡасты. Мин винтовкамдан ике дошманды атырға өлгөрҙөм һәм башҡалар менән часть территорияһына йүнәлдем. Ике көн тын торҙо, ә өсөнсө көндө күҙәтеүселәр беҙҙең яҡҡа табан танкыларҙан торған ҙур колонна юлланыуы тураһында хәбәр итте. Командир барыһына ла часть ҡарамағына ҡайтырға һәм фашист танкыларын ҡаршы алырға әҙерләнергә ҡушты. Көн менән төн тыныс үтте, иртәгәһенә немец самолеттары пәйҙә булды. Улар шул тиклем күп ине, һанап бөтөрөрлөк түгел. Мин иҫерек латышканан алған бар шартлағыс патрондарҙы әҙерләп, ағасҡа мендем. Шунан дошман самолеттарына ата башланым. Бомболюкка эләктем, ахыры, сөнки самолет һауала шартланы. Мин ултырған ағас эргәһенә бомба килеп төштө һәм түбән тәгәрәнем...
Аңыма килгәндә госпиталдә инем. Унда беҙҙең частан тағы ла бер нисә һалдат бар. Уларҙан беҙҙең һалдаттарҙың тағы ла дүрт самолетты бәреп төшөрөүе тураһында белдем, ә немецтар, нисек кенә тырышмаһындар, үтеп инә алмағандар.
Ҡыҙғанысҡа күрә, мин беҙҙән һалдат ҡына түгел, ә тиҫтәләгән фашисты юҡ итергә һәләтле яугир яһаған “испанец” капитаныбыҙҙың фамилияһын онотҡанмын”.
Был урында атайымдан ишеткән тарихты тамамлайым. Госпиталдән һуң атайым һуғышҡа яраҡһыҙ тип табыла һәм 2 төркөм инвалидлыҡ бирелә. Тыуған ауылында төрлө эштәрҙә эшләй: бригадир ҙа, балта оҫтаһы ла булды. Ҡайҙа ебәрәләр, шунда эшләне. 93 йәшендә баҡыйлыҡҡа күсте.