Район хакимиәте башлығы ҡарарына ярашлы, Мәсетле районы энциклопедияһы өҫтәп һәм тулыландырып нәшер ителәсәк.
Ошо маҡсатта эшсе төркөм булдырылған, материалдар йыйыу һәм алдан мөхәррирләү буйынса план раҫланған. Ауыл биләмәләре башлыҡтарына, ойошмалар һәм учреждениелар етәкселәренә, йәмәғәт ойошмалары һәм коммерцияға ҡарамаған ойошмалар вәкилдәренә кәрәкле мәғлүмәтте йыйыуҙа ярҙамлашырға тәҡдим ителде.
2000 йылда халыҡ иғтибарына район энциклопедияһының тәүге варианты тәҡдим ителгәйне, 2010 йылда – икенсеһе. Был ваҡиғаларҙан һуң ярайһы уҡ ваҡыт үтеп китте һәм баҫманы яңыртыу ихтыяжы тыуҙы, сөнки ошо арала райондың төп сығанағына индерерлек байтаҡ ваҡиғалар булды. Энциклопедия Мәсетле районының 90 йыллығына арналасаҡ.
Китапҡа районда ғына түгел, республика һәм Рәсәй кимәлендә танылыу яулаған яҡташтарыбыҙ, билдәле хужалыҡ, йәмәғәт һәм дәүләт эшмәкәрҙәре, ойошмаларҙа 10 йылдан күберәк етәкселек итеүселәр, Союз, Рәсәй, республика кимәлендәге депутаттар, тикшеренеүселәр, һуғыш ветерандары, йөҙйәшәрҙәр, дини эшмәкәрҙәр һәм башҡалар тураһында мәҡәләләр инәсәк. Шулай уҡ предприятиелар, ойошмалар, учреждениелар, тарихи ваҡиғалар, халыҡ ижады әҫәрҙәре, архитектура һәм тәбиғәт ҡомарт-ҡылары тураһында мәҡәләләр урын аласаҡ. Унда һәр ауыл, мәктәп, клуб, үҙешмәкәр сән-ғәт коллективтары, медпункт һәм амбулатория, предприятие, шул иҫәптән совет осорондағы ойошмалар тураһында мәҡәләләр буласаҡ. Энциклопедияға индереү өсөн критерийҙарҙың тулы исемлеге район хакимиәте сайтында бирелгән. Китапты әҙерләгәндә 2010 йылғы энциклопедиялағы барлыҡ материалдар тулыландырып һәм өҫтәп биреләсәк. 400-гә яҡын мәҡәлә бөтөнләй яңы буласаҡ.
Алда – ҡатмарлы һәм яуап-лы, әммә ҡыҙыҡлы осор. Энциклопедия – коллектив эш. Тыуған төйәгебеҙҙең тарихына һәм бөгөнгөһөнә битараф булмағандарҙың барыһы ла уны сығарыуҙа ҡатнашырға тейеш. Редколлегия район халҡының был күләмле баҫманы әҙерләүҙә ярҙам итеүен һорай. Төрлө йылдарҙа райондың үҫешенә ҙур өлөш индергән туғандарығыҙ, ауылдаштарығыҙ тураһында мәҡәләләрҙең раҫланған схемаһы буйынса яҙып ебәрегеҙ. Район тарихы нәҡ унда йәшәгән һәм эшләгән кешеләр яҙмышынан төҙөлә бит. Шулай уҡ ваҡиғалар, учреждениелар һәм ойошмалар тураһында мәғлүмәттәрҙе тулыландыра алаһығыҙ.
Материалдар йыйыу Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Ленин урамы, 15 адресы буйынса Балалар сәнғәт мәктәбе бинаһындағы райондың тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында Нәзирә Әхкәмова етәкселегендә башҡарыла. Тел. 2-01-43. Электрон почта: Axkamova.ru @mail.ru (энциклопедияға, тигән билдә менән). Шулай уҡ бөтә һорауҙар менән ауыл биләмәләре хакимиәттәренә мөрәжәғәт итергә мөмкин. Материалдарҙы 2020 йылдың 1 мартына тиклем ебәрергә кәрәк.
Критерийҙар исемлеге һәм мәҡәләләр схемаһы район хакимиәте сайтында бирелгән. Адресы: https://mechetly. bashkortostan.ru/ («О выпуске исправленной и дополненной энциклопедии Мечетлинского района Республики Башкортостан», «Схемы статей для исправленной и дополненной энциклопедии Мечетлинского района Республики Башкортостан»).