Бөтә яңылыҡтар
Тарихыбыҙ биттәре
17 Ғинуар 2020, 13:00

“Бик йыраҡтан килдек беҙ”

Башҡортостанда меңәрләгән ауыл бар. Шуларҙың яртыһында татарҙар йәшәй. Республиканың төньяҡ-көнсығышында урынлашҡан Мәсетле районында ла тиҫтәгә яҡын татар ауылы бар. Улар Аҡа, Ыҡ һәм Әй йылғалары ярҙары буйынса урынлашҡан. Күбеһенең баҫыу-ҙары Свердловск өлкәһе сиктәренә барып тоташа.


Әжекәй мәктәбе.

Был район 1930 йылда Дыуан-Мәсетле исеме менән ойошторола һәм ике йылдан һуң Мәсетле исеме генә ҡалдырыла. Шуныһы ғәжәпләндерә: коммунистар бындай исем йөрөтөргә нисек рөхсәт итте икән?
Көньяҡ Урал тауҙары башланған төбәктә иң кәмендә мең йыл элек Әй башҡорттары – ете ҡәбилә кешеләре йәшәгән: Әй, Көҙәй, Мырҙалар, Дыуан, Ҡошсо, Һыҙғы һәм Өпәй. Ә хәҙерге Мәсетле районында нигеҙҙә боронғо төрки халыҡтары вәкилдәре булған: Ҡошсо, Дыуан һәм Өпәй. Р. Кузеевтың “Происхождение башкирского народа” (М. 1974 йыл) исемле фәнни хеҙмәтендә был ҡәбиләләрҙең Үҙәк Азиянан сығыу-ҙары хаҡында VII быуат- тағы тарихи сығанаҡтарҙа мәғлүмәт бар, тиелә. Ә Ҡошсо ҡәбиләһе бында күскәнсе хәҙерге Ульяновск өлкәһенең Һамар һәм Мәләкәҫ йылғалары үҙәндәрендә көн күргән. Риүәйәттәр шул турала һөйләй.
XVI быуат ахырында баш-ҡорттар Рус дәүләтенә ҡушылғас та, ерҙәре, урмандары уларҙыҡы булып һанала, әммә ҡаҙнаға тире һәм бал менән яһаҡ түләй башлайҙар. Был бай төбәккә йәнәшендәге Көнгөр өйәҙендәге Әй һәм Ҡариҙел йылғалары буйлап һал ағыҙыусы яһаҡсы татар-ҙарҙың да күҙҙәре төшә.
“Они не раз проплывали мимо красивейшего уголка кущинских земель – стойбища башкира Абдуллы. Кунгуряки заключили с башкирами договор, который был утвержден 25 июня 1685 го- да в Уфимской приказной избе” тип яҙылған БАССР-ҙың Үҙәк дәүләт архивында (Ф.2.Оп.1.Д.5169.Л.7). Тимәк, был төбәктәге татарҙар тарихы шул осорҙа башлана. 1795 йылда Абдулла ауылындағы йорттар һаны 70-кә етә һәм уларҙа 343 кеше йәшәй.
Бында мишәрҙәрҙең килеп ултырыуы осоро ла XVII быуат ахырына тура килә. Уларҙың тарихы ла йыраҡ быуаттарға барып тоташа. Рязань, Пенза, Тамбов, Сембер губерналарында йәшәүсе милләттәштәребеҙ һаны бөгөн дә миллиондар менән иҫәпләнә. Уларҙың башҡа төбәктәргә күпләп күсенә башлауына мосолмандарҙы көсләп суҡындырыу буйынса хөкүмәт сәйәсәте төп этәргес яһай.
1681 йылдың 16 майында сыҡҡан указ нигеҙендә христиан диненә күсмәгән дәүләт хеҙмәтендәге морзалар һәм татарҙар быға ҡәҙәр өҫтөнлөк бирә торған хоҡуҡтарынан мәхрүм ителә. Ябай халыҡты көсләп суҡындырыу тураһында әйтәһе лә юҡ. Был указдан һуң хәҙерге Башҡорт-остан ерҙәренә мишәрҙәрҙең күсеү процесы тағы ла көсәйә. Батшаның мосолмандарҙы суҡындырыу сәйәсәтенә ҡаршы башланған һәм Теләкәй менән Сәйет Йәғәфәр етәкселегендә уҙған 1682 йылғы ихтилал да һиҙелерлек ыңғай һөҙөмтә бирмәй. Мишәрҙәр Кама, Ағиҙел, Ҡариҙел, Әй йылғалары буйлап юғарыға үрләп, Ҡыҙылбай, Әләгәҙ, ауылдарына килеп етеп, баш-ҡорттар менән килешеү нигеҙендә йәшәй башлайҙар. Тора-бара татарҙар күбәйеп китә һәм ерле халыҡ менән мөнәсәбәттәр ваҡыты-ваҡыты менән ҡаршылыҡлы хәл ала. Әммә был төбәктә мишәр-ҙәрҙең “атакаһын” туҡтатыу мөмкин булмай.
Быға миҫал итеп Ҡыҙылбай ауылынан ун ике саҡрым арала Аҡа йылғаһы буйында Аҡа ауылына нигеҙ һалыныу тарихын килтерергә мөмкин. “Большая Ока” тигән тарихи-документаль китап авторы, тарих фәндәре докторы Б. С. Дәүләтбаев яҙғанса, ауылға нигеҙ һалыусылар тураһында риүәйәттәр халыҡ күңелендә быуаттар буйы һаҡлана: “Главные наши предки пришли сюда из деревни Янакош Уфимского уезда. Первый наш дед – Туйкилде сын Янклыча. Он двадцать пять лет прослужил в Москве. Был в дворянском достоинстве. Другой дед Шэмэк Янбаев был из мурзинского сословия. Он умер в Кызылбаево”. БАССР архивында мишәрҙәрҙең бында нигеҙ ҡороуҙары тураһында тағы ла бер документ табылған: “…В прошении проверенного мещеряков деревни Большая Ока зауряд-хорунжего Мунзафара Канзафарова оренбургскому генерал-губернатору В. А. Обручеву от 6 ноября 1842 года приводится текст договора окинцев с Кущинскими башкирами: «Выданная предкам просителя…в 7001 году (1692 г.) декабря 22 день…Запись дана от башкирцев Уфимского уезда Сибирской дороги Кущинской волости Кезылбая Урчекина и Шункера Атикеева Осинской дороги дер. Кескеевой мещеряку Шемяку мурзе Янбаеву и дер. Яныгушевой мещеряку на Тойгильде Янклычеву в том, что первые припустили последних к себе в вотчину ходить с ними всякого зверя поубивать… и сено косить, пашни пахать. Ясак с вотчины платить в казну великих государей вообще почем доведется и всяк подати и подводы исправлять”.
Мәсетле районындағы иң ҙур татар ауылы тураһында һөйләгәндә “Аҡа” географик атамаһының мәғәнәһе ҡы-ҙыҡһындырмай ҡалмай. Аҡа йылғаһы, Оло Аҡа, Аҡабаш, Түбән Аҡа ауылдары исеме, бәлки, хәҙерге Рязань өлкәһендә ағыусы шул уҡ исемле йылға менән бәйлелер. Унан күсеп килгән мишәрҙәр тарихи ватандары хөрмәтенә шул исемде бындағы йылғаға ҡушарға мөмкин. Олпат яҙыу-сыбыҙ Нурихан Фәттәх “Шәжәрә” исемле ҙур фәнни хеҙмәтендә “Аҡа” атамаһына бер аҙ асыҡлыҡ керткән. Ул яҙғанса, “Аҡа” беҙҙең эраға тиклем данлыҡлы булған Финикия дәүләтендәге Птоломиада ҡалаһының боронғо исеме. Был илдә шул осорҙа уҡ төрки халыҡтарының йәшәүе шик тыуҙырмай. Н. Фәттәх раҫлауынса, төрки атаманың тарихы йыраҡтарға барып тоташа.
Б. Дәүләтбаев “Большая Ока” китабында яҙғанса, ауыл-ға нигеҙ һалып ике тиҫтә йыл үтеүгә мишәрҙәр туғандарын һәм таныштарын башҡорттар рөхсәтенән башҡа үҙ яндарына саҡыра башлай. Улар 1714 йылда алған рөхсәт ҡағыҙынан файҙаланып, Аҡа йылғаһы буйынса Аҡа (Оло Аҡа), Урта Аҡа һәм Түбән Аҡа (һуңынан Әжекәй тип атала башлай) ауылдарына тарала.
Татарҙарҙың был төбәккә күсеп ултырыуҙары бының менән генә теүәлләнмәй. Ул XIX быуаттың уртаһына тиклем дауам итә. Мәҫәлән, XVIII быуат уртаһында был төбәккә Урта Иҙелдән ҡасҡан крәҫтиәндәр күпләп күсә башлай. Уларҙы ерле хакимиәт махсус дәфтәрҙәргә теркәй. “Дәфтәр” һүҙе тора-бара “типтәр”гә әүерелә. 1834 йылда Абдулла ауылында 270 ир-ат йәшәй, шул иҫәптән аҫаба башҡорттар – 74, типтәрҙәр – 72, яһаҡлы татарҙар – 124. Ә Әләгәҙҙә 140 мишәр һәм 53 типтәр ир-ат йәшәй.
Оло Аҡа ауылы айырыуса тиҙ үҫә. Мәҫәлән, 1802 йылда барыһы 660 кеше йәшәп, шуларҙың 516-һы – мишәр, 127-һе – типтәр.
Оло Аҡа һәм башҡа татар ауылдары тарихын 1773 –1775 йылдарҙа булған Крәҫтиәндәр һуғышынан, йәғни Е. Пугачев ихтилалынан башҡа күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Өс йылға һуҙылған был һуғышта Пугачев тарафынан полковник һәм бригадир дәрәжәләре бирелгән Аҡа муллаһы Бәхтиәр Канкаев ысын милли герой дәрәжәһенә күтәрелә. Бәлки, ул указлы мулла булмағандыр. Ул осорҙа бит белемле, уҡымышлы кешеләрҙе лә йыш шулай ҙурлап атағандар.
Уҙған быуаттың 70-се йылдарына ҡәҙәр милли геройыбыҙҙың биографияһы билдәһеҙ була. Танылған тарихсы Сәләм Алишев 1977 йылдың 2 мартында “Ҡыҙыл таң” гәзитендә беренсе булып уның тураһында ҙур мәҡәлә менән сыға. Унда ул күп һанлы документтарға таянып, полковник Канкаев һәм уның көрәштәштәренең үткән һуғышсан юлын тасуирлай.
Шул да билдәле булһын – был ихтилалда төбәктең баш-ҡа батырҙары менән бергә йөҙҙән артыҡ Оло Аҡа ир-егете ҡатнаша. Вәхит Имамов “Сәйет батыр” исемле роман-хроникала Б. Канкаев образын бик тәрән һәм матур итеп һүрәтләгән. Ни ҡыҙғаныс, милләтебеҙ ҡаһарманын бөгөнгәсә Салауат Юлаев дәрәжәһенә күтәрә алғаныбыҙ юҡ.
Бер мәҡәләлә 300 йылдан артыҡ тарихы булған Оло Аҡа ауылы тураһында һөйләп бөтөрөү мөмкин түгел. Был юлдарҙың авторына 1962 – 1965 йылдарҙа ошо данлыҡлы ауылдың урта мәктәбендә уҡыу насип булды. Беҙ унда бер нисә татар ауылынан килеп, ныҡлы белем алдыҡ. Заманында Ҡазан дәүләт университетын тамамлаған уҡытыусы-фронтовик, мәктәп директоры Шамил ағай Хәсәнов беҙҙе милләт патриоты итеп тәрбиәләне, Ҡазан юғары уҡыу йорттарында һөнәр алырға өндәне. Күптәребеҙ шул юлды һайланы ла. 1965 йылда урта мәктәпте тамамлаған 56 кешенең һәр икенсеһе юғары белем алды. Ул осор өсөн бик юғары күрһәткес был.
– Мәсетле районында иң ҙур татар ауылдарының береһе – Яңы Мөслим, – тип һөйләй төбәк тарихын өйрәнеүсе Асия Фаиз ҡыҙы Сәфәрова. – Бында хәҙер йәшәүсе мишәрҙәр элекке Пермь губернаһының Щадрин өйәҙенән (хәҙер Силәбе өлкәһенә керә) – Мөслим тигән ауылдан күсеп ултырған. Был Дыуан волосы башҡорттары менән 1792 йылда припущенниктар тураһында килешеү төҙөү һөҙөмтәһендә мөмкин була. Ауыл – райондың уртаһында, Ыҡ йылғаһы буйында урынлашҡан. Хәҙерге көнгә ҡәҙәр мишәр диалекты һаҡлана. Мәктәпте тамамлаусыларҙың шаҡтай өлөшө Ҡазан юғары уҡыу йорттарында белем алырға ынтыла. Мин үҙем дә Ҡазан дәүләт педагогия институтын тамамланым. Ауылыбыҙҙың иң танылған кешеләренең береһе – биология фәндәре докторы Зилара Муллайән ҡыҙы Хәсәнова. Беҙ күренекле яҡташыбыҙ – режиссер, театр педагогы Рәфҡәт Вәкил улы Исрафилов менән дә ғорурланабыҙ. Ул ун биш йыл М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия театрын етәкләне. 1989 йылда Рәсәй-ҙең халыҡ артисы исеменә лайыҡ булды, Татарстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Һуңғы йылдарҙа М. Горький исемендәге Ырымбур драма театры режиссеры.
Яңы Мөслим халыҡ һаны буйынса Оло Аҡа ауылынан ғына бер аҙ ҡалыша. Бында меңдән артыҡ кеше йәшәй. Төп кәсептәре – иген үҫтереү, тереклек үрсетеү.
Яңы Мөслимдән ун биш саҡрым төньяҡта, Аҡа йыл-ғаһының түбәнге ағымында Әжекәй ауылы халҡы өс быуаттан артыҡ ғүмер кисерә. Ауылға XVII быуатта баш-ҡорттар нигеҙ һалған, тип һанала. Тик быны документтар менән әлегә бер кемдең дә раҫлай алғаны юҡ.
Төбәк тарихын өйрәнеүсе Т. Х. Нәсибуллин 1994 йылда яҙыуынса, был ауыл – Оло Аҡанан шаҡтай оло. Әжекәй-ҙең бер төбәге (ул Кескәй күл, Мишәкәү һәм башҡа төбәктәрҙән ярты саҡрым ситтә айырым ултыра) хәҙер ҙә Иҫке ауыл тип атала. Бында башҡорттар йәшәгән. Улар ергә, урманға бик бай була. Көтөүлек, сәсеүлек ерҙәре көнбайыштан көнсығышҡа кәм тигәндә 15 саҡрымға һуҙылған. Имеш, был баш-ҡорттар башта Ҡорғат (Ҡырҡ ат), Суханка яҡтарында, бынан 15-18 саҡрым йыраҡлыҡта йәшәгән.
Өс ир-ат туған – Ҡыҙылбай, Әдегәй (Әжекәй) һәм Абдулла бер заман шул ерҙәрҙе ташлап, хәҙер улар исемен йөрөткән ауылдарға нигеҙ һалған. Ҡорғат ауылы яғында Ҡыҙылбай шишмәһенең хәҙер ҙә һаҡланыуы шуны дәлилләй тигән фекер ҙә нигеҙһеҙ түгел. Тик Әжекәй исеменең килеп сығышы ғәжәпләндерә. Әдегәйҙе кем шулай үҙгәрткән? Бында башҡорттарҙың ҡатнашлығы булырға тейеш түгел, сөнки улар “ж” хәрефен һөйләмдәрендә ҡулланмай. Был атаманың күршеләге татар ауылдарында башҡа мәғәнәлә ҡулланылыуы ла ғәжәпләндерә. Беҙҙең халыҡ әсегән һөттө ҡайнатып яһалған ҡыҙғылт эремсекте “ҡорот” тип атай, ә был яҡтағы татарҙар уны “әжекәй” тип йөрөтә.
Мин оҙаҡ йылдар буйы нәҫел шәжәрәһе менән мауыҡтым. Һөҙөмтәлә һигеҙенсе быуын олатайымдың Әжекәй исемле булыуы асыҡланды. Уның улы Дарбан – аҫаба, ейәне Әбделхандан 1790 йылда тыуған. Дәү әтейем Хәниф нәҫел ептәребеҙ тураһында һүҙ сыҡһа, былай тип аңлата ине: “Бик йыраҡтан килдек беҙ. Бабаларыбыҙ элек Иҙелдең уң яғында йәшәгән, унан һуң, суҡындырыуҙан ҡурҡып, Бәләбәй яҡтарына күскән, унан Уралға килеп урынлашҡандар”.
Әжекәйгә татарҙарҙан беренсе булып Хужа исемле мишәр рөхсәт һорап XVIII быуат башында күсеп килә. Ул хәҙерге Свердловск өлкәһенең Бисерт ҡалаһы янындағы Ғәйнә ауылынан сыҡҡан (ул ауыл әле лә бар). Хужаның Мишәкәү һәм Яҡуб исемле ике улы була. Шулар нәҫеленән ауылда мишәрҙәр үрсей башлай. Мишәкәүҙең, мәҫәлән, 7 балаһы була.
“Ауылда Ҡазан татарҙары ла бар, – тип яҙған Г. Х. Нәсибуллин. – Мәҫәлән, Мин-һажетдин тигән мулла килеп (халыҡ телендә Михат мулла), дүрт улы тыуа: Ғамил, Камил, Мәғәфүр, Нурәхмәт”.
Ауылда мишәрҙәр үрсеп киткәс, башҡорттар менән ер, урман өсөн тартҡылашыу ғәҙәти хәлгә әйләнә. Һөҙөмтәлә Оло Аҡа, Урта Аҡа, Әжекәй тирәһендәге урмандарҙы утынға, ҡаралты, мунса һалырға киҫеп бөтөрәләр. Унан һуң халыҡ 15 – 18 саҡрымдағы Әй йылғаһы буйындағы еректәрҙе киҫеп яға башлай. XX быуаттың икенсе сирегендә генә, Совет власы урманда тәртип урынлаштыр-ғандан һуң, тәбиғәт өс быуат элек булған хәленә ҡайтты.
Әжекәй ауылында бына ике йөҙ йылдан артыҡ иң дәрәжәле шәхес булып Фәтих мулла һанала. Ул йәш сағында Ҡазанда мәҙрәсә тамамлап ҡайта. Фәтих мулла ғилем эйәһе лә, күрәҙәсе лә, имсе лә була. Уның ҡәберенә әле лә халыҡ эҙен һыуытҡаны юҡ. Ауылдан сәфәргә сыҡҡанда йәки ситтән ҡайтҡанда юлсылар уның янында туҡталып доға ҡыла. Мулла бабайҙың хәйер-фатихаһын ала.
1918 йылдың июнендә хәҙерге Мәсетле районы ауылдарында яңы власҡа ҡаршы башланған ихтилалда меңдәрсә кеше ҡатнаша. Мәҫәлән, Оло Аҡа ауылында совет власы рәйестәрен, уның яҡлы дружинасыларҙы язалау башлана. Ләбиб Вәисов, ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, Красноуфимск ҡалаһына ярҙам һорап бара. Үҙе менән отряд алып килә һәм шулай уҡ Д. Я. Логинов дружинаһын ярҙамға саҡыра. Улар килгәс кенә Әжекәйгә ҡасҡан аҡалылар ауылдарына ҡайта.
Икенсе көндө, Оло һәм Урта Аҡала тәртип урынлаштырғас, ҡыҙылармеецтар отряды, икегә бүленеп, Әжекәйгә юл ала. Вәисов һуғышсылары Аҡа йылғаһының уң яғынан, Логиновтыҡы – Урта Аҡа урамдарын сығып, йыл-ғаның һул яғынан килә.
Был көн Әжекәй халҡы өсөн байрам тантанаһы менән башланған була.
“Ураҙа бөткән көн ине. Июнь аҙаҡтары булып, ҡайын еләге бешкән саҡ, – тип 1918 йылда булған фажиғә тураһында һөйләй башлауға Мәликә ҡарт әсәйем илап ебәрҙе (1972 йылда мин ауыл топонимдары тураһында диплом яҙырға тип ауылға материал йыйырға ҡайтҡан инем). – Ул көндө ауылда биш туй яһарға әҙерләнгән инеләр. Күрше ауылдарҙан да килендәр төшкәс, ҡунаҡтар күп ине. Мылтыҡ атҡан тауыштарҙы ишетеүгә әсәй менән иҙән аҫтына төшөп ултырҙыҡ. Бер нисә сәғәттән сығып, ауылдағы мәхшәрҙе күргәс, сәстәребеҙ ағарҙы”.
Фажиғә башланыуға ҡыҙылдар отрядтары ауылды сығып, Орышлы тауға менеп барғанда өс тапҡыр мылтыҡтан атыу сәбәп була. Ауылдаштар һөйләүенә ҡарағанда, был провокацияны Оло Ыҡтамаҡтан килгән өс совет власы дошманы ойоштора. Улар аттарға атланып, көнбайыштан ауылға сабып кереп, өс тапҡыр ата ла юҡҡа сыға. Быны үҙебеҙҙең кулактар ойошторған тигән фекер бар...
Ҡыҙылармеецтар, әжекәй-ҙәр арттан һөжүм итә тип, Логинов бойороғо буйынса ауылда осраған бөтә ир-атты атырға тотона. Хатта урамға ҡулдарын күтәреп сыҡҡан кешеләрҙе лә үлтерәләр. Ҡыҙылармеецтар араһында Оло Аҡа, Урта Аҡа, Әләгәҙ ауылдары кешеләре булһа ла, милләттәштәрен ҡыҙғаныусы булмай. Хәйер, Әләгәҙҙән Ҡыҙыл Армияға яҙылғандар ғына Әжекәйгә туйға килгән ауылдаштарын аттырмай ҡала.
“Атай менән әсәй өләсәй һәм олатайым менән ике ҡатлы йортта йәшәгән, – тип һөйләне күршебеҙ Хаят әбей Ғәтиәтуллина 1972 йылда. – Ул сағында миңә биш йәш ине. Йортобоҙҙо, ҡаралты-ҡураны ут төртөп яндыралар. Ғиниәт бабайҙың баҙында 18 кеше төтөнгә быуылып үлде. Иҙән аҫтында, ҡар баҙында быуылып үлеүсе ғаиләләр күп булды”.
Бындай миҫалдарҙы тиҫтәләп килтерергә мөмкин. Мәҫәлән, 90 йәшлек Хәйрулла бабайҙы йылға ярына баҫтырып, атып үлтерәләр. Мәғәфүр бабайҙың эсен штык менән тишеп, эсәктәрен сығаралар һәм ҡорһағын һөлгө менән бәйләп, ишек алдына үләргә сығарып ташлайҙар.
Ауылдаштарҙы ерләшергә ҡыҙылдар килгәс, Оло һәм Урта Аҡанан күп кеше килә. Шул осор кешеләре һәм улар-ҙың балалары 140 кешенең ғүмере өҙөлөүе тураһында һөйләне. Ғаиләләре менән юҡ ителгән йорт нигеҙҙәре уҙған быуаттың уртаһында һаман да күңелдәргә шом һалып ултыра ине.
XX быуат тамамланғансы тиерлек, был фажиғәне кеше араһында һөйләү тыйылды. Ул ғына ла түгел, әжекәйҙәргә “бандит” исеме тағылып ҡалды һәм совет власы, беҙҙе күрше ауыл халҡына бармаҡ менән төртөп күрһәтеп, дошман итеп тәрбиәләне.
2018 йылдың июнендә Әжекәй ауылы халҡы һәм күп һанлы ҡунаҡтар 100 йыл элек булған ҡанлы көндө иҫкә алып, ҡорбан салды, мәрхүмдәр рухына доға ҡылды.
Хәҙерге ваҡытта Әжекәй ауылында 300 йорт бар, ете йөҙгә яҡын кеше йәшәй. Төп белем биреү мәктәбе, мәҙәниәт йорто, мәсет эшләй.
2017 йыл мәғлүмәттәре буйынса, Мәсетле районында 23 меңгә яҡын кеше булып, шуларҙың 23,6 процентын татарҙар тәшкил итә.

Рәзит СИБӘТОВ,

Татарстандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, яҙыусы.

(“Мәҙәни йома” гәзитенән, №23, 14.06.2019).