Бөтә яңылыҡтар
Тарихыбыҙ биттәре
14 Ғинуар 2020, 17:00

“Башархив” проекты

Башҡортостан Республикаһы Милли музейы майҙансығында Тыу-ған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте раҫлаған “Башархив” проекты (https://basharchive.ru) иғтибарға тәҡдим ителде.

Башархив – уникаль проект. Ул Өфө губернаһының биш уезы буйынса алып барылған 1917 йылғы халыҡ иҫәбен алыу карточкаларын ҡарарға мөмкинлек бирә. Был халыҡ иҫәбен алыу архивтары мәғлүмәттәре Рәсәйҙең тик биш төбәгендә һаҡланып ҡалған. 5740 уникаль документ проект ярҙамында һәр кемгә асыҡ буласаҡ.
“Башархив” республика халҡына тарихты яҡшыраҡ өйрәнергә ярҙам итәсәк. Проект ата-бабаларҙың йәшәйешен, көндәлек тормошон өйрәнергә мөмкинлек бирә һәм генеалогик тикшеренеүҙәрҙе популярлаштырыу-ға йүнәлтелгән.
Иҫәп алыу барышында һәр крәҫтиән ғаиләһенә (ихатаһына) карточка төҙөлгән, уны иҫәп алыусылар һорау-ҙарға яуап биреүсенең һүҙҙәренән тултырған. Был мәғлүмәттәр совет осорона тиклем, әле һорауҙар сәйәсиләштерелмәгәндә, тултырылыуы менән мөһим. Ихата карталарында хужалыҡтың һаны, ғаилә составы, мал һаны һәм төрҙәре, культуралар буйынса сәсеүлектәр майҙаны, ер май-ҙаны, ҡуртымға бирелгән ерҙәр, ауыл хужалығы инвентары булыу-булмауы, сәнәғәт һәм сауҙа йорттары күрһәтелгән.
Был асыҡ сығанаҡта туғандар тураһында мәғлүмәт таба алмағанда, Башҡортостан Республикаһының Милли архивында XIX, XVIII, XVII быуаттарҙағы ревизия мәғлүмәттәре, метрика кенәгәләре буйынса мәғлүмәттәр һаҡлана. Улар нигеҙендә республикала йәшәүсе һәр кем үҙ ғаиләһенең тарихын өйрәнә ала. “Баш- архив” тыуған төйәктең тарихын төптәнерәк өйрәнергә, быуындар бәйләнешен нығытырға мөмкинлек бирә.
Артабан башҡа документтарҙы ла асыҡ сығанаҡ итеп ҡуйыу планлаштырылған.
Презентацияла Башҡортостан Республикаһының тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте президиумы ағзалары ҡатнашты. Спикерҙары: йәмғиәт рәйесе Марат Зөлҡәрнәйев, БР Архивтары идаралығы начальнигы урынбаҫары Рафаэль Йосопов, Башҡортостандың Милли архивы директоры Ғәли Хәйретдинов, крайҙы өйрәнеүселәр йәмғиәте ағзалары Азат Ярмуллин менән Янина Свице ҡатнашты.