Бөтә яңылыҡтар
Тарихыбыҙ биттәре
13 Ғинуар 2020, 14:00

Рус дәүләт крәҫтиәндәренең күсеп ултырыуҙары эҙемтәләре

Рус дәүләт крәҫтиәндәренең күсеп ултырыу барышы тураһында Артур һәм Ғәлим-йән Кәримовтарҙың мәҡәләһенең дауамын баҫтырабыҙ. Тәүге өлөшө уҙған йылдың 19 июлендә баҫылғайны.

Халыҡтың былай күпләп килеп ултырыуы өлкәлә ер мәсьәләһен киҫкенләштерә, әлбиттә. Ҡайһы бер осраҡтарҙа, ябай аҫаба халыҡтың мәнфәғәттәрен ҡыҫырыҡлап, ерҙәрҙе һатыу юғары ҡатлам башҡорт- тарға отошло була. Бынан тыш, крәҫтиәндәргә ерҙәр үлсәнмәй һатыла, ҡайһы осраҡтарҙа ҙур күләмдәр тәшкил итә. Күсеп килеүселәр ерҙәрҙе ошондай сиктәрҙә ала: “от лога называемого Ильбат, по логу Тирким до вершины, а оттоль по дороге Сальзегутовской на крутой березняк, где и затесы имеются, оттоль по логу на лог Авсыклыколь, сверху до низу, по реке Ай до вершины реки Ик, вверху по оному, по меже Кызылбевской идти по логу Сарбулатову до низу, а оттоль вверх по Ику подле болота на низ же лога Тириклинского” (архив мәғлүмәттәре төп нөсхәһендә бирелә). Ҡошсо волосы башҡорттары исеменән старшина Ҡотош Иҫәкәйевтың 1800 йылда ҡултамғаһы ҡуйылған ерҙәргә ошо килешеүе 1803 йылдың 18 майында ғына Троицк земство судында теркәлә.
Башҡорттар уларҙың ерҙәре ауылдарҙың бар халҡынан да килешеү алмай ситтәргә бирелеүенә күп тапҡырҙар зарлана. Мәҫәлән, башҡорттарҙан вәкил Салйоғот ауылы старшинаһы үҙенең үтенес яҙыуында былай ти: “… в 1802 без согласия моего и доверителей моих, малая часть нашей же волости башкирцы согласясь назначили из этой земли для заселения на урочные годы некоторе количество состоящей в Уфимском уезде по ключу называемому Ярославль, но по течению оного на левой стороне с назначением некоторых урочину, переехавшими тогда из Пермской губернии крестьянам Дмитрий Гордеев с товарищи не более дворяней 4 или 5”.
Шулай уҡ ыҡтамаҡтарҙың Оло һәм Кесе Ыҡтамаҡ волос-тары башҡорттары менән ер тураһында бәхәстәре көслө була. Бигерәк тә 1840 йылда, ыҡтамаҡтарҙың аҫаба баш-ҡорттар менән килешеү ваҡыты бөткәс, бәхәстәр киҫкенләшә. Оло Аҡа ауылының хорунжий вазифаһындағы һалдат Абдуллатиф Дауытов Ҡыҙылбай, Һабанаҡ, Салйоғот, Кесе һәм Оло Аҡа аҫаба башҡорттары исеменән ыҡтамаҡтарҙың ерҙе ҡуртымға алыу ваҡыты тамамланыуы тураһында иғлан итә. Әлегә тиклем крәҫтиәндәр файҙаланған Ҡолтөбәк буйлап һәм Ыҡ йылғаһының үренән ерҙәр башҡа ҡулдарға бирелә. Крәҫтиәндәр аҫаба башҡорттарҙың уларға урмандарҙы киҫергә бирмәүҙәренә, уларҙы юлда тотоп алып, әйберҙәрен алыуҙарына зарланған.
Ыҡтамаҡтар менән ергә бәйле бәхәстәрҙә Оло Аҡа мишәр-ҙәре лә ҡатнаша. Әммә, башлыса, күсеп ултырыу тыныс бара. Башҡорттар йышыраҡ мал йөрөтөү өсөн яраҡһыҙ урман ерҙәрен һата. Шуға күрә Башҡортостандың Төньяҡ-Көнсығышында рус ауылдары Йүрүҙән-Әй урман-дала ситендә, элекке япраҡлы ағаслы тау битләүҙәрендә, башҡорт һәм татар ауылдарын уратып урынлаш-ҡан. Рус крәҫтиәндәренең күсеп ултырыуының тыныс барыуы Төньяҡ-Көнсығышта рус ауылдарының күпселегенең исемдәре башҡорт-төрөк сығанаҡлы булыуынан күренә. Тимәк, күсеп килеүселәр, ерле халыҡҡа хөрмәт менән ҡараған.
Беҙҙең тарафтарға күп һанлы һәм йүнсел крәҫтиәндәрҙең килеп ултырыуы башҡорттар-ҙың һәм башҡаларҙың йәшәйешенең социаль-иҡтисади шарттарын үҙгәртә. Элеккесә ярымкүсмә тормош менән мал ҡарау мөмкин булмай. Ер һөрөп, ашлыҡ сәсеү хәрби хеҙмәт һәм традицион йәшәү шартының тиҙ үҙгәреүе һөҙөмтәһендә ҡатмарлаша. Шул уҡ ваҡытта Әй бассейнының тейелмәгән ерҙәрен күсеп килеүселәр эшкәртә башлай. Рус крәҫтиәндәре йәшәү шарттарына яраҡлашып, аҫаба халыҡтың ҡаршы тороу-ҙарына түҙеп, тиҫтәләгән ауылдар һәм үҙҙәренә йәшәрлек донъя булдыра. Башҡорттар менән оҙаҡ аралашыу һөҙөмтәһендә боронғо рус крәҫтиәндәренең уйлап эшләү, шунда уҡ отоп алыу кеүек сифаттары менән бергә яңы урында үҙ-ара аңлашыуға килеү кеүек сифаттар берләшә.
Урыҫ крәҫтиәндәренең урындағы халыҡ менән үҙ-ара килешеп эш итеүе бының менән генә бөтмәй. Был яҡ халҡының 1835 йылғы ихтилалда берлектәге сығышын билдәләп үтергә кәрәк. 1830 йылдың 16 ғинуарындағы үҙәк губерналарҙың ярлыланған удел крәҫтиәндәрен күп ерле, шул иҫәптән Пермь һәм Ырымбур губерналары дәүләт ауылдарына алмаштырыу тураһындағы закон рус дәүләт крәҫтиәндәре ризаһыҙлығының төп сәбәбе була. Был акт крайҙың хужалыҡ йәһәтенән ярайһы уҡ азат дәүләт крәҫтиәндәрен хәлдәре буйынса алпауыт (помещик) крәҫтиәндәренә яҡын удел крепостнойҙарына әйләндереүҙе аңлата.
Башҡорттар менән мишәр-ҙәрҙе хеҙмәт йөкләмәләренең сиктән тыш артыуы, урыҫ булмаған халыҡты суҡындырыу сәйәсәте һәм мосолмандарҙың дини ихтыяждарын сикләү борсоуға һала. Властарҙың ауылдарҙа икмәк магазиндары (уңыш булмаған осраҡтарға запас иген өсөн йәмәғәт келәттәре) төҙөү тураһындағы бойороғон мосолман ауылдары православие сиркәүҙәре төҙөү тип ҡабул итә.
Ырымбур губернаһының 8-се башҡорт губернаһындағы Дыуан-Мәсетле ауылы, Пермь губернаһы Красноуфимск өйәҙендәге Оло Аҡа ауылы ихтилал үҙәктәренең береһе була. Ихтилалды ҡаты баҫтырып, батшалыҡ башҡорттарҙы Удел ведомствоһына тапшырыу пландарынан баш тарта һәм был яҡтың рус булмаған халҡын христианлаштырыу сәйәсәтен һағыраҡ уҙғара. 1835 йылғы дауыллы ваҡиғаларҙа баш күтәргән урыҫ крәҫтиәндәре менән рус булмаған халыҡ араһында бер ниндәй ҙә конфликт булмай.
Күсеп килгән урыҫ крәҫтиәндәренең төп шөғөлө игенселек, баҡсасылыҡ була, шәп темптар менән умартасылыҡ үҫешә. 19-сы быуат уртаһына игенселек менән һатыу итеү маҡсатында шөғөлләнә баш- лайҙар. Урыҫ крәҫтиәндәре йәки Көнгөр кешеләре икмәкте Дыуан һәм Мәтәлелә генә түгел, ә Мәсәғүттә, Һикеяҙҙа, Яраҫтауҙа ла һата. Бик күп сау-ҙагәрҙәр шулай уҡ игенде Ләмәҙҙә, Михайловкала, Өлкөндөлә, Таҙтүбәлә, Рухтинда, Һартта, Озерола күпләп һатып ала. Көнсығышҡа һәм көньяҡҡа аттарҙа алып китәләр, ә көнбайышҡа меңәрләгән бот иген һыу буйлап Мәтәлеләге ике пристандән оҙатыла.
Әле 19-сы быуат аҙағында – 20-се быуат башында был яҡ башҡорттары араһында ситкә китеп эшләү киң таралыу ала. Эшсе ҡулдар етешмәй, шуға күрә күрше башҡорт һәм татар ауылдарынан киң күләмдә батрактар яллайҙар, был күбеһенсә хәлле рус крәҫтиәндәренең алға китеүен билдәләй.
Крайға рус крәҫтиәндәренең килеп ултырыуының эҙемтәләре бер яҡлы ғына булмай. Беренсенән, был яҡтағы халыҡ һаны арта, етештереүсе көстәр үҫешә. Әле крепостнойҙар эпохаһында уҡ бында ерле милекселәрҙең, юридик яҡтан тулы хоҡуҡлы ер хужаларының айырым ҡатлам төркөмө барлыҡҡа килә.
Артабан край үтә лә уңайлы баҙар коньюнктураһы менән эре ауыл хужалығы производствоһына әйләнә: төньяҡтан, көнсығыштан һәм көньяҡтан уны күп һанлы тау заводтары уратып ала.
Был процестың кире эҙемтәләре лә була. Әйле башҡорттарының традицион йәшәү рәүеше ҡырҡа боҙола. Хужалыҡ итеү формаһы булараҡ ярым күсмә малсылыҡ менән шөғөлләнеү инде мөмкин булмай, һәм был улар хәленең артабан ауыр буласағын алдан билдәләй. Шуның менән бергә, башҡорт ерҙәренең урыҫ крәҫтиәндәренә күсеүе башҡорт-тарҙың хосуси милек эйәләре мәнфәғәттәрен ҡыҫырыҡлауҙы аңлатмай. Средстволар етешмәгәнлектән уларҙы артыҡ ерҙәрен һатыу ҡыҙыһындырған була.
Этник-ара бәйләнештәр һөҙөмтәһендә килгән һәм урындағы халыҡ хужалыҡта, мәҙәниәттә, телдә һәм көнкүрештә бер-береһенә йоғонто яһай. Урындағы башҡорт халҡы ҡуртым мөнәсәбәттәре, ялланма хеҙмәт һәм кәсептәр аша әкренләп капиталистик мөнәсәбәттәргә ылыҡтырыла. Бөтә ошолар, тотош был яҡ халҡының хеҙмәттәге, көнкүрештәге айырымлыҡтарҙы юйып, иҡтисади тормош берҙәмлеген барлыҡҡа килтерә.
Артур КӘРИМОВ,
Ғәлимйән КӘРИМОВ.