Бөтә яңылыҡтар
Тарихыбыҙ биттәре
27 Ноябрь 2019, 13:00

Бер фоторәсем тарихы

Был биттә баҫылған фоторәсемде Әләгәҙ ауылынан пенсионер, хеҙмәт ветераны Фәнис Мәғәсүмов килтерҙе.

– Башҡортостан шағиры, яҙыусыһы, драматургы, публицист һәм йәмәғәт эшмәкәре Мостай Кәримдең 100 йыллығы йылында район гәзитен уҡыу-сыларҙы бер фоторәсемдең тарихы менән таныштырырға булдым. Унда 1982 йылдың авгусында хужалыҡтың баҫыуҙа-рының береһендә ураҡ ваҡытында Мостай Кәримдең “Мәсәғүт” совхозы хеҙмәтсәндәре менән осрашыу мәле төшөрөп алынған.

Яҙыусыны КПСС райкомының беренсе секретары Зәки Кадиков саҡырғайны. Уға районда ғына түгел, республикала ла алдынғы урындарҙа килгән “Мәсәғүт” совхозы эшсәндәре менән осрашырға тәҡдим итәләр. Әҙип шатланып ризалаша. Осрашыу барышында һәр хеҙмәтсәндең эше һәм көнкүреше менән ҡыҙыҡһына.

Был хәл әле кисә генә бул- ған кеүек хәтерҙә. Ул йылда совхоз игенселәре ашлыҡ һәм ҡуҙаҡлы иген культураларын урыуҙы районда беренселәрҙән булып тамамланы. Яҡшы уңыш алынды – 6100 гектарҙың һәр береһе 22,8 центнер иген бир- ҙе. Хужалыҡ совхоздың машина-трактор паркын һөҙөмтәле

файҙаланған өсөн Бөтә Союз ярышы еңеүсеһе тип табылды. Наградаға КАВЗ автобусы тапшырылды. Шулай уҡ хужалыҡтың һәр эшсеһенә, ә улар 1300 кеше, аҡсалата премия бирҙеләр. Был Мәсетле районында эшсәндәрҙең хеҙмәтен юғары баһалауҙың тәүге һәм һуңғы осрағы булды, – тип һөйләй Фәнис Ғайса улы.

Әйткәндәй, Фәнис Мәғәсүмов бар ғүмерен “Мәсәғүт” совхозына бағышлап, уның үҫешенә баһалап бөткөһөҙ ҙур өлөш индергән. 1966 йылда Башҡорт ауыл хужалығы институтының механизация факультетын тамамлай һәм тыуған совхозына үҙәк ремонт оҫтаханаһы инженер-контролеры булып ҡайта. Бер нисә йылдан баш инженер итеп тәғәйенләйҙәр. Был вазифаны 12 йыл башҡара. Ошо ваҡыт эсендә үҙәк ремонт оҫтаханаһын тулыһынса үҙгәртеп ҡороуҙы ойоштора, двигателдәр эшкәртеү цехы булдыра, двигателдәр йыйыу буйынса стенд ҡуйҙыра, эшселәргә хеҙмәт шарттарын яҡшырта. Былар барыһы ла ауыл хужалығы техникаһын файҙаланыу мөмкинлеген арттыра.

1980 йылдың мартында коммунистар Фәнис Мәғәсүмовты партком секретары итеп һайлай.

Фәнис Мәғәсүмов “Почет билдәһе” ордены менән бүләкләнгән.