Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тарихыбыҙ биттәре
18 Ноябрь 2019, 14:00

Георгий тәреһе кавалеры

Яңы Яуыш ауылынан Әлфиә Ғәлина гәзитебеҙ уҡыусыларына атаһы Сабирйән Данъял улы Усмановтың хәтирәләрен тәҡдим итә. Ул үҙ нәҫеленең тарихын өйрәнеү менән шөғөлләнгән. 2009 йылда “Шәжәрәм – ғорурлығым” район конкурсы номинацияларының береһендә еңеүсе була.


Данъял Усманов ҡатыны Ғәлиә һәм ейәне Ишбулды менән.


“Беренсе донъя һуғышы – илебеҙ тарихының әлегә тиклем ентекләп өйрәнелмәгән биттәренең береһе булып ҡала килә. Совет осоронда Империалис-тик һуғыш тип нарыҡланып, тарих фәнендә уға иғтибар бүленмәй. Шуның һөҙөмтәһендә бөгөн беҙ был дәһшәтле ваҡиға тураһында, унда ҡатнашҡан ата-бабаларыбыҙ хаҡында бик аҙ беләбеҙ. Ә улар араһында һәйкәлдәргә лайыҡ шәхестәребеҙ күп һәм беҙ уларға мәңге рәхмәтле. Шуларҙың береһе – минең атайым Данъял Усманов.

Ул 1893 йылда Мәсетле районының Исмәғил ауылында тыуған (редакциянан: ауыл XX быуаттың 70-се йылдарында мәғлүмәттәр иҫәбенән төшөрөп ҡалдырыла). Ата-әсәһе Тә-ғәзимә һәм Усман Усмановтар ғаиләһендә ун бер: өс ир һәм һигеҙ ҡыҙ бала була.

1914 йылда 21 йәшендә атайымды әрмегә алалар. Уның менән бергә Исмәғил ауылынан ете кеше китә. Ул махсус Измаил полкына эләгә, полк талаптары буйынса һалдаттарҙың буйы 180 сантиметрҙан кәм булмаҫҡа һәм сәстәре бөҙрә бу-лырға тейеш.

Шулай итеп, Данъял Усманов Польшалағы Висла йылғаһы эргәһендә Репенск сик һаҡсылары кавалерияһында хеҙмәт итә башлай. Бөтә хәрби частар ҙа Николай II әсәһе ҡарамағында булғанлыҡтан, ашау һәм кейенеү юғары кимәлдә ойошторолған була.

Тәүҙә ул йәш һалдат курсын үтә. Кавалеристар полкы бул-ғас, уларҙы һыбай йөрөргә өйрәтәләр. Һәр һалдатҡа ат өйрәтергә ҡушыла, һәм улар атты 2-3 м, хатта 8 м оҙонлоҡҡа һәм 1 м 40 см бейеклеккә һикерергә өйрәтергә тейеш була.

1914 йылдың авгусында һуғыш башланыуы тураһында хәбәр сыға. Был ваҡытҡа полк-тағы өйрәнеүҙәр тамамланып өлгөрә. Польша яғынан австро-венгр ғәскәрҙәре, ә Австрия яғынан немец ғәскәрҙәре һөжүм итә.

“Беренсе көндө үк яу беҙҙең өсөн ҙур юғалтыуҙар менән үтте, – тип һөйләй атайым, – беҙҙең сик һаҡсыларына ингән сотнянан яртыһы һәләк булды, илленән дә кәм кеше ҡалды”.

Шул һуғыштағы яуҙарҙың береһендә атайым яраланып, аңын юғалта. Иҫенә килгәндә әсирҙә икәнлеген аңлай. Әсирлектә улар 30-лап кеше була. Өс көн самаһы үткәс, ерән сәсле бер һалдат, командир бул-ғандырмы, бынан ҡасырға кәрәк тип, уларҙы ойоштороп, әсирлектән алып сыға.

“Сыҡҡас ҡайһы яҡҡа йүнәлергә тип, аптырап ҡалдыҡ. Шул саҡта әлеге ерән сәсле ағайыбыҙ үҙебеҙҙекеләр яғына түгел, ә Германия яғына табан барырға кәрәк тип, беҙҙе шул йүнәлештә алып китте. Көнөнә йөҙ километр самаһы үтәбеҙ, биш илде үтергә тура килде. Болгария, Украина яғына килеп сыҡҡас, үҙебеҙҙең һалдаттарҙы осраттыҡ”.

Артабан атайымды тағы һуғышҡа ебәрәләр. 1915 йылда уны I дәрәжәләге Георгий тәреһе ордены менән бүләкләй-ҙәр.

Революция осоронда Данъял Усман улы партизандар отряды командиры була. Һуңыраҡ Ҡыйғы районында милиция башлығы булып эшләй. Уның ете балаһы булған”.

Хаттар бүлеге.