Бөтә яңылыҡтар
Тарихыбыҙ биттәре
20 Сентябрь 2019, 16:01

Тәүге коммунарҙар төйәге

Шулай тип йөрөтәләр беҙҙең районды. Нәҡ бында, Оло Ыҡтамаҡ ауылында, 1918 йылдың апрелендә Башҡорт-останда тәүге булып, һәм Рәсәйҙә беренселәрҙән Устикин хеҙмәт коммунаһы төҙөлә.

Революцион ваҡиғалар тураһында хәбәрҙәр Устикин ауылына 1917 йылдың ноябрь һуңында килеп етә. Хеҙмәт крәҫтиәндәренең әүҙем ҡатнашлығында, Ревком етәкселегендә Крәҫтиәндәр депутаттарының Улус советына һайлау-ҙар үтә.

Петр Филиппов, Тихон Онкин, Иван Балашов һәм башҡаларҙың инициативалары буйынса Устикиндә хеҙмәт коммунаһы төҙөргә ҡарар ителә. 1918 йылдың 9 апрелендә Петр Филипповтың өйөндә (Беренсе Май урамы, 13а) 13 йорт хужаһы үҙҙәренең тәүге асыҡ йыйылышына йыйыла, унда Бөйөк Октябрь тарафынан бирелгән артабанғы яҙмыштарын хәл итәләр. Йыйылышта Петр Филиппов рәйес, Степан Чусов сәркәтип итеп һайлана. Йыйылыусылар маҡсаттар һәм бурыстар, милек-хужалыҡ шарттарын, коммуна ағзалары хоҡуҡтары һәм йөкләмәләрен билдәләүсе устав ҡабул итә – “Коммуна игенселек, баҡсасылыҡ, малсылыҡ, орлоҡсолоҡ, ҡошсолоҡ, балыҡсылыҡ һәм, ғөмүмән, йәмғиәткә файҙалы булырлыҡ тегеһен йәки быныһын үҙгәртеп, теләһә ниндәй хеҙмәт, тимәк, ҡул йәки машина етештереүенә ҡарамаҫтан, хужалығыбыҙ эргәһендә ниндәй ҙә булһа сәнәғәт менән шөғөлләнә”. Коммунарҙар үҙҙәренең етеш тормошон дөйөм эш өсөн тир түгеүҙә күрә.

Май һуңына уның составына 18 ғаилә инә, барлығы 127 кеше иҫәпләнә, уларҙың 66-һы – эшсе, ҡалғандары – балалар һәм ҡарттар. Игенселек буйынса улус коллегияһының 23 апрелдәге дөйөм йыйылышы ҡарары менән Теплая тауы артында коммунаға 850 гектар самаһы ер участкаһы бүленә. Яҙ баҫыуҙарға иген сәселә, дәррәү сыҡҡан шытымдар яҡшы уңыш вәғәҙәләй.

Юғары кулак-сауҙагәрҙәр ауылдағы үҙгәртеп ҡороуҙарҙы күҙәтә. 1918 йылдың июнь көндәре борсоулы була, совет власына ҡаршы заговор әҙерләнә. Йәшерен һүҙ ҡуйышыусылар һәр береһенә яза сараһын билдәләп, большевиктар, активис-тар, коммунарҙарҙан үс алыу-ҙың бөтә аҙымдарын алдан планлаштыра. 18 июндә бөтә асыуҙары һәм күрә алмаусанлыҡтары тышҡа бәреп сыға. Көн үҙәге тирәһендә сиркәү ҡыңғырауҙары бар көсөнә зыңғырлап китә. Сиркәү май-ҙанына тиҙ арала кешеләр йыйыла башлай, уларҙың бер өлөшө был ҡыңғырауҙарҙың нимәгә саҡырыуын да аңламай. Улус советына бәреп ингән халыҡ төркөмө “ҡан ҡойошто булдырмаҫ өсөн” власть һәм ҡоралдарын тапшырыуҙы талап итә. Коммунарҙар “тыныс” тәҡдимгә ризалаша. Ҡоралдарын тапшырғандан һуң шунда уҡ большевиктар, активистар, коммунарҙар һәм партизандар отряды яугирҙарынан үс алыу башлана.

Киске сәғәт 5-тәр тирәһендә ауыл ситендә ҙур бер соҡор ҡаҙыла, арбаларға тейәп килтереп имгәнеп бөткән, ярым үлек хәлдәге коммунарҙарҙы шунда килтереп ырғыталар һәм ер менән күмеп ҡуялар. Бына шулай 10 кеше күмелә, уларҙың күбеһенең әле йәне сыҡмаған була. Совет власы яҡлыларҙы язалау, ҡулға алыу һәм 17 кешене Кусаға ебәреү менән тамамлана, уларҙың барыһын да Кусаға китеп барышлай һәм барып еткәс атып үлтерәләр.

Ул көндәрҙә Златоуст өйәҙе совет власына ҡаршы крәҫтиән сығыштары сығанағына әйләнә. Большевиктар, активистар, партизандар отряды яугирҙарынан шундай уҡ үс алыу Үрге Бобин, Оло Аҡа, Дыуан-Мәсетле, Һабанаҡ ауылдарында ла була. Дыуан-Мәсетле ауылының туғандаштар ҡәберендә – 33, Һабанаҡта 27 совет власы активисы ерләнгән.

1956 йылда Оло Ыҡтамаҡ, Дыуан-Мәсетле һәм Һабанаҡ ауылдарында революция дошмандары тарафынан йыртҡыс-тарса үлтерелгән граждандар һуғышы геройҙарына тәүге обелискылар ҡуйыла. Был обелискыларҙың авторы РФ-тың атҡаҙанған архитекторы Барый Кәлимуллин.

Ул алыҫ революция һәм граждандар һуғышы заманынан 100 йыл үткән, ләкин коммунарҙар хаҡындағы иҫтәлек әле лә тере. Күбеһенең исеме ауылдар урамдарына бирелгән, улар тураһындағы документтар һәм хәтирәләр музей-ҙарҙа һаҡлана.