“Тәүҙә типтәр осо атамаһына аңлатма биреү дөрөҫ булыр. “Типтәр” исеме (русса – тептяри – особая нация) тигән ҡараш йәшәне. Был ысынбарлыҡҡа тура килмәй. Сөнки был осраҡта милләт булыуы мөһим, ә татар-баш-ҡортта ундай типтәр тигән ырыу, аймаҡ исеме юҡ. Шулай булғас, был “типтәр” тигән һүҙҙең сығышы ситкә тибелеүгә (ҡағылыуға) бәйле.
1735-40 йылғы ихтилалдан һуң башҡорт ауылдары яндырыла, халыҡ күпләп яңы ерҙәргә күсенергә мәжбүр ителгән, ә был иһә батша власының башҡорт ерендә күпләп заводтар, ҡәлғә (крепость) төҙөү һәм рус ауылдарын нигеҙләү сәйәсәте була. Күскенселәрҙе башҡортса типтәрҙән “тептяри” яһайҙар, ҡыуылған тигән һүҙ булыуын йәшереү өсөн ҡатлам яһайҙар.
Әй үҙәненә типтәр төркөмөнөң үҙ тыуған ерҙәренән ҡыуылыуы 1735-40 йылғы ихтилалдан һуңғы ваҡытҡа тура килә. Красноуфимск ҡәлғәһе төҙөлөү сәбәпле башҡорттар йәшәгән Ҡыҙылъяр Красноуфимск булып китә. Әртә, Натальинск, Нижнесергинский заводтары ошо осорҙа нигеҙләнә. Шулай итеп, Оло Ҡыҙылбайға – 3 ғаилә (типтәр), Оло Аҡаға – тиҫтәләгән ғаилә, ә Абдуллаға 8 ғаилә килә. Абдуллаға 1726 йылда Көнгөр татарҙары күсеп ултырыуы билдәле. Улар Тәүрә йылғаһының һул яғында, Әйгә ҡойған урында Көнгөр осон нигеҙләйҙәр. Уларҙан һуң, 1759 йылдың 10 авгусында типтәрҙәр башҡорттар менән ауыл эргәһенә күсергә килешеү төҙөй. Ул килешеүҙә “мәңгелек” тигән ҡарар яҙыла. Шулай итеп, ауылға ике күскенсе халыҡ күсә, улар айырым-айырым ултыра.
Был урында “Абдулла исеме ҡасан бирелгән?” тигән һорау тыуа. Әлегә тиклем быға асыҡ яуап биреүсе булманы, сөнки тарихи мәғлүмәт аҙ.
Оло Аҡа ауылынан тарих фәндәре кандидаты Булат Дәүләтбаевтың “Оло Аҡа” китабында ауыл тураһында бер аҙ мәғлүмәт бирелгән. Автор тарафынан Көнгөр осо, Типтәр осо күскенселәре төпләнеүе яҙылған, күсенеүгә баш-ҡорт осо башҡорттары менән килешеү ҡағыҙҙары төҙөлөүе бирелгән. Шулай уҡ Абдулла ауылының тәүге исеме Ҡошсо тип әйтеп үтелә. Абдулла ауылының нигеҙләнеүе, Абдулла исеме бирелеүенә бәйле һорауҙы Әнүәр Әсфәндиәров та, Булат Дәүләтбаев та яуапһыҙ ҡалдыра.
1714 һәм 1726 йылдарҙағы документтарға иғтибар итәйек. 1714 йылғыһында Ҡошсо башҡорттары Аҡбаш Бакеевты, Абдулла Ивановты, Наураз Атаковты, Илекәй Терәсовты үҙҙәренә һыйындырыу-ға ҡул ҡуйғандар. Ә 1726 йыл-ғы килешеүҙә Аҡбаш Бакеев бер үҙе генә. Көнгөр татары Батый Тураев үҙ биләмәһенә күсергә килешеүгә ҡул ҡуя. Унда Абдулла ауылы тигән яҙыу бар. Абдулла Иванов килешеүҙә юҡ, тимәк, ул баҡыйлыҡҡа күскән һәм ауыл уның исемен алған, русса яҙмала “дер. Абдуловой” тип яҙылған.
Әнүәр Әсфәндиәров хеҙмәтендә Абдуллин Сөйөндөк Абдулла улының 1738 йылғы ихтилалда ҡатнашыуы, иптәше Мортаза Нурков менән уны властарҙың эҙәрлекләүҙәре теркәлгән.
Абдулла тураһында һуңғы тарихи сығанаҡтар ырыуҙар тарихы “Ҡошсо. Һыҙғы. Өпәй” китабында (18-се том, 55-се бит) түбәндәгесә яҙыл-ған: “1708 года генваря 4 дни Уфинского уезда Сибирские дороги из деревни Озерной башкирцы Рахмангул Емметев, Абдул Иванов стоварищи послали ево Иликея с товарищем Бексентеем в Кунгурский уезд в деревню Турыш позывать татар к себе в согласие” (текст үҙгәртелмәй, төп нөсхәһендә бирелә). 1708 йылдың 7 ғинуарында баш-ҡорттар Көнгөр өйәҙенә баҫып инә һәм Златоуст, Преображенское, Введенское, Никольское, Медянское, Покровское ауылдарын алалар. Был мәғлүмәт аша Абдулланың 1708 йылғы ихтилалда ҡатнашыуы билдәле булды. Абдулла уҡымышлы зат, мулла булараҡ Ҡошсо ырыуында абруйлы шәхес булған түгелме? Улы Сөйөндөктөң 1737-40 йылдарҙа ихтилалда ҡатнашыуы ла билдәле.
Үкенескә ҡаршы, уның тормош биографияһы билдәһеҙ ҡала, шулай ҙа Оло Ҡошсо шәжәрәһендә Иге- берҙе бей Салют улы (Аҡбей ҡушаматы) ейәне Аҡбаш Бапыев Ҡошсо ырыуы ауылынан Абдулла Ибней (фамилияһы Иванов тип теркәлгән) менән бергә килешеүҙәр төҙөүҙә ҡатнашыуы билдәләнә, уның белеме килешеүҙәр төҙөү өсөн мөһим булған. Килешеү ҡағыҙҙары иҫке төрки телендә яҙылған (ғәрәп графикаһы ҡулланылған). Типтәр осона нигеҙ һалыныу тураһында юғарыла атап үтелде, ләкин уларҙың килеп төпләнеүе, күсенеү сәбәптәре билдәлеме, тигән һорау тыуа. Әлегә тиклем был һорауға яуап бирерлек мәғлүмәт, шәжәрәләр юҡ. Халыҡ араһында һаҡланған легендалар ҙа бик үк инандырырлыҡ түгел.
Инәйем Хәлимә хәтерләүенсә (1918-2012 йылдар), иң оло ҡартатайҙары төйәге Ҡыҙылъяр тарафтары, Красноуфимск яғы тигәндәре иҫтә ҡалған. Был мәғлүмәтте дәлилләү өсөн башҡа сығанаҡ юҡлығы күңелде ҡыра.
Шулай ҙа, рәсми документтарға – ревизияға, 1795 йылғы халыҡ иҫәбен алыу исемлегенә мөрәжәғәт итеүем ҡайһы бер һорауҙарға яуап бирер тигән өмөт уятты. Был исемлек аша түбәндәгеләрҙе асыҡларға мөмкин булды: 1795 йылғы исемлектә күсеп килгән 8 ғаилә, ир-ат, ҡатын-ҡыҙҙар тураһында тулы мәғлүмәт, ҡайһы ҡайҙан кәләш алған, ҡыҙҙарын ҡайһы милләткә биреүе аша уларҙың ниндәй милләткә өҫтөнлөк биреүҙәрен асыҡланым. Улар кәләш алыу, ҡыҙ биреүҙә Пермь, Красноуфимск һәм Боғалыш тарафтары менән бәйләнеш тотҡан.
Абдулла ауылының типтәр осо, башҡорт осо, Көнгөр (татар) осо айырым ауыл булып йәшәгән. Хәҙер ауыл урамдары тоташҡан, ә тарихтан билдәле булыуынса, урамдар 1865 йылдарҙа ғына Рәсәй законы нигеҙендә рус ауылдарына оҡшатып ике яҡлы итеп, йорттар араһынан юл менән төҙөлә. Йөҙ йылдан ашыу (1759-1865 йылдар) Көнгөр осо менән типтәр осо араһын кәртәләп тотоу булған. Быны ауылдағы имәнтау исеме дәлилләй, сөнки бөгөн ауыл эргәһендәге был тауҙа имәндең исеме генә ҡалған. Уны бағанаға алыу имәнлекте ҡырып бөтөрөүгә килтергән.
Ауыл халҡы совет осоронда ла ауыл урамдарын өс осҡа бүлеп атап йөрөттө. Ләкин тарихи сығанаҡтарҙа ауыл ике өлөшкә бүлеп йөрөтөлгән. Тәүрә йылғаһының уң яғы башҡорттар, ә һул яҡ ярында йәшәгәндәр татар (ясашные татары) һәм типтәрҙәр тип яҙылған (1865 йыл). Әнүәр Әсфәндиәров хеҙмәттәрендә яһаҡ түләүсе татарҙар (1726, 1776,1782) күсенгән тиелә (килешеү ҡағыҙы буйынса). 72 йортта 405 татар, 4 типтәр йәшәгән тиелә, ә башҡорттар 78 йорт – 478 кеше.
Ауыл халҡының батша осорондағы ауылға Бөрө өйәҙенән күсеп килгән татар-ҙар тураһындағы тарихи материал (Твое шежере . V йыйынтыҡ, 42-45 биттәр) өйрәнелмәгән. Көнгөр осо татар-ҙарының үҙҙәрен Пермь тарафтарынан күсенеп килгән тигән мәғлүмәте ысынбарлыҡҡа тура киләме? Халыҡ иҫәбен алыу исемлегендә 8 ғаилә тураһында былай теркәлгән: 1. Малик Муслюмов (поступил по указу Оренбурской казенной палаты из Бирской округи 1807 года). Артабан исемлек дауам итә. Бөтәһе 13 йорт теркәлгән, 84 ир-ат йәшәгән. 1834 йылда йорт һаны – 38, ир-ат – 124, ҡатын-ҡыҙҙар – 116. Был ике исемлектә “отдан в рекруты 6 человек” тиелгән. Улар 25 йыллыҡ хеҙмәткә алынған булып сыға. Минеңсә, үҙҙәрен Көнгөр татарҙары тип иҫәпләгән ауыл татарҙары ата-бабалары сығышын белергә теләһә, уларға Златоуст ҡалаһы архивы аша ғына белергә мөмкин.
Абдулла боронғо ауыл булараҡ үҙ йолаларын һаҡларға тырышты, үҙ-ара татыу, килешеп йәшәргә ынтылдылар. Ил кисергәнде улар ҙа кисер-ҙе. Ә быны үткән тарихи ваҡиғалар дәлилләй. 1773-75 йылдарҙағы крәҫтиән һуғышында ауылдың берҙәм ҡатнашыуы билдәле. Мәҫәлән, башҡорттар Ҡыҙылбайҙан Пугачев полковнигы, старшина Илсеғол Этҡолов отрядында булһа, ә типтәр, татар-ҙар осо – старшина Ҡаныҡай Яшпохтин отрядында. Абдулланан 17 кеше ҡатнашыуы билдәле.
Абдуллалар өсөн быйылғы йыл мөһим – тарихи юбилей: типтәрҙәр күсенеүҙең 260 йыллығын билдәләйҙәр. Ауыл-ға ҡошсо башҡорттары күсеп ултырыуы 1660-70 йылдарға тура килә.
Һуңғы сирек быуат Абдулла халҡы башҡа ауылдарға үрнәк булырлыҡ. Улар үҙ ауылдарына тоғро ҡалып, уның киләсәге хаҡына лайыҡлы өлөш индерә. Был йәһәттән Абдулланың “Иң матур ауыл” республика конкурсында лауреат исеме алыуы миҫал булып тора. Улар сәнғәттә лә һынатмай, эштә лә уңғандар”.