Бөтә яңылыҡтар
Тарихыбыҙ биттәре
22 Июль 2019, 13:05

Аҫаба башҡорт ерҙәренә рустарҙың килеп ултырыуы

1773-1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышын баҫтырғандан һуң Башҡортос-тандың төньяҡ-көнсығышына рус дәүләт крәҫтиәндәрен килтереп урынлаштыралар.

Ул XIX быуаттың беренсе яртыһында рус крәҫтиәндәрен күсереп килтереүҙең бер өлөшө була. Ҡошсо, Дыуан, Балаҡатай, Әйле, Мырҙалар волостары башҡорттары биләмәләренә, йәғни Өфө, Троицк өйәҙҙәренең төньяҡ өлөшөнә, Красноуфимск өйәҙенең көньяҡ өлөшөнә рустар күпләп килеп ултыралар. XVIII быуаттың 70-се йылдарында был биләмәләрҙә рус-тар бөтөнләй булмаһа, XIX быуаттың 30-сы йылдарына улар рус милләтенән булмаған халыҡтан һан буйынса артып китә. XIX быуаттың уртаһына был тарафтарҙа рус халҡы башлыса формалашҡан була.

Тарихи әҙәбиәттә Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышына ҡаҙна крәҫтиәндәренең (хөкүмәткә ҡараған крепостной крәҫтиәндәр) килеп урынлашыуҙары өйрәнелмәгән әле. Бары Булат Дәүләтбаев яңы килеп урынлашҡан халыҡтың барлыҡҡа килеүе тураһында төп мәғлүмәттәрҙе йыйған. Уларҙан рус дәүләт крәҫтиәндәренең Пермь губернаһының Көнгөр, Красноуфимск өйәҙҙәренән булыуҙары күренә.

1800 йылда Ыҡ йылғаһының Әйгә ҡойған урынында Ыҡтамаҡ ауылы барлыҡҡа килә. Ыҡтамаҡҡа килеп ултырыусылар XVII быуаттың беренсе яртыһында Көнгөр-ҙән алыҫ түгел сылвен (Пермдәге) татарҙарынан ерҙәр һатып алған һәм Кишерть (һуңынан Усть-Кишерть) ауылына нигеҙ һалған черносош крәҫтиәндәре Томил Елисеевтан һәм башҡаларҙан башланғыс ала, тип уйларға нигеҙ бар. Хәҙерге Оло Ыҡтамаҡ урынында беренсе булып Самоил Окулов менән Семен Редькин ҡаҙыҡ ҡаға. Күсеп килеп, ауылға нигеҙ һалыр өсөн уңайлы ерҙәрҙе тәүләп улар эҙләп килә. Ә инде 1800 йылда батҡаҡ юл буйлап Пермь губернаһының Көнгөр өйәҙенән йөктәр тейәлгән арбалар яңы урындарға юллана, малдарын ҡыуып килтерә. Дәүләт крәҫтиәндәрен индереүгә барлығы өс килешеү төҙөлә, һуңғыһы архивта һаҡланған.

1811 йылғы ревизияла Ыҡтамаҡта йәшәгән барлыҡ ирҙәрҙең тулы исемлеге бар: барлығы 275 кеше, 89 ғаилә. Документта Көнгөр округының урындары күрһәтелгән – күсеп килеүселәрҙең күпселеге Златоуст, Крестовоздвиженская, Поташинская, Торговская, Соборская, Черноярская һәм башҡа волостар-ҙан.

Ыҡ йылғаһының Әйгә ҡойған түбәнге ағымы – Мәсетле еренең бик матур мөйөшө. Ул Пермь губернаһынан дәүләт крәҫтиәндәре килгәнгә тиклем буш торғанмы, әллә бында берәй башҡорт биләмәләре булғанмы? Һаҡланып ҡалған документтар был һорауға раҫлап яуап бирергә мөмкинлек бирә.

1855-1858 йылдарҙа Оло һәм Бәләкәй Ҡошсо волостары аҫаба башҡорттарының һәм килмешәктәрҙең ерҙәрен урынлаштырыу буйынса комиссия эшләй башлай. 1856 йылдың 30 ноябрендә ултырышта комиссия ҡаҙна палатаһы эштәрендә дәүләт крәҫтиәндәре менән идара итеүсенең Салйеғот һәм Туҡтағол ауылдары бер ауыл булараҡ күрһәтелеүен етешһеҙлек булараҡ билдәләй. Был тап килмәгән мәғлүмәтте асыҡлау полковник Соколовҡа йөкмәтелә. Ҡошсо волосы башҡорттары уға былай тип аңлата: “на месте деревни Туктугулово (икенсе төрлө итеп әйткәндә Биксәнтәйҙә) пришлые крестьяне Устьикинска построили самовольно 8 домов и завели 3 мельницы”. Юҡҡа сыҡҡан Туҡтағол-Биксәнтәй ауылы тағы ла Бәләкәй Салйот тип йөрөтөлә. Артабан документта былай тиелә: “На требование Соколова, действительно ли одна из показанных на плане деревень Сальютовых уничтожена, и которая именно, начальник бывшего 9-го башкирского кантона донес, что деревня Сальзегутово составилась из таковых же Биксентеевой-Туктугулово так и Сальзегутово и что усадьба первой уничтожена по заселению крестьян с Устьикинского”.

Шулай итеп, Оло Ыҡтамаҡтың тәүге өлөшө Биксәнтәй-Туҡтағол-Бәләкәй Салйоғот тигән төрлө исемдәр йөрөткән башҡорт ауылы урынында төҙөлә.

Оло Ыҡтамаҡ ауылы тиҙ ҙурая. 1811 йылға 550 самаһы кеше иҫәпләнә. Һәр ревизия ваҡытында ауылда Ыҡтамаҡ халҡының үҙе тарафынан башҡорттарға хәбәр итмәйенсә кертелгән күп кешеләре асыҡлана. 1832 йылда сиркәүгә нигеҙ һалына.

Ошо ваҡытта 1834-1835 йылдарҙа Башҡортостанда крәҫтиән ихтилалдары күтәрелә. Ыҡтамаҡ халҡы хөкүмәткә ҡаршы сығыштарҙа ҡатнашмай торалар һәм властың уларҙы яңы йәшәү урынында ҡалдырыуҙарына ирешәләр. 1847 йылда хәл ыҡтамаҡтар файҙаһына хәл ителә: ҡаҙна палатаһы күрһәтмәһе менән улар бер ир башына 15 дисәтинә иҫәбенән башҡорт ерҙәрен тулы милеккә алалар.

Оло Ыҡтамаҡ ауылынан айырылып сығып Верхний Загорский (1807 йыл) һәм Түбәнге Загорский (1877 йыл) ауылдары барлыҡҡа килә. Элекке Сальево башҡорт ауылы урынында 1833 йылда Кесе Ыҡтамаҡ барлыҡҡа килә.

Бобин ауылы Ҡошсо волосы башҡорттарының 1808 йылдың 13 июнендәге килешеүе нигеҙендә барлыҡҡа килә. 10 йылдан һуң унда 25 ир-егет, 1834 йылда 27 ир-егет була. 1826 йылдың 27 сентябрендәге килешеү буйынса башҡорттарға оброк түләү шарты менән Түбәнге Бобин ауылы барлыҡҡа килә. Ерҙә ерле халыҡ менән бер тигеҙ хужалыҡ итәләр. Был ауылдарға бер туған Бобиндар нигеҙ һала.

Был осорҙа килеп урынлаш-ҡан рус дәүләт крәҫтиәндәре үҙҙәрендә булған ерҙәрҙең хужалары тип табыла. Бер йәм-ғиәттең дә күсемһеҙ милек алыу тураһында нотариаль килешеүе булмай. Аҫаба баш-ҡорттарынан крәҫтиәндәргә ерҙәр күсереү тәртибе барлыҡ йәмғиәттәрҙә бер була.

Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында башҡорт- тарҙың ерҙәренә рустарҙың килеп ултырыуы бер төрлө бара һәм ул хөкүмәт сәйәсәтенең, рус крәҫтиәндәрен баш-ҡорт ерҙәренә дөйөм күсереү сәйәсәтенең бер өлөшө булып тора.

Артур КӘРИМОВ,

Ғәлимйән КӘРИМОВ.