Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тарихыбыҙ биттәре
6 Июнь 2019, 18:05

Ауылым – яҙмышым

Егерменсе быуаттың алтмышынсы-етмешенсе йылдарҙағы “перспективаһыҙ” тип бөтөрөлгән ауылдар өсөн ул ваҡыттағы Совет власын ғәйепләнек, әйтерһең, үҙенең тос һүҙен еткерерлек халыҡ булмаған.

Ул дәүерҙә район буйынса тиҫтәнән ашыу ауылдар юҡҡа сыҡты, быны рәсми сығанаҡтарға таянмайса ла әйтә алам. Мин белгән юҡҡа сыҡҡан ауылдар: Иҫке Ауыл (Яңы Мишәр ауыл Советына ҡараған), Исмәғил, йәки Үгеҙ ауылы (Яңы Яуыш), Төнгөлдө (Абдулла), Төрөпкилде (Яңы Яуыш), Аҡҡын (Йонос), Һалҡын Шишмә (Ростов), Ҡалмия, Крючковка (Оло Ыҡтамаҡ) һәм Барышовка (Кесе Ыҡтамаҡ).

Ошо ауылдарҙың күбеһендә башланғыс мәктәп, клуб һәм магазин булған. Уларҙа ауылдың киләсәге булған балалар ҡанат нығытҡан, тормош көтөргә өйрәнгән. Һөҙөмтәлә күптәре ауылда нығынып, ауыл тормошон лайыҡлы дауам иткәндәр. Үтә һәләтлеләре уҡыуҙарын артабан дауам итеп, юғары дәрәжәләргә ирешкән. Бер генә миҫал, билдәле дәүләт эшмәкәре Раид Миңлебаев Аҡҡын ауылында тыуып, башланғыс белемен урындағы мәктәптә алған. Уның бер туған ҡустыһы Радик Миңлебаевтың да бала сағы ошо ауылда үтә. Бөгөн ул – Башҡорт дәүләт аграр университеты профессоры, ауыл хужалығы фәндәре докторы. Бер уйлаһаң, хайран ҡалырлыҡ күренеш: 1959 йылда йөҙҙән ашыу кеше йәшәгән ауыл һә тигәнсе юҡҡа сыҡһын әле. Шулай итеп 1740-1750 йылдарҙа Оло Ыҡ йыл-ғаһы буйында нигеҙләнгән ауыл 1980 йылда иҫәптән алына.

Билдәле шәхес, райондың почетлы гражданы Анатолий Фуфаев Барышовка ауылында донъяға килгән. Һөйә (Суя) йыл-ғаһы буйында урынлашҡан был ауылда 1959 йылда йөҙҙән ашыу кеше иҫәпләнгән. Тетрәткес күренеш: Бөйөк Ватан һуғышына ошо бәләкәй генә ауылдан 41 кеше китеп, тик 13-ө генә кире әйләнеп ҡайта алған.

Төрөпкилде ауылында бөтә Башҡортостанға билдәле дин әһеле, әүлиә Миңлейәр хәҙрәт тыуған һәм донъя көткән.

Кесе Ыҡтың Әйгә ҡойған ерендә бер урамлы ғына Иҫке Ауыл була торған ине. Ул ваҡытта әле мелиорация шауҡымы теймәгән йәшел гүзәллектә, тулы тормош менән йәшәне бындағы ҡунаҡсыл халыҡ. Ошо ауылдан Ахунйән бабай Әхмәтйәнов бигерәк тә йор һүҙле кеше була торған ине. Әйткәндәй, “Башҡорт халыҡ ижады”ның күп томдарында ваҡытында унан яҙып алынған күп әҙәби ҡомартҡылар урын алған. Оҙаҡ йылдар колхоз идараһы, ауыл Советы башҡарма комитеты рәйесе булып эшләп, артабан дин юлында ауылдаштарына иман нуры таратҡан Дамир Хафизов та сығышы менән ошо ауылдан ине.

Һаҡланып ҡалған яҙма сығанаҡтарҙан күренеүенсә, үҙенсәлекле, оло шәхестәр биргән, бай тарихлы ауылдар йәшәүҙән туҡтаған.

Яҡты киләсәккә өмөт итеп, халыҡ яҙмышына битараф булмаһаҡ икән. Тереләрҙең ҡәҙерен бел, үлгәндәрҙең ҡәберен бел, тип юҡҡа ғына әйтелмәй халыҡ телендә. Районда был юҫыҡта башланғыс та бар: 1994 йылда Һалҡын Шишмә ауылының алтмыш йыллығы киң билдәләнеп үтелде.

2010 йылда район гәзитенең “Район һулышы” рубрикаһында баҫылған бер мәғлүмәтте уҡып, хайран ҡалған инем: 2009 йылда районда 12 бәләкәй комплектлы мәктәп ябылған. “Кит-һә ерҙәр, бел шуны: мәсет китер, мәктәп китер”, – тип юҡҡа ғына иҫкәртмәгән беҙҙе бөйөк Шәйехзада Бабич.

Ғәлимйән КӘРИМОВ,

РФ һәм БР Журналистар берлеге ағзаһы.