Бөтә яңылыҡтар

Их, туйғансы икмәк ашарға...

Бөйөк Еңеүҙең 74 йыллығы Һуғыш осоро балаларының иң ҙур теләге шул ине

Миллионлаған кешенең ғүмерен өҙгән, әсәләрҙең әсе күҙ йәшен түктергән, йәш ҡатындарҙы тол иткән, балаларҙы атайһыҙ ҡалдырған һуғышта минең атайым Шакирйән Закарин да хәбәрһеҙ юғалды. Ул һуғыштың тәүге көндәренән үк яуға китте һәм кире әйләнеп ҡайтманы. Ҡара ҡағыҙ килгәндә әсәйемә – 33 йәш, ағайыма – 11 йәш, миңә 11 ай булған.

Атайым Сәлиха өләсәйемдең бер-ҙән-бер улы була. Улар әсәйем Әминә менән икеһенә лә 17 йәш булғанда өйләнешәләр. 15 йыл йәшәгәндән һуң, һуғыш уларҙың бәхетле тормошон юҡҡа сығара.

Әсәйем колхоз эшенә тулыһынса егелгән көслө рухлы ҡатын була. Беҙҙе һау-сәләмәт тәрбиәләп үҫтерҙе.

Фронттан яҡын кешеңде юғалтыу тураһында хәбәр – һынауҙарҙың иң ауыры. “Ҡайтабыҙ тип киттегеҙ, ҡайтманығыҙ тыуған илдәргә”, – тигән һүҙҙәр ул осорҙағы һәр ғаиләлә тиерлек яңғырай.

Һуғыш ауыл халҡы өсөн ауыр булды. Бар эште ҡул көсө менән башҡар-ҙылар, аслы-туҡлы йөрөнөләр. Әсәйем йәйен берәр гектар бесән саба, һыйыр һауа, ҡыштарын урман киҫә. Көҙ бул-һа, ҡапсыҡ-ҡапсыҡ ашлыҡ күтәреп, уны ҡороталар ине. Һуғыш бөткәнсе өмөтөн өҙмәй атайымды көттө, уның яҙған хаттарын һаҡланы. Бына уның Ленинградтан ебәрелгән һуңғы хаты: “Ҡәҙерле Әминә, ҡайнар сәләм. Пока иҫәнмен. Сәләм әниемә, балаларға, туғандарға. Немец авиацияһы көнө-төнө бомбить итә, бик күп иптәштәрем үлде. Мин, ҡулым яраланып, 28 көн госпиталдәмен. Һиңә 10 хат яҙған инем, һеҙҙән бер хат та алманым. Районда редакцияла эшләгән Фәйзи Биков менән бергәбеҙ, ул әле минең исемдән хат яҙа. Ул да яралы.

Әминә, иҫән-һау йәшәгеҙ, бала- ларҙы уҡытып, әнине ҡара. Фамилияны үҙгәртмә. Хушығыҙ.”

Әсәйем васыятты үтәне, һораусылар булһа ла, кейәүгә сыҡманы, беҙҙе уҡытты. Аллаға шөкөр, йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәнек. Әсәйем өләсәйем менән 20 йыл бергә йәшәне. Һуңынан килене менән 20 йыл йәшәне, ейән-ейәнсәрҙәрен ҡараны.

Һалдат ҡатындары шинель кейеп ир-егеттәр менән бер сафта атламаһа ла, Бөйөк Еңеүгә керткән өлөштәре ҙур. Ирҙәрен фронтҡа оҙатып, 4-әр, 5-әр бала менән ҡалып, Еңеүҙе яҡынайтыуға күп көсөн һалған Ҡыҙылбай ауылы ҡатындары: Мәймүнә Сабирйәнова, Файза Әбдрәхимова, Әсбия Хорамшина, Миңлегөл Саҙиҡова, Хөсникамал Абдуллина, Фариза Вафина, Рәшиҙә Тәғрифуллина, Хәтимә Ҡорбанова, Маһинур Саҙиҡова, Камила Сафина, Камила Ризванова, Миңнур Ғимазиева, Бибинур Хизбуллина, Хәтирә Сәйҙәхмәтова, Тайба Шәйәхмәтова, Фәхринур Абдрахманова, Магашук Хәйретдинова, Мәликә Абдуллина, Рәхимә Ғиззәтова. Уларҙың һәр ҡайһыһы – хеҙмәт ветераны, фиҙаҡәр хеҙмәт күрһәтеп, лайыҡлы тормош көтөп, балаларына тәрбиә биреп үҫтерҙеләр. Яҙмыштарына төшкән ауыр һынауҙарға бирешмәнеләр. Тылда Еңеүҙе яҡынайт-ҡан был ҡатындарҙы оноторға хаҡыбыҙ юҡ.

Бөгөн беҙ тыныс тормошта йәшәйбеҙ, күк йөҙөбөҙ аяҙ, табын тулы икмәк. Киләсәк быуын һуғыш һүҙен белмәһен, күңелдәребеҙ тулы шатлыҡ булһын.

Һүрәттә: һулдан уңға: Әминә Закарина менән Һылыу Хажиева (1940 й.).


Флүрә ЗАКАРИНА,

Оло Ҡыҙылбай ауылы.