Бөтә яңылыҡтар
Тарихыбыҙ биттәре
14 Март 2019, 12:08

Әжекәй фажиғәһе факттары

Һәләк булған ауылдаштарыбыҙға мәңгелек хәтер


Мөкәрәмә Сәләхова ейәндәре менән.


Әсәйем Мөкәрәмә Сәләхова Әжекәй фажиғәһе ваҡиғаларын яҡшы иҫендә ҡалдырған. Уға ул саҡта 16 йәш булған.

Был көндө, 1918 йылдың 26 июнендә, өләсәйем Мөхтәрәмә балалары Ҡасим (19 йәш), Фәхерйән (10 йәш), Мөкәрәмә һәм Менәүәрә менән өйҙә булалар. Ауылда ҡанлы үлеш-ҡырыш башланғас, өләсәйемә нисек тә булһа улдарын ҡотҡарып ҡалырға кәрәк була һәм ул әмәлен таба: Ҡасимға ҡатын-ҡыҙ күлдәге кейҙерә, ә үҙе өҫтәл эргәһенә ултырып, Фәхерйәнде (1940 – 1950 йылдарҙа ул Мәсетле район Советы рәйесе булып эшләгән) оҙон итәге аҫтына йәшерә. Тикшереү менән йөрөгән ике һалдат хатта баҙҙы ла ҡарап-тикшереп сыға, әммә бер нәмә лә тапмай. Шулай итеп өләсәйем улдарын һәләкәттән ҡотҡарып ҡала.

Ул фажиғәле көндөң иртәһендә әсәйемдең апаһы Мәликә Беренсе донъя һуғышында бер аяғын юғалтҡан ире Ҡәниф менән Орошло тауына еләккә киткән булалар. Бер ни тиклем ваҡыттан улар ауыл яғынан атыш тауыштары килгәнен ишетә.

– Мәликә, әйҙә, өйгә ҡайтайыҡ. Ауылда пулеметтан аталар, – ти Ҡәниф.

Йыраҡтан юл буйындағы һалдаттарҙы күрәләр, улар араһында күрше ауыл кешеләрен танып ҡалалар.

Урмандан сыҡҡас, уларҙың алдында ҡот осҡос күренеш асыла: бөтә ауыл дөрләп яна, күктә ҡара төтөн болоттары аҫылынып тора. Ут уларҙың өйөн дә ялмап алған була. Әгәр батша Рәсәйе Ҡәнифте һыңар аяғынан яҙ- ҙырһа, ҡыҙылдар уны өйһөҙ ҡалдыра.

Ни өсөн, ни сәбәп менән, кемдең ғәйебе арҡаһында, ниндәй гонаһтары өсөн үлтерелгән һәм кәмһетелгән һуң әжекәйҙәр? Ситтән килеп Логинов отрядына ата башлаған кешеләр алдында уларҙың ғәйебе бармы? Ә бәлки бөтә ғәйеп әжекәйҙәр һөжүм итә тип уйлап, хәлдең айышына төшөнөп тормайынса юлдарында осраған ауылдың бөтөн ир-атын атырға бойороҡ биргән ҡыҙыл-армеецтар отряды командирындалыр?! Әллә был фажиғә үҙ кешеләре үҙҙәрен үлтергән бер ниндәй тәртибе лә, әхлағы ла булмаған граждандар һуғышының шаңдауымы?

Был көндө һалдаттарҙың башбаштаҡлығының сиге булмай. Мәликәнең һүҙҙәренсә, улар дуҫының туйында йөрөгән бер егетте ҡоймаға бәйләп, башта язалайҙар, һуңынан кәрәсин һибеп яндыралар. Үҙҙәренең ҡан ҡойғос яуызлыҡтарын ҡылып, балаларҙы – етем, ҡатындарҙы – тол, әсәләрҙе улһыҙ ҡалдырып, һалдаттар ауылдан сығып китә.

Һәләк булғандарҙы бөтөн ауыл менән ерләйҙәр. Һәр бер һәләк булған кешегә айырым ҡәбер ҡаҙырға хәлдәре лә, ваҡыттары ла булмай. Көндөң бик эҫе булыуы арҡаһында һауала ауыр еҫ тора. Ә урындағы властарға әжекәйҙәр ситкә әйләнә.

Ул ваҡиғаларға инде 100 йылдан ашыу ваҡыт үткән. Әле ауыл төҙөкләндерелә һәм йылдан-йыл матурлана бара. Йәштәр йорттар һала, өлкән быуын ваҡыт менән бергә йәшәргә тырыша. Ауылда ике ҡатлы урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер пункты, почта бүлексәһе, мәсет, мәҙәниәт йорто, китапхана бар. Ауыл кешеләре фермерлыҡ, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә.

Ләкин беҙ, әжекәйҙәр, үҙебеҙ йөрөгән урамдарҙың атайҙарыбыҙ, олатайҙарыбыҙ, ҡарт олатай-ҙарыбыҙ ҡаны, әсәй-өләсәйҙәребеҙ, ҡарт өләсәйҙәребеҙҙең күҙ йәштәре менән һуғарылыуын оноторға тейеш түгел. Башҡа кешеләрҙең гонаһтары өсөн әжекәйҙәр хаҡты бик ҡиммәт түләгән.

“Мәсетле тормошо” гәзитенең 2018 йылдың 12 июнендәге 47-се һанында “Әжекәй фажиғәһе” исеме менән мәҡәлә баҫылып сыҡҡайны, унда әжекәйҙәргә йөҙ йыл элек ғәйепһеҙ үлтерелгәндәрҙең исемдәрен обелиск йәки һәйкәл менән мәңгеләштерергә ваҡыт түгелме икән,

тиелгәйне. Минеңсә, ваҡыт ҡына түгел, ә хәҙерге генә түгел, ә киләһе быуындар ҙа ауылдарының тарихын белһен, үҙ ата-бабаларын онотмаһын һәм “Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмаған” тип әйтә алһын өсөн, ул беҙҙең һәләк булған ауылдаштарыбыҙ алдындағы туранан-тура бурысыбыҙ.

Марс ӘХЙӘМОВ,

Әжекәй ауылы

(мәҡәләлә шулай уҡ Филарис Хисамовтың хәтирәләре файҙаланылды).