Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тарихыбыҙ биттәре
10 Ғинуар 2019, 12:09

Салауат Юлаев тарихын өйрәнеү дауам итә

Башҡорт милли геройының әсәһе ҡайҙан?

Пугачев етәкселегендәге 1773 – 1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы Рәсәй тарихында күп милләттәр ҡатнаш-ҡан иң ҡеүәтле халыҡ хәрәкәте булып тарихҡа инде. Был хәрәкәт башланыуға инде 245 йыл үткән, ләкин был осор тарихы әленән-әле яңы мәғлүмәттәр менән байый, йәғни ҡайһы бер төҙәтеү, дөрөҫләү документтары табылып тора, ә был иһә тарихи ысынбарлыҡты тулыландыра тип әйтә алабыҙ.

Был йәһәттән башҡорт милли батыры Салауат Юлаев – ошо хәрәкәттә милли азатлыҡ өсөн көрәшкән, 21 йәшендә шәхес булып өлгөрөп, батша иҙеүенә ҡаршы сығып, милләтенең азатлығы өсөн ҡораллы ихтилалды етәкләүсе батыр, сәсән, оҫта хәрби ойоштороусы булып таныла – башҡорт милләтенең азатлыҡ символына әүерелә. Шуға күрә уның һыны Башҡортостан гербында үҙәк урынды биләй.

Салауаттың тарихы өйрәнелә, уның тураһында энциклопедик һүҙлек тә баҫылды, ләкин уның биографияһының бәхәсле, билдәһеҙ биттәре әле асылып бөтмәгән, бигерәк тә ата-әсәһе тураһында, уларҙың ҡайһы ырыуға бәйле булыуы йәғни күп ырыуҙар дәғүәһе әле һаман ентекле өйрәнелмәгән, кәрәкле тарихи сығанаҡтарҙың етешмәүе бәхәскә урын ҡалдырҙы.

Ләкин был билдәһеҙлеккә сик ҡуйырға ваҡыт етте, тип уйлайым. Крайҙы өйрәнеүсе булараҡ, үҙ ҡарашымды тәҡдим итәм, йәғни бәхәскә нөктә ҡуйыуҙы күҙ уңында тотам.

2012 йылдың 26 сентябрендә Салауат районында “Сала-уат көндәре” айҡанлы фәнни-ғәмәли конференция уҙҙы, был сарала С. Юлаев ижадын өйрәнеүсе ғалим, фән эшмәкәре И. М. Гвоздикова ла ҡатнашты.

Конференцияла сығыш яһаусыларҙың күпселеге Салауаттың әсәһе Салауат районынан, икенселәр Мәсетле районы Ләмәҙтамаҡ ауылынан, ә өсөнсөләр Балаҡатай районы Үтәштән, тигән сығыштарҙы тыңлағас, был бәхәскә әҙерләнмәһәм дә, үҙ ҡарашымды ет-керҙем, йәғни Салауат Юлаевтың Мәсетле ерендә – Ҡотош ауылында ике тапҡыр һәм Ҡыҙылбайҙа булыуын иҫкә төшөрҙөм. Халыҡ легендаһындағы ҡарашты дөрөҫләргә ярҙам итеүсе дәлил – Юлай-ҙың икенсе көндө Красноуфим (Ҡыҙылъяр) ҡәлғәһенә килеп етеүе. Салауат районы менән Красноуфим араһы 200 саҡрым, ә Ҡотош ауылынан – 100 км, тимәк уның үҙ әсәһе туғандарында булыуы ысынбарлыҡҡа тап килә, ләкин И. Гвоздикова тарихи мәғлүмәт булмауы һәм шул арҡала был мәсьәләнең асыҡ ҡалыуын әйтеп үтә.

Аллаға шөкөр, тиергә кәрәк, 2016 йылда “История башкирских родов йыйынтығының 18-се “Кошсо, Сызги, Упей” томы (139-сы бит) сыҡты. Бында Рахманғол ауылы тураһындағы мәғлүмәт – “Горная власть и башкиры в XVIII веке” иғтибарға лайыҡ. Унда Салауаттың атаһы Юлай Аҙналин иҫкә алына. Түбәндә шул өҙөктө тәҡдим итәм:

“Образование этого села связано с именем “верного” башкирского старшины Кузяша (Кудаша) Рахмангулова, который образовал Большекущинскую волость, заняв часть земель Ишимской волости. Башкирские старшины, среди которых был Юлай Азналин (отец Салавата), выселили его с родной земли из-за его соглашательской по отношению к властям позиции. Он переселился на другое место – нынешнее Рахмангулово. Используя свои связи и влияние генерал-губернатора старшина продал Строгановым за 300 рублей, часть земель Ишимской волости, которая была передана заводчанину Лучинину уже за 280 тыс. рублей”.

Һис шикһеҙ, был тарихи мәғлүмәтте мөһим табыш тип атарға була, сөнки Оло Ҡошсо ырыуы старшинаһы мулла Күҙәш Рахманғолов тарихи шәхес булараҡ 1735 – 1740 йылғы ихтилалда батша яғында бул-ған, “ышаныслы старшина” булараҡ Рәсәй заводчиктарына ер һатыуын дауам итә. Шигер улусы ерен 300 һумға һатыу документы рус яҙыусыһы Н. Л. Скалозубов очергында (1893 й.) баҫылған.

Был документҡа Күҙәш менән Шигер ауылдарының 14 кешеһе ҡул ҡуйған, ләкин унда Юлай Аҙналиндың исеме теркәлмәгән. Ни өсөн Юлайҙың исеме юҡ, тигән һорау тыуа, сөнки ул сит ырыу кешеһе булған. Артабан, ерҙәре һатыл-ғас, уны старшина итеүҙәре яҙылған, тимәк Ҡошсо ырыуы старшинаһы Әртә, Өфө-Шигер ауылдарын Ҡошсо ырыуына ҡушҡан булып сыға түгелме? Сөнки Н. Скалозубов очергында былай тип яҙылған:

“…что живут деревни Урмекеево, Уфа-Шигири, Арти-Шигири на даче Артинского казенного завода на проданной ими земле”.

Тарихи сығанаҡтарҙа Салауаттың атаһы Юлай тураһындағы мәғлүмәт аҙ, уның старшина булыуын яҡынса яҙалар. Мирас Иҙелбаевтың арҙаҡлы шәхестәр тормошо тураһындағы “Юлай улы Салауат” тигән китабында рус тарихсыһы Р. Г. Игнатьев яҙыуынса “Тоғролоҡ күрһәтһә лә, рустың бөтә нәмәһенә ҡаршы кеше, ул үс алыуҙы улына төшөндөрҙө” тип яҙһа, ә һуңыраҡ икенсе рус яҙыусыһы Ф. Д. Нефедовтың әҫәрендә “ул аҡыллы, йоғонтоло кеше була, бер нисә рәт волость старшинаһы булған” тиелә. Йәғни 1760 йылдар һәм һуңғыһы 1768 йылда Ырымбур губернаһы генерал-губернаторы кенәз А. А. Путятин тарафынан старшина итеп тәғәйенләнә.

Тимәк, Юлай Аҙналин ауылының ырыуҙар ҡушылыуы 1760 йылдан алда булып сыға. Уның кәләше Аҙнабикә – Салауаттың инәһе улын 1752-54 йылдар тирәһендә табыуын билдәләйҙәр.

Табылған тарихи сығанаҡтың иң мөһиме Юлайҙың олоҡошсолар менән бәйләнеше тарихи сығанаҡтарҙа ла сағылыш таба. Мәҫәлән, уның Польша походында ҡатнашыуы (1771-72 йылдар). Иҫәкәй Садыров Оло Ҡошсо ырыуы Мағаз ауылынан, һуңыраҡ Ләмәҙтамаҡҡа күсәләр – Мәтәй аймағы тип исемләнә, был аймаҡ Мәләкәҫ ауылында бар. Мәләкәҫтәр ҙә Аҙнабикәне үҙ ырыуҙары ҡыҙы тип таный.

Иҫәкәй Садыров 1772 йылда походтан ҡайта, ләкин ул үҙе айырым ауыл – Ҡотошто нигеҙләй, сөнки походтан ҡайт-ҡанда ауылы күсенгән була. Быны И. И. Лепехин яҙмалары буйынса дөрөҫләргә була. Тикшеренеүсенең яҙмаларынан: Оло Аҡа – Ҡыҙылбай – Сал-йоғот һәм Мағаз унан Төрөпкилдегә килә тиелә. Ә Ләмәҙгә теймәй Мағаз аша (Ләмәҙтамаҡтан 1 км юғарыраҡ) үткән булып сыға.

Мирас Иҙелбаев үҙ китабында Юлай улы Салауаттың 17-18 йәштәрендә Ләмәҙгә килеп йөрөүе тураһындағы мәғлүмәтте (халыҡ һүҙенән) яҙып үтә, йәғни атаһы менән күпме йылдар Ҡошсо ырыуы – әсәһе илендә һәм унан кире 1768 йылдарҙа тыуған яғына ҡайтыу-ҙары, һис шикһеҙ, ысынбарлыҡҡа тура килә түгелме? Табылған әлеге архив материалын – “Горная власть и башкиры в XVIII веке” – оло табыш тип танырға кәрәк, сөнки ул замандағы ер һатыуҙағы махинация йәғни 300 һум аҡса өс ауылға бүленһә, ә икенсе тап-ҡыр заводчикка 280 мең һумға һатыуын башҡаса нисек атар- ға була һуң?

Был ҙур булмаған тарихи табыш ярҙамында Салауат Юлаевтың ата-әсәһе тураһындағы мәғлүмәт аша ул замандың ҡай-һы бер мөһим, кәрәкле ысынбарлығына юлыҡтыҡ, тигән ҡарашта ҡалам. Иң мөһиме шул: ике быуат буйы барған тарихи талаш йәғни башҡорт милләтенең үҙ иле азатлығы өсөн көрәшен 1917 йылда Совет власы урынлашҡандан һуң ғына танынылар.

Икенсе төрлө әйткәндә, Рәсәй империяһын ҡолатҡан Февраль революцияһын дауам итеүсе большевиктар В. И. Ленин етәкселегендә Ваҡытлы хөкүмәтте бәреп төшөрөп, Совет власы йәғни пролетариат диктатураһы (эшсе-крәҫтиән хөкүмәте) иғлан итте. Улар киләсәк идара ҡоролошо халыҡ өсөн, милек – дөйөм байлыҡ, тип синыфтарҙы бөтөрөү һәм динде дәүләттән айырыу башланды.

Крәҫтиәндәрҙең 1773-74 йылдарҙағы Пугачев етәкселегендәге ихтилалы Рәсәй тарихында ғәҙел, милли, дөйөм халыҡтар дуҫлығының синфи азатлыҡ өсөн көрәше итеп иғлан ителә. Бында башҡорт милләте иң әүҙем көрәш аренаһына әүерелә йәғни был хәрәкәтте башҡорт старшиналары (милек хужалары) етәкләй һәм колониаль иҙеүгә ҡаршы, баш-ҡорт ерен талауға, заводтар төҙөүгә, урыҫ халҡын күсереүгә ҡаршы көрәш тип аңлайбыҙ. Ә рус крәҫтиәндәре үҙ байҙарына ҡаршы көрәшә. Был ихтилалда ике халыҡтың көрәш маҡсаты ике төрлө була, был иһә ике халыҡ дуҫлығы, туғанлығы идеяһы була аламы тигән һорау тыуа. Был көрәш әле лә бәхәсле, сөнки Рәсәйҙең төп халҡы башҡорт халҡын буй-һонмаҫ халыҡ, тип атай (“баш” – глав, “кире” – упрямый) йәғни “Башкиры упрямый народ” тигән ҡарашта. Шуға ла Салауат Юлаев тарихына ҡарата рус милләтселәре асыҡтан-асыҡ сығыш яһарға тартынмай, ә ябай халыҡ – тарихты аңламағандар – уларға эйәрә.

Мәсетле төйәге биш районды берләштергән Төньяҡ-Көнсығышта урынлашҡан, был төбәкте Салауат төйәге, тип тә атайҙар, сөнки яуҙар ваҡытында ул ошо ерҙә алыша һәм Пугачевты ла крепосҡа (Красноуфим ҡәлғәһенә) тиклем оҙата бара. Ул замандан алып 245 йыл үтһә лә, тарихи ваҡиғалар халыҡ хәтерендә һаҡлана һәм мәңгеләштерелә. Салауат районында геройҙың музейы бар, ә Мәсетле ерендә тарихи урын – Өнташ ҡаяһында (Өфө – Екатеринбург юлында, Сал-йоғот ауылы янында) обелиск ҡуйылған. Унда районыбыҙҙан сыҡҡан яу етәкселәре – старшина, сотник исемдәре мәрмәр ташҡа яҙылған. Тағы ла С. Юлаев булған өс ауыл– Ҡотош, Ҡыҙылбай һәм Аҡа эргәһендәге юл буйҙарына, уның ошо ауылдарҙа булыуына арнап стелалар ҡуйыу планлаштырыла.

Районыбыҙ халҡы үҙ тарихына битараф түгел. Бигерәк тә йәштәргә үткән тарихты еткереү кәрәк, был – өлкәндәрҙең бурысы.

Марат ҒАФАРОВ,

крайҙы өйрәнеүсе, мәғариф ветераны.