Сараға ҡасандыр комсомол исемен ғорур йөрөткән һәм бөгөнгә тиклем комсомол йолаларына тоғро ҡал-ғандар, шулай уҡ райондың йәштәр активы йыйылды.
Тарих уҡытыусыһы Гүзәл Ғилметдинова етәкселегендә Әләгәҙ мәктәбе уҡыусылары комсомол тарихы тураһында фәһемле сығыш әҙерләгән. Улар һуғыш йылдарында батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күр-һәткән, тыныс тормошта хужалыҡтарҙы тергеҙеүгә һәм төҙөүгә ҙур өлөш индергән комсомолдарҙы бүләкләгән ордендар менән таныштырҙы.
Комсомол ойошмаһының элекке ағзаларын Ленин хәрәкәтенең бер быуатлыҡ юбилейы менән район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлназ Ҡадирова ҡотланы. Ул йәштәргә лә мөрәжәғәт итте:
– Бөгөн һеҙҙең уҡыуығыҙ башҡасараҡ, ләкин ул шулай уҡ ҡыҙыҡлы. Һеҙҙең үҙ бурыстарығыҙ, алып барған эштәрегеҙ бар. Тормоштан, аҙаҡ иҫкә алыр өсөн, булған бөтә ҡыҙыҡлы нәмәләрҙе алырға тырышығыҙ. Мин һеҙҙең һәр берегеҙҙең йөрәгендә изгелектең урын алыуын теләйем. Ватанығыҙҙы, республика-ғыҙҙы, ауылығыҙҙы яратығыҙ, ололарҙы хөрмәт итегеҙ.
Байрам хөрмәтенә “Ленин комсомолына 100 йыл” почет ордены менән Галина Чебыкина, Виктор Максимов, Гүзәл Ғилметдинова, Райфат Тәүәкәлов, Николай Корлыханов, Радик Вәлиев, Рәфҡәт Хәмәтуллин, Люциә Закирйәнова һәм Гөлназ Ҡадирова бүләкләнде. “Бөйөк Октябрь социалистик революцияһына 100 йыл” миҙалы менән: Евгения Паначева, Любовь Корягина, Юрис Сафиуллин һәм Людмила Южанинова.
Артабан сарала ҡатнашыу-сылар хәтирәләре менән уртаҡлашты.
– Мин ВЛКСМ-дың Мәсетле райкомында 1974-1978 йылдарҙа секретарь-мәктәп бүлеге мөдире булып эшләнем. Уҡытыусылар һәм уҡыу-сылар араһында пионер һәм комсомол эштәрен ойоштороуға яуаплы инем. Эшем үтә лә ҡыҙыҡлы һәм төрлө булды. Комсомолға ҡабул итеү тантаналы уҙа торғайны. 14 йәштәре тулған егет һәм ҡыҙҙар матур кейенеп, күтәренке кәйеф менән район үҙәгенә килә, бер аҙ тулҡынланалар ҙа. Шулай уҡ металлолом, макулатура, дарыу үләндәрен йыйыуҙы ойошторҙоҡ. Ул йылдарҙа беренсе тапҡыр районда “Зарница” һәм “Алтын шайба” уйындарын үткәрҙек. Нимә генә эшләмәнек. Эш иртәнән кискә тиклем ҡайнаны. Йәйге, пионер лагерҙарын, илебеҙҙең төрлө ҡалаларына экскурсиялар ойоштороу ҙа минең өҫтә ине, – ти ике тапҡыр ВЛКСМ Үҙәк комитетының маҡтау грамотаһы менән бүләкләнгән Люциә Закирйәнова.
Районыбыҙ комсомолецтарының тормошо ҡыҙыҡлы һәм бай йөкмәткеле була. Хәҙерге йәштәребеҙгә шундай ойошманың ни тиклем етешмәүен бөгөн барыһы ла аңлай. Ләкин, бер нимәгә ҡарамаҫтан, районыбыҙҙа йәш быуындың иң әүҙем вәкилдәре берләшергә тырыша. Әле районда балалар һәм йәш- тәрҙең ирекмәндәр берләшмәләре – “Берҙәмлек” һәм “Йәш мәсетле” клубтары, “Бергә” район йәмәғәт йәштәр ирекмәндәр хәрәкәте берекмәһе, “Юнармия” хәрби-патриотик клубы бар, белем биреү учреждениеларында юғары класс уҡыусылары советтары, пионерҙар хәрәкәте эшләй.
Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто ҡарамағындағы “Берҙәмлек” инструкторҙар клубы активистары Рәсәй мәктәп уҡыусылары хәрәкәтенең барлыҡҡа килеү тарихын һөйләне һәм бөгөн йәштәрҙең ни менән йәшәүен сәхнәләштереп күрһәтте.
Юбилейға ижади бүләк сифатында район мәҙәниәт һарайы артистары комсомол тарихының данлыҡлы биттәренә арналған бер нисә йыр башҡарҙы.
Әйткәндәй, 29 октябр-ҙә, комсомолдың юбилей көнөндә, Өфө Конгресс-холында “Главное, ребята, сердцем не стареть!...” тантаналы сараһы үтте, унда Мәсетле районынан да вәкилдәр: муниципаль район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлназ Ҡадирова, комсомол ветераны Роза Һаҙыева, Йәштәр үҙәге директоры Лилиә Орлова булды.