Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тарихыбыҙ биттәре
3 Сентябрь 2018, 17:11

Совет заманы рухы

Редакцияла беҙ осраҡлы ғына ҙур ҡыҙыл альбом таптыҡ. Ул бында күптән һаҡлан-ған, күрәһең.

Беренсе биттә “Эстафета трудовых рапортов колхозов и совхозов Мечетлинского района БАССР в честь 100-летия со дня рождения В. И. Ленина. Проводится в соответствии с постановлением Бюро РК КПСС. Начата 13.02.1970 года” тигән яҙыу бар.

Альбомда һүрәтләнгән осор-ҙан һуң 50 йылға яҡын ваҡыт үтеп киткән. Ул осор фотографияларын ҡарау бик мауыҡтырғыс. Фотола – хужалыҡ алдынғылары һәм колхозсы-ударниктар, ер һөрөүселәр, һауынсылар, рәйестәр һәм бригадирҙар. Үҙенсәлекле социаль ҡатлам – 1990 йылдарҙа йәшәүҙән туҡтаған колхоздар крәҫтиәндәренең фотоһүрәттәре иғтибарҙы йәлеп итә. Бында шулай уҡ 70-се йылдарҙа файҙаланыуға тапшырылған, хәҙер инде күптәре емерелеп юҡҡа сыҡҡан биналарҙың фотографиялары бар.

Колхоз һәм совхоздарҙың эш күрһәткестәре каллиграфик яҙыу менән тултырылған. Һәр береһенең һуңында яуап-лы кешеләрҙең ҡултамғалары ҡуйылған.

Үткәндәр тураһында күберәк белеү – һәр кемдең теләгелер, моғайын. Ата-бабалары ниндәй уй-теләктәр менән йәшәгәнен, нимәләргә ирешергә ынтылғанын аңлап, хәҙерге быуын уларҙың шатлыҡ һәм мәшәҡәттәр менән тулы көндәлек тормоштарын, батырҙарса ҡылыҡтарын күрер был альбомда.

Иҫтәлекле ҡомартҡы райондың крайҙы өйрәнеү музейына тапшырылды.

Эльвира БАҺАУЕТДИНОВА.