Хәрби-тарихи тикшеренеүҙәр ғилми-белем биреү үҙәге директоры, Башҡорт дәүләт университеты доценты Р. Н. Рәхимов һәм уның авторҙашы Е. П. Ковредованың “АКВАРЕЛЬ “ОСМАН ГУМЕРОВ, КОМАНДИР 11 БАШКИРСКОГО ПОЛКА…”: ЭПОХА, ЧЕЛОВЕК, МУЗЕЙНЫЙ ПРЕДМЕТ” ғилми баҫмаһы 1812 йылғы Ватан һуғышының тарихи ваҡиғаларына бағышланған. Иғтибар үҙәгендә – яҡташыбыҙ, Дыуан-Мәсетле ауылынан сыҡҡан Усман Ғүмәров.
Бородино дәүләт хәрби-тарихи музей-ҡурсаулығы 2013 йылда коллекционер И. С. Павловтан билдәһеҙ рәссамдың “Осман Гумеров, командир 11 Башкирского полка и брат его Абдулл” акварелен һатып ала (һүрәттә). Акварелдәге һүрәт аҫтында немец телендә “Osmann Gomyroff, Commandeur von 11tem Baskiren Regiment und desein Bruder Abdul” тигән яҙыу һаҡланған. Бөгөнгә авторҙың кем икәнлеге асыҡланмаған. 1814 йылда Дрезденда “натуранан башҡарылған” ремаркаһы (иҫкәрмәһе) менән немец рәссамы Карл Адольф Генрих Хесс (1769 – 1849 ) тарафынан акварель буяуҙар менән яҙылған, Brown University (Провиденс, АҠШ) китапханаһында S. K. Ann Brown хәрби коллекцияларында һаҡланыусы шуға оҡшаш гравюраның (50х41 см) булыуы билдәле. 2013 йылда Вена коллекционеры Борис Вильницкий галереяһы тарафынан АҠШ-та һаҡланған картинаға оҡшаш “Башкир, который подарил Гёте свой лук” тигән аңлатма менән гравюра күргәҙмәгә ҡуйыла...