Бөтә яңылыҡтар

Район мәнфәғәтендә эшләнеләр

Үткән быуаттың 30-сы йылдарынан һуң районда һиҙелерлек үҙгәрештәр була. Төрлө йүнәлештәге иптәшлектәр һәм артелдәр барлыҡҡа килә, ваҡыт үтеү менән улар коллектив хужалыҡтарға (колхоздар-ға), сәнәғәт предприятиеларына һәм ойошмаларға әйләнә.

Үкенескә күрә, баҙар мөнәсәбәттәренә күсеү менән, предприятие-ларҙың күпселеге бөтөрөлә. Шуға ҡарамаҫтан, иҡтисади ҡаҙаныштары менән улар район тарихында ҙур эҙ ҡалдырҙы. Шуларҙың береһе – Мәсетле район сәнәғәт комбинаты.

Район энциклопедияһы (2010 йыл-ғы баҫма) мәғлүмәттәренә ярашлы, уға 1944 йылда хәҙерге “Ҡарағай” шифаханаһы территорияһында леспромхоз булараҡ нигеҙ һалына. Ул ағас эшкәртеү, ҡортсолоҡ менән шөғөлләнә, тимерселек, быйма баҫыу цехтары, итек тегеү һәм тире иләү оҫтаханалары була. Шулай уҡ карьер асып, эзбиз яндыралар.

1948 йылда ул комбинат итеп үҙгәртеп ҡорола, контораһы Оло Ыҡтамаҡ һәм Сальевка (хәҙерге Революция урамы) ауылдары араһында урынлашҡан була. Бында таҡта ярыу заводы урынлаштыралар, булған столяр цехын күсерәләр, яғыулыҡ балауыҙы һәм ҡоро балауыҙ, дегет, утын саналары етештерәләр.

1954 йылда районда кирбес заводы төҙөй башлайҙар, унда сәнәғәт комбинаты бригадаһы ла ҡатнаша. Ике йылдан ул ҡулланыуға тапшырыла. Завод етештереүсәнлеге йылына 100 мең дана кирбес тәшкил итә. Артабан комбинаттың төҙөлөш материалдарынан МСО, ПМК-243, ПМК-8, ПМК-9 төҙөлә.

1960 йылдарҙа сәнәғәт комбинатында эзбиз, ағас әйберҙәр эшләү цехтары, бөҙрәхана, сәғәт оҫтаханаһы эшләй, аяҡ кейемдәре ремонтлана һәм тегелә, фотоға төшөрөү һәм фотолар әҙерләү, металл-көнкүреш ремонты, урман етештереү һәм сығарыу бойомға ашырыла, пиломатериалдар, тәгәрмәстәр, ҡоршауҙар, сана табандары, дуғалар, буралар һәм шандар етештерелә.

Илдә райондарҙы берләштереү башланғас, Мәсетле районы Балаҡатай районы составына индерелә. Ул саҡта комбинатты ла Балаҡатай сәнәғәт комбинаты менән берләштерәләр. 1962 – 1965 йылдарҙағы был үҙгәрештәр ике райондың да иҡтисадына кире йоғонто яһай. Шуға күрә өс йылдан райондарға элекке статус-тарын кире ҡайтаралар. Район комбинаты яңынан Мәсетле сәнәғәт комбинатына әйләнә. 1971 йылда бында мебель етештереү цехы төҙөлә.

1975 йылда Мәсетле сәнәғәт комбинаты Башпромкомбинат филиалына әүерелә. 1986 йылдан – “Ағиҙел” художестволы берекмәһе филиалы, 1993 йылдан – “Ағиҙел” берекмәһе дәүләт унитар предприя- тиеһы филиалы, 2000 йылдан – “Ағиҙел” башҡорт художестволы предприятиеһы филиалы.

2006 йылда промкомбинат бөтөрөлә. Әле уның нигеҙендә эшҡыуар В. Скрябин мебель цехы ойошторған.

Төрлө йылдарҙа промкомбинатҡа Н. Ф. Крючков, К. А. Әхкәмов (1945), И. В. Худяков (1945 йылдан), П. И. Попов (1948 йылдан), Н. Рычков (1949 йылдан), В. И. Выскребенцев (1951 йылдан), Н. И. Думинов (1954 йылдан), В. А. Ғәниев (1956 йылдан), И. Е. Парфенов (1962 йылдан), В. С. Вәзиров (1966 йылдан), Д. К. Йосопов (1988 йылдан), М. М. Мәүликәев (1991 йылдан), Ф. Ф. Хәнипов (1992 йылдан), Е. М. Швалев (1997 йылдан), Ф. М. Шәй-хисламов (1999 йылдан), Д. Д. Ғәҙелшин (2001 – 2006) етәкселек итә.

Комбинатта байтаҡ һуғыш ветерандары эшләгән. Улар: филиал директоры, партия ойошмаһы секретары Н. Рычков, пилорамсы Х. Хәйруллин, урман ҡырҡыусы С. Хәлимов. Алдынғылар араһында үҙҙәренең бөтә хеҙмәт юлын комбинатҡа арнаған кешеләр бар: балта оҫталары Ф. Вәхитов менән Н. Белобородов, маляр Л. Вәхитова, урман ҡырҡыусы М. Ғиләзетдинов, Борғатъя урман участкаһы мастеры Ф. Хәнипов.

Марат ҒАФАРОВ,

тыуған яҡты өйрәнеүсе.


Редакциянан: Башҡорт АССР-ы төҙөлөүҙең 100 йыллығы хөрмәтенә район хакимиәте инициативаһы буйынса “Был һинең менән минең яҙмыш” акцияһы башлана. Шуның менән бәйле район Мәҙәниәт һарайында элекке предприятиелар һәм ойошмалар тарихтарына бағыш- ланған саралар үткәреләсәк, улар тураһындағы материалдар район гәзитендә баҫыласаҡ.

Гәзит уҡыусыларҙы һәм әлеге предприятиелар һәм ойошмаларҙың элекке хеҙмәткәрҙәрен үҙҙәренең хәтирәләре менән беҙҙең гәзит биттәрендә уртаҡлашырға саҡырабыҙ.