Ул Беренсе бөтә донъя һуғышында ҡатнашҡан. Фронттан ҡайт-ҡас ауылдаштары, Арый ауылы хал-ҡы, уны волость рәйесе итеп һайлап ҡуя. Бурысына үтә лә яуаплы ҡарап, ең һыҙғанып эшкә тотона олатайым. Арый, Ҡаракүл, Яңы Мишәр, Дыуан-Мәсетле ауылдары ярлыларына таянып, ул совет власы урынлашҡан тәүге көндәрҙән үк тарҡалған крәҫтиәндәрҙе берләштереү өсөн әүҙем эшмәкәрлек йәйелдерә.
Ни менән генә шөғөлләнергә тура килмәй уға ул шомло заманда. Баҫыу-ҙарға сыға, яңы тормош тураһында һөйләп, кулактар тарафынан өркөтөлгән крәҫтиәндәргә дөрөҫ йүнәлеш биреп, рухтарын күтәрә. Ер эшкәртер өсөн бер нәмәләре лә булмағандарға бай кулактарҙың аттарын тартып алып бирә. Алыпһатарҙар менән көрәшә.
Йәш совет иле икмәккә мохтажлыҡ кисерә. Волревком рәйесенә станцияға иген ебәреү өсөн һуңғы сараларға барырға тура килә.
Урындағы халыҡ араһында рә-йестең абруйы үҫә, кешеләр уның йөҙөндә яҡташтарының бәхете өсөн көрәшеүсе ысын етәксене күрә. Ә бындағы байҙар, кулактар, совет власы дошмандары өсөн ул ҡурҡыныслы кешегә әйләнә.
1918 йылдың июнь башында кулактар фетнәһе башлана, ул тотош Златоуст өйәҙен солғап ала. Ҡоторған кулактарға ҡаршы тороу өсөн ойош-ҡанлыҡ, көс һәм ҡоралдар етешмәй. Дошмандар яңы власты ҡанға ба-тыра.
Олатайымдан да үс алалар. Бандиттар, яңы власть дошмандары, уны Мәсәғүт менән Арый ауылы араһында һағалап тороп, туҡмап, үлгәндер инде тип уйлап, канауға ырғытып китә. Ләкин яҡшы кешеләр, ауылдаштары уны табып өйөнә тиклем алып килеп ҡуя. Ул әле тере була. Күҙен дә аса алмаҫлыҡ хәлгә еткергәнсе туҡмалған аталары ятҡан түшәк эргәһендә балалары: алты йәшлек ҡыҙы Зәкиә, дүрт йәшлек улы Хөрмәтулла, ике йәшлек ҡыҙы Бибиәсмә була. Атаһының фажиғәле үлеменән һуң ике ай үткәс, “атай” һүҙен әйтеүҙән мәхрүм булған ҡыҙы Мәмдуха тыуа.
Фетнә башланғанда олатайым түшәктә ята. Дошмандар уны, өйҙән һөйрәп сығарып, ат арбаһына бәйләп Дыуан-Мәсетлегә алып китә. Баш-ҡарма комитеттың башҡа ағзалары менән бергә үлгәнсе туҡмалып Биҙәр тауҙағы шахтаға ырғытыла.
Арый ауылы крәҫтиәне, Дыуан-Мәсетле волревкомының беренсе рәйесе, совет власын ойоштороу һәм нығытыу өсөн барған көрәштә ҡоторонған аҡ кулак бандалары ҡулынан һәләк булған ҡыйыу большевик Хәбибулла Вәлиәхмәтовтың ғүмере шулай өҙөлә. Ә бит ул ни бары 33-сө йәше менән генә барған була.
Ул ваҡиғалар тураһында беҙгә ҡанлы көндәрҙең шаһиты, туғаныбыҙ Алмашәкәр инәй һөйләй торғайны.
Һәр быуын яҙмышы, хатта һәр кешенең яҙмышы – ул тарих. Тарихты белергә кәрәк, уны оноторға ярамай. Үкенескә күрә, ҡайһы бер осорҙо, шул уҡ совет осорон онотторорға тырышыусылар бар. Улар совет власын хурлай, һәр нәмәлә коммунистарҙы ғәйепләй. Халыҡ азатлығы өсөн, ярлыларҙы яҡлап, яҡты тормош өсөн көрәшкән большевиктар ғәйеплеме?! Ғүмер буйы байҙарға эшләп, әҙәмсә йәшәр өсөн, бәхетле тормошҡа өмөтләнеп, совет власы өсөн көрәшкән ябай халыҡтың, уның мәнфәғәтен яҡлап, бай-ҙар, кулактар, уларҙың ялсылары тарафынан үлтерелгән, туҡмалып тереләй ҡәбергә ташланған совет етәкселәренең ғәйебе нимәлә?!
Беҙ уларҙың батырлығын билдәләүҙе оноттоҡ. Кулактар фетнәһе ҡорбандарының фажиғәле һәләк булыуының 70 йыллығын Дыуан-Мәсетлелә билдәләнеләр. Ә һуңынан?
Олатайым һәләк булғандан һуң, большевик ҡатыны тип, Мәүлиха өләсәйемдән дә үс алалар. Өҫтөнә һалҡын һыу һибеп, һалҡын келәттә бикләп тотҡандар. Ана шунан ул ҡаты сирләп, 45 йәшендә донъя ҡуя.
Дүрт бала етем ҡала. Ләкин Совет хөкүмәте уларҙы ташламай. Барыһы ла уҡып, белем ала. Зәкиә Ҡырғыҙ-Миәкә райкомында, һуңынан республика наркомфинында эшләй. Бибиәсмә менән Мәмдуха хаҡлы ялға сыҡҡансы балалар уҡыталар. Тик Хөрмәтулла бабайыбыҙ ғына донъянан иртә китә – Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып, яу яланында ятып ҡала.
Совет власы өсөн көрәштә һәләк булғандар иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәл мәңге торасаҡ, тип ышанабыҙ. Сөнки ул беҙгә үткәнебеҙ, халҡыбыҙҙың бәхет өсөн көрәше хаҡында, тарихыбыҙ тураһында хәтерләтә.
Һүкәттә: Дыуан-Мәсетле ауылында кулактар фетнәһе ҡорбандарына ҡуйылған обелиск.
педагогик хеҙмәт ветераны.