Революцион ваҡиғалар тураһында хәбәрҙәр Устикин ауылына 1917 йылдың ноябрь һуңында килеп етә. Хеҙмәт крәҫтиәндәренең әүҙем ҡатнашлығында, ревком етәкселегендә Крәҫтиән депутаттарының Улус советына һайлауҙар үтә.
Петр Филиппов, Тихон Онкин, Иван Балашов һәм башҡаларҙың инициативалары буйынса Устикиндә хеҙмәт коммунаһы төҙөргә ҡарар ителә. 1918 йылдың 9 апрелендә Петр Филипповтың өйөндә (Беренсе Май урамы, 13а) 13 йорт хужаһы үҙҙәренең тәүге асыҡ йыйылышына йыйыла, унда Бөйөк Октябрь тарафынан бирелгән артабанғы яҙмыштарын хәл итәләр. Йыйылышта Петр Николаевич Филиппов рәйес, Степан Дмитриевич Чусов сәркәтип итеп һайлана, Петр Филипповтың Устикин ауылында коммуна ойоштороу тураһындағы телмәрен тыңлайҙар. Ошонда ысынлап та “берәмләп беҙгә мохтажлыҡ һәм иген ҡытлығы менән көрәшеү мөмкин түгел, айырыуса баҫыуҙарҙы эшкәртеү һәм уларҙы ашлау йәһәтенән. Яңғыҙ эштә ауыл пролетариаты бер ҡасан да килем менән эшләй алмаясаҡ, ә ғәҙәттәгесә – зыянға. Олоһонан алып кесеһенә тиклем бөтөн ғаиләң менән нисек кенә тырышма, нисек кенә эшләмә, ахыр сиктә йыл буйы йә ас, йә туҡ түгелһең, ҡай саҡ дивиденд – аяғыңдағы һуңғы сабатаң юҡҡа сыға. Ярлыларҙың тәҡдире ауыр һәм ҡыуанысһыҙ. Средстволарыбыҙҙы, ә иң мөһиме, берләштерелгән уртаҡ, берлектәге татыу эштәге тере көстө иҫәпкә алып, үҙ-ара мөнәсәбәттә ярлылыҡты юҡҡа сығарыуға һәм һаулыҡты һаҡлауға тура һәм киң юл табабыҙ, был юл – хеҙмәт коммунаһы. Бер-ҙәмлектә – көс. Әйҙә “күп уйлаусы” ҡалын кеҫәлеләр беҙҙең был изге тигеҙлек һәм туғанлыҡ башланғысынан көлһөн – алдағы социализмға беҙ ауыр юлдан барырға ҡарар иттек” тигән ныҡлы фекергә килә. Йыйылыусылар маҡсаттар һәм бурыстар, милек-хужалыҡ шарттарын, коммуна ағзалары хоҡуҡтары һәм йөкләмәләрен билдәләүсе устав ҡабул итә – “Коммуна игенселек, баҡсасылыҡ, малсылыҡ, орлоҡсолоҡ, ҡошсолоҡ, балыҡсылыҡ һәм, ғөмүмән, йәмғиәткә файҙалы булырлыҡ тегеһен йәки быныһын үҙгәртеп, теләһә ниндәй хеҙмәт, тимәк, ҡул йәки машина етештереүенә ҡарамаҫтан, хужалығыбыҙ эргәһендә ниндәй ҙә булһа сәнәғәт менән шөғөлләнә”. Коммунарҙар үҙҙәренең етеш тормошон дөйөм эш өсөн тир түгеүҙә күрә.
Май һуңына уның составына инде 18 ғаилә инә, барлығы 127 кеше иҫәпләнә, уларҙың 66-һы – эшсе, ҡалғандары – балалар һәм ҡарттар. Игенселек буйынса улус коллегияһының 23 апрелдәге дөйөм йыйылышы ҡарары менән С. Д. Чусов рәйеслегендә коммунаға ер участкаһы бүленә: “бирелгән ғариз-намәләрҙе тик сиктәрҙән бүлеп ҡәнәғәтләндерергә, ләкин һис кенә лә баҫыу аша түгел” һәм 17 майҙағы ауыл граждандарының дөйөм йыйылышы менән – “коммунаға участка бүлеүгә ҡаршылыҡтарыбыҙ юҡ”. Ҡарар Крәҫтиән депутаттары советының Устикин ауыл баш-ҡарма комитеты рәйесе К. Филиппов тарафынан раҫланған.
Йәшерен асыу менән күҙәтә юғары кулак-сауҙагәрҙәр ауылдағы үҙгәртеп ҡороуҙарҙы. 1918 йылдың июнь көндәре борсоу-лы була, совет власына ҡаршы заговор әҙерләнә. Йәшерен һүҙ ҡуйышыусылар фетнәнең һәм һәр береһенә яза сараһын билдәләп большевиктар, активистар, коммунарҙарҙан үс алыу-ҙың бөтә деталдәрен алдан планлаштыра. 18 июндә бөтә асыу-ҙары һәм күрә алмаусанлыҡтары тышҡа бәреп сыға. Көн үҙәге тирәһендә сиркәү ҡыңғы- рауҙары бар көсөнә зыңғырлап китә. Сиркәү майҙанына тиҙ арала кешеләр йыйыла башлай, уларҙың бер өлөшө был ҡыңғырауҙарҙың нимәгә саҡырыуын да аңламай. Улус советына бәреп ингән халыҡ төркөмө “ҡан ҡойошто булдырмаҫ өсөн” власть һәм ҡоралдарын тапшырыуҙы талап итә. Коммунарҙар “тыныс” тәҡдимгә ризалаша. Ҡоралдарын тапшырғандан һуң шунда уҡ большевиктар, активистар, коммунарҙар һәм партизандар отряды яугирҙарынан үс алыу башлана. Башына ҡаҙыҡ менән һуғып улустың революцион комитеты рәйесе Тихон Онкинды ергә йығалар һәм туҡмалып бөткән килеш аяҡтарын ат ҡойроғона бәйләп, атты һикертеп саптырып ауыл буйлап һөйрәтеп йөрөтәләр. Иван Балашов – улус советы сәркәтибе, беренсе булып йәмәғәт ҡоҙоғо эргәһендә башына утын ағасы менән һуғып үлтерелә, коммуна рәйесе Петр Филипповты өйөндә ҡулға алып майҙанға килтерәләр. Юл ыңғайына уның арҡаһына ике тап-ҡыр һәнәк менән сәнсәләр һәм ҡанға батырып дөйөм кешеләр өйөмөнә ырғыталар. Киске сәғәт 5-тәр тирәһендә ауыл ситендә ҙур бер соҡор ҡаҙыла, арбаларға тейәп килтереп имгәнеп бөткән, ярым үлек хәлдәге коммунарҙарҙы шунда килтереп ырғыталар һәм ер менән күмеп ҡуялар. Михаил Захаров коммунарҙарҙы язалауҙы туҡтатырға тырышып ҡарай, ләкин төркөм араһынан кемдер уға: “Һин нимә, үҙеңдең шул соҡорға төшөп ятҡың киләме?” – тип ҡысҡыра. Захаров ҡасып ҡотолорға маташа, ләкин атыу тауышы ишетелә, һәм ул пуля тейеп йығыла, уны өйөнә алып баралар һәм тәүлек үтеүгә ул үлә. Бына шулай 10 кеше күмелә, уларҙың күбеһенең әле йәне сыҡмаған була. Совет власы яҡлыларҙы язалау ҡулға алыу һәм 17 кешене Кусаға ебәреү менән тамамлана, уларҙың барыһын да Кусаға китеп барышлай һәм барып еткәс атып үлтерәләр.
Ул көндәрҙә Златоуст өйәҙе совет власына ҡаршы крәҫтиән сығыштары сығанағына әйләнә. Большевиктар, активистар, партизандар отряды яугирҙарынан шундай уҡ үс алыу Үрге Бобин, Оло Аҡа, Дыуан-Мәсетле, Һабанаҡ ауылдарында ла була. Дыуан-Мәсетле ауылының туғандаштар ҡәберендә – 33, Һабанаҡта 27 совет власы активисы ерләнгән.
Оло Ыҡтамаҡ, Дыуан-Мәсетле һәм Һабанаҡ ауылдарында революция дошмандары тарафынан йыртҡыстарса үлтерелгән граждандар һуғышы геройҙарына 1956 йылда тәүге обелискылар ҡуйыла. Был обелискыларҙың авторы – РФ-тың атҡаҙанған архитекторы Барый Кәлимуллин.
Ул алыҫ революция һәм граждандар һуғышы заманынан 100 йыл үткән, ләкин коммунарҙар хаҡындағы иҫтәлек әле лә тере. Күбеһенең исеме ауылдар урамдарына бирелгән, улар тураһындағы документтар һәм хәтирәләр музейҙарҙа һаҡлана, үҫеп килеүсе быуын улар буйынса тикшеренеү эштәре яҙа.