Бөтә яңылыҡтар
Тарихыбыҙ биттәре
22 Февраль 2018, 16:24

Улар “ҡанатлы пехота”ла хеҙмәт иткән

Рәсәйҙең һауа-десант ғәскәрҙәре – уның ғорурлығы, намыҫы һәм даны. 1930 йылдың 2 авгусында Воронеж эргәһендә донъяла беренсе тапҡыр парашют менән 12 кеше ырғый. Десант “Фарман-Голиаф” самолетынан төшөрөлә. Был көн Ҡыҙыл Армияның һауа-десант көстәре тыуған көн булараҡ тарихҡа инеп ҡалған.


Һулдан уңға: Фаиз Искәндәров, Рәсим Ҡлысбаев.



Бөйөк Ватан һуғышында һауа-десант ғәскәрҙәре яугирҙары ҡыйыу һуғышҡан. Оло Ыҡтамаҡ ауылында йәшәүсе Леонид Крючков һауа-десант көстәре составында һуғыш юлы үткән 28 десантсы-мәсетле тураһында материалдар һәм фотографиялар йыйып, район тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейына тапшырҙы. “Мәсетле тормошо”н уҡыусыларға ошо материалдарҙан өҙөктәр тәҡдим итәбеҙ.

Оло Ыҡтамаҡ кешеһе Фаиз Искәндәров хәтирәләренән: “1943 йылдың февралендә йәш мәсетлеләр: Оло Ыҡтамаҡ ауылынан Валентин Зубарев, Григорий Крючков, Михаил һәм Николай Чухаревтар, Александр Ивакин, Һөләймәндән Зәбихулла Йомағужин, Әмирхан Хажиев, Мәғәфүр Хажиев, Ләмәҙтамаҡтан Ҡорбанов, Солйоғоттан Егор Крючков һәм Сабир Булатов, Мәсетленән Ишмөхәмәт Абдуллин, Йыһанур Йәрмөхәмәтов, Мәүлетбай Ғималов, Кесе Ыҡтамаҡтан Иван Ивакин, Крашенинников, Кудрявцев, Әләгәҙҙән Павел Гаврилов, Аҡанан Шамил Хөсәйенов, Рәсим Ҡлысбаев һәм башҡа күптәр Ҡыҙыл Армия сафына алынды. Был ваҡытҡа беҙгә әле 18 йәш тә юҡ ине.

Хәрби әҙерлекте беҙ Краснохолм хәрби-пехота училищеһында үттек. Уны уҡып бөтөргә лә ирек бирмәйенсә беҙҙе Карел-Фин фронты составындағы һауа-десант бригадаһына яҙып ҡуйҙылар. Тәүге һуғыш һынауы Ленинград өлкәһендәге Свирь йыл-ғаһында дошман ҡамауын өҙөү ваҡытында булды. Беҙҙең артиллерия һөжүм итте, “Катюшалар” гөрһөлдәне, Свирь йылғаһының уң яҡ яры ялҡынланып янды, төтәне. Һөҙөмтәлә дошман оборонаһы тар-мар ителде. Еңеү беҙҙең яҡта ине, ләкин ул еңел бирелмәне. Свирҙәге Лодейное ҡалаһы эргәһендә һигеҙ туғандаш ҡәбере ята. Уларҙа өс мең ҡыйыу яугир ерләнгән, улар араһында беҙҙең яҡташтар ҙа бар”.

Тайыш ауылынан икенсе бер десантсы Мансур Вәлиев нисек итеп дуҫтары Биктимер Ғарипов, Нуретдин Мөхәмәтшин, Мөғәфә Хужин һәм Мөғтәбәр Мостафин менән 1943 йылда Ҡыҙыл Армияға алынып, Быҙаулыҡ ҡалаһына ебәрелеүҙәре һәм 2-се Әстрхан хәрби-пехота училищеһы курсанттары булып китеүҙәрен иҫенә төшөрә. 4 ай уҡығандан һуң махсус комиссия буйсан, ныҡлы егеттәрҙе десант ғәскәрҙәренә һайлап ала башлай. Училищенан башҡалар менән бергә ете мәсетле 18-се һауа-десант бригадаһының шәхси составына индерелә, унда хеҙмәт тәүлек әйләнәһенә бара һәм дисциплина үтә лә ҡаты була.

Гвардеец-десантсы Оло Ыҡтамаҡ ауылынан булған Федор Крючков үҙенең 1943 йылдың 20 ноябрендәге хатында түбәндәгеләрҙе яҙа: “Әсәй, мин 6 тапҡыр парашют менән һикер-ҙем. Һикереү буйынса һуңғы занятиелар декабрь һуңында булыр, моғайын”. Гвардия сержанты Федор Крючков 98-се Свирь гвардия уҡсылар дивизияһында 3-сө уҡсылар батальонында санитар сифатында һуғыша. 1945 йылдың мартында ул шәхси ҡораллы биш яралы һалдатты яу яланынан алып сыға, ә үҙе һәләк була.

Десант ғәскәрҙәрендәге хеҙмәтен Оло Ыҡтамаҡ ауылынан Валентин Зубарев хәтеренә төшөрә: “Июндә, беҙҙе, училищелар курсанттарын Мәскәү эргәһендәге Яхрома ҡалаһына килтерҙеләр, унда десант бригадаһы формалаша ине. Бында беҙҙе десантсы сәнғәтенә: парашют менән һикерергә һәм ҡул көрәшенә өйрәттеләр”.

Үрҙә атап үтелгән десантсы-мәсетлеләрҙең күптәре офицер званиеларына ҡәҙәр хеҙмәт итеп, еңеү менән әйләнеп ҡайтҡан.

Нәзирә ӘХКӘМОВА,

тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры.