Бөтә яңылыҡтар
Тарихыбыҙ биттәре
7 Декабрь 2017, 17:55

Мәсетленең бөйөк улы

Мәсетле ере илебеҙгә бик күп танылған, арҙаҡлы шәхестәр биргән төйәк. Уларҙың һаны тиҫтәнән ашып китә. Ғәҙәттә шәхестәрҙе ике төркөмгә бүлеп йөрөтәләр. Беренсе төркөмгә тыуған төйәге менән бәйләнештә булып, изгелек ҡылған, ә икенсеһенә ил алдында оло ҡаҙаныш яулаһа ла, тыуған еренән ситтә булып аралашмай йәшәгән шәхестәрҙе индерергә мөмкин.

Роберт ағай Заһретдиновты тәүге төркөмгә индерәбеҙ, сөнки уның бөтә ғүмере ауылы, районы һәм халҡы менән аралашып үтте. Тере булһа, ул 85 йәшен билдәләр ине.

Ошо арҙаҡлы шәхесебеҙҙе хәтерләп, уның изге эштәрен барлауҙы үҙ бурысым тип һанайым, сөнки уның менән аралашып эшләү бәхете тейҙе.

Роберт ағай – виртуоз ҡумыҙсы һәм ҡумыҙҙа уйнарға өйрәтеүсе. 1997 йылда уның өс: башҡорт, инглиз һәм рус телдәрендә “Школа игры на кубызе” ҡулланмаһы сыҡты. Шулай уҡ Роберт ағай – композитор, өзләүсе, ҡумыҙҙы камиллаштырыусы ла (бер нисә төрөнә патент ала, таныҡлығы музейҙа һаҡлана).

Роберт Абдрахман улы менән 90-сы йылдарҙан һуң, демократик хәрәкәттең шаулы йылдарында, уның районға ҡайтып ҡумыҙ музыка ҡоралын мәктәптәрҙә балаларға өйрәтеү теләген тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашыуым менән үҙемде бәхетле тип һанайым. Сөнки уны 1993-95 йыл-дарҙа бөтә мәктәптәргә оҙатып йөрөнөм, был сара мәғариф планына ярашлы, бүлек мөдире ҡарары менән тормошҡа ашырылды. Ә 1995 йылда район етәкселеге Роберт Заһретдинов исемендәге “Йәш ҡумыҙсылар” бәйгеһен үткәреү ҡарарын сығарҙы. Шулай итеп боҙ ҡуҙғалды: ике йылға бер тапҡыр бәйге ойошторолоп торҙо.

Баҙар шарттарына яраҡлашыу ауыр барҙы, беҙ быны республика һәм район кимәлендә лә татыныҡ. Юғарылағы түрәләрҙең алмашыныуы ижади эшмәкәрлеккә йоғонто яһамай ҡалманы. Был йәһәттән Роберт ағай-ҙың 1997 йылда китап сығарыу тарихын билдәләп үтергә кәрәк. Мәҙәниәт һәм мәғариф министрлыҡтарындағы етәкселектең алмашыныуы менән бәйле, ул китапты нәшер итеү сығымдарын фатирын һатып түләргә мәжбүр була. Роберт ағайға фатир табып йәшәргә тура килә, ә был иһә уның ижадына йоғонто яһамай ҡалмай. Ләкин көслө рухлы яҡташыбыҙ һынманы, икенсе китабы өҫтөндә эшләүен дауам итте һәм районы менән бәйләнеште өҙмәне.

2005 йылда районға яңы етәксе килде. Хакимиәт башлығы итеп Юнир Солтановты тәғәйенләнеләр. Тап шул ваҡытта мәҙәниәткә һәм мәғарифҡа ҡараш ыңғай яҡҡа йүнәлеш алды, тип әйтергә хаҡлыбыҙ, сөнки Роберт ағайҙың теләге ошо йылдарҙа тор- мошҡа ашты. Район йәмәғәтселеге һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, республика кимәлендәге бәйге үткәрергә һәләтле булыуҙарына инанып, Мәҙәниәт министрлығына ҡумыҙ байрамын Мәсетле ерендә үткәреүҙе юллап мөрәжәғәт итте. Һорау яуап-һыҙ ҡалманы, 2007 йылда ҡумыҙсылар конкурсын уҙғарыу планға индерелде. 2009 йылда конкурсҡа тиҫтәләгән өлкә, ҡалаларҙан ике йөҙгә яҡын ҡатнашыусы йыйылып, был сара төбәк-ара бәйге кимәленә күтәрелде.

Ошо ҙур саралар Роберт ағайҙы ҡанатландырҙы. Нисектер бер ул минең ни өсөн ҡумыҙсылар конкурсында күренмәүем тураһында ҡыҙыҡһынды. Мин уға үҙемдең район музейын булдырыу менән мәш-ғүл булыуымды әйткәс, ул тағы ла йәнләнеп китте һәм музейҙың ҡайҙа урынлашасағын белеште лә, әгәр берәй буш бүлмә табылһа, үҙендәге төрлө илдәрҙән йыйылған 40-лап ҡумыҙын тапшырырға әҙер булыуын әйтте. Ә инде ҡумыҙ бәйгеләре тураһындағы материал да теркәлеп барһа, бик бай музей килеп сығасаҡ тине.

Уның теләге тормошҡа ашты. Ә хәҙер, реставрациянан һуң, музей заманса яңы төҫ алды. Ул райондың визиткаһы буласаҡ тигән ҡараш нығый бара. Ә боронғо милли музыка ҡоралын һаҡлап ҡалыу өсөн был ғына етмәй. Балалар сәнғәт мәктәбен кадрҙар менән тулыландырырға, йәш быуынды күпләп уҡытыу, өйрәтеү мөһим. Музыка мәктәбенә уның исемен биреп мәңгеләштереү дөрөҫ булыр ине, минеңсә.

Роберт ағай үҙенең бөйөк эш баш-ҡарғанын аңланымы, юҡмы, уныһы беҙгә билдәһеҙ. Ләкин ул таланты һәм эшмәкәрлеге менән үҙен бөйөк итте. Был хәҡиҡәтте инҡар итеү мөмкин түгел. Эйе, бөйөктәр иҫән саҡтарында үҙҙәренең шундай икәнлеген аңламай. Әй төйәге, Мәсетле ере халҡы уның менән хаҡлы ғорурлана һәм оло юҡһыныу кисерә.

Марат ҒАФАРОВ, крайҙы өйрәнеүсе.


Һүрәттә: Район гәзите мөхәррире урынбаҫары Рәйес Юлдашев, Роберт Абдрахман улының ҡатыны – БАССР-ҙың халыҡ артисы

Рәүилә Хажиева, донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы Роберт Заһретдинов, крайҙы өйрәнеүсе, педагогик хеҙмәт ветераны Марат Ғафаров (2013 йыл).

Фото М. Ғафаров архивынан.