Бөтә яңылыҡтар
Тарихыбыҙ биттәре
27 Ноябрь 2017, 02:00

Тракторсынан алып совхоз директорына ҡәҙәр

Совет заманында коллектив хужалыҡтар ауылда мөһим социаль функциялар үтәне. Баш-ҡортостанда үҫемлекселек һәм малсылыҡ менән ныҡлы шөғөлләнгән “Мәсәғүт” совхозы яҡшы билдәле ине. Үткән быуаттың 70–90-сы йылдарында хужалыҡтың яҡшы даны республикабыҙ сиктәренән бик алыҫҡа китте. Бында төп тырышлыҡ уға егерме йылдан ашыу етәкселек иткән директор Борис Ильич Ярушиндыҡы, тип әйтеү һис арттырыу булмаҫ. Хужалыҡ менән етәкселек итеүгә Б. Ярушин ауыл хужалығында утыҙ йыллыҡ эш стажы туплағандан һуң килә.

Хеҙмәт юлын ул 1943 йылда Сталин исемендәге колхозда тракторсынан башлай, шунда уҡ бригадир булып эшләй. Силәбе совет партияһы мәктәбен тамамлап (1966 й.), колхозда баш зоотехник вазифаһын ала. Әле ул саҡта уҡ, ойоштороу һәләттәрен күреп ҡалып, район етәкселеге уға колхоз рәйесе вазифаһын тәҡдим итә һәм ике йыл ул хужалыҡты уңышлы етәкләй. Шуға күрә райондың иң ҙур хужалыҡтарының береһен уға ышанып тапшырыу бер кем өсөн дә көтөлмәгәнлек түгел ине.

Яңы хужалыҡта ул элек осрамаған байтаҡ проблемаларға юлыға. Дәүләт совхоз коллективы алдына яңы бурыстар ҡуя, иген, ит, һөт етештереү һәм һатыуҙы арттырырға кәрәк була. Тик нисек? Хәл итеү юлын бергәләп эҙләйҙәр, әллә нисә тапҡыр партия райкомында, БАССР Ауыл хужалығы министрлығында кәңәшләшәләр. Ҡағиҙә булараҡ, колхоз-совхоздар етәкселәренең күптәре район һәм республика түрәләре менән һүҙ көрәштермәне. Тик Борис Ильич түгел, ул влас-тың төрлө инстанцияларында һәр ваҡыт үҙ фекерен ҡыйыу яҡланы. Маҡсатына ирешеү өсөн уға йыш ҡына, ныҡлы аргументтар килтереп, теге йәки был мәсьәлә буйынса үҙ ҡарашын ҡаты яҡларға тура килгәнен мин үҙем дә яҡшы хәтерләйем. Һөҙөмтәлә совхоз директоры һәм белгестәр производствоны, хужалыҡ эсендәге махсуслашыуҙы үҙ аллы планлаштырыу хоҡуғын алды. Совхоз ауылдары – Әләгәҙ, Ҡыҙылбай, Әй, Сосновка, Мәләкәҫ, Кесе Ҡыҙылбай, Борғатъя, Буртаковкала иҡтисадты күтәреүгә, хужалыҡ хеҙмәтсәндәренең тормош етешлеген яҡшыртыуға йүнәлтелгән ҙур эш башҡарыла. Хужалыҡты алдынғылар иҫәбенә сығарғансы етәкселек һәм, тәү сиратта, директор бик ҙур тырышлыҡ, һөнәри оҫталыҡ һәм ижади осҡорлоҡ күрһәтә.

Әле 1980 йылда уҡ совхоз коллективы 154770 ц иген, 12561 ц картуф, 287 ц йәшелсә, 29682 ц һөт һәм 7975 ц ит етештерә. Был ярайһы уҡ ҙур күләмдәр. Ул йылда совхоз барлығы 4 млн 261 мең һумлыҡ тулайым продукция етештерә. Ә саф килем 1 млн 165 мең 400 һум тәшкил итә.

Ҡыҙыҡлы факт: унынсы биш йыллыҡта район хужалыҡтары 10 млн һум килем ала. Уларҙың 5 млн һумын – район һөрөнтө ерҙәренең ни бары 12 процентын ғына биләгән “Мәсәғүт” совхозы. Ә һөрөнтө ерҙәрҙең яҡынса өстән ике өлөшөн биләгән 11 колхоз 5 млн һум самаһы табыш ала. Күренеүенсә, иҫ китерлек ҡапма-ҡаршылыҡ. Бының артында производствоны интенсификациялауҙың һәм хеҙмәтте ойоштороуҙың төрлө кимәлдә булыуы тора.

Йә булмаһа шундай миҫал. 1975 йылға тиклем йөҙ баш һыйырҙы 70 һауынсы һәм 30 малсы хеҙмәтләндерә. Бер һауынсыға 15-18 һәм бер малсыға 30-35 баш һыйыр тура килә. Һөт етештереүҙе яңы технологияға күсереү менән, һәр машина менән һауыу оҫтаһына һәм малсыға тура килгән йөкләнеш буйынса һауын һыйырҙары уртаса алғанда 65-70 башҡа тиклем арта. Совхоз йыл һайын 1500-1550 быҙау, 5500-5600 сусҡа бәрәсе ала башлай. Хеҙмәт етештереүсәнлеге кинәт күтәрелә, етештерелеүсе продукцияның үҙҡиммәте түбәнәйә. Индерелгән ошо яңылыҡ һөҙөмтәһе булараҡ, малсыларҙың эш хаҡтары арта. Миҫал өсөн, алдынғы һауынсылар ул ваҡытта райкомдың беренсе секретары йәки район башҡарма комитеты рәйесенә ҡарағанда 1,5-2 тапҡыр күберәк ала торғайны.

Тәү ҡарамаҡҡа, Борис Ильич ҡаршы әйткәнгә түҙмәй торған, совхоз эшмәкәрлегенең бөтә мәсьәләләрен үҙ ҡулында туп-лаған ҡараңғы сырайлы кешегә оҡшаһа ла, уның менән яҡынданыраҡ танышҡан ваҡытта мөрәжәғәт иткән һәр кемде уның ниндәй иғтибар менән тыңлауын, үҙенең ҡул аҫтындағыларына нисек ышаныуын, һәр хеҙмәткәренә ҡарата ниндәй ихтирамлы булыуын күреп була ине. Кешеләргә ҡарата тап шундай мөнәсәбәте совхоз директорына коллективты тупларға, хужалыҡ эшенең юғары күрһәткестәрен тәьмин итергә мөмкинлек бирә лә инде. Ирешелгән уңыштары өсөн совхоз коллективы бер нисә тапҡыр РСФСР Министрҙар Советының һәм ВЦСПС-тың Ҡыҙыл байрағы менән бүләкләнә, биш тапҡыр Бөтә Союз ярышында еңеүсе булып сыға.

Республика ярыштарында ла совхоз туғыҙ тапҡыр КПСС өлкә комитетының, БАССР Юғары Советы Президиумының дипломдары, таныҡлыҡтары һәм грамоталары менән билдәләнә. Хужалыҡ районда ла, республикала ла күргәҙмә булып иҫәпләнде. Тәжрибә алырға тип совхозға бөтә республиканан, башҡа өлкәләр-ҙән аграрийҙар килә торғайны. Күрһәтерлек, ғорурланырлыҡ нәмәләр бар ине.

Совхоз юғары рентабелле, килемле хужалыҡҡа әйләнгәндән бирле кешеләрҙе йыл һайын матди дәртләндереү башланды. Бының өсөн хеҙмәт иҫәбен алып барыуҙың баллы системаһы тураһында положение әҙерләнгәйне. Был положение совхоз тормошонда устав булып хеҙмәт итте: уны бүлексәләр, бригадалар, фермаларҙың дөйөм йыйылыштарында тикшереп ҡабул иттеләр һәм ҡәтғи үтәнеләр. Матди һәм рухи дәртләндереү сараһы балдар һанына бәйле ине. Хеҙмәт дисциплинаһын боҙған, эшкә эсеп килгән, ғаиләлә йәки көнкүрештә тәртипһеҙләнгән өсөн хеҙмәткәр дәртләндереүҙәрҙән мәхрүм ителә торғайны. Был хеҙмәт дисциплинаһын, эш ваҡытындағы кеүек эшләмәгән ваҡытта ла коллектив ағзалары араһындағы әхлаҡи климатты шаҡтай күтәрҙе.

Хужалыҡта премияларҙы бүлеү менән хужалыҡ етәксеһенең түгел, ә составына хеҙмәткәрҙәр-ҙең бөтә категориялары вәкилдәре лә ингән махсус комиссияның шөғәлләнеүе лә иғтибарға лайыҡ. Демократияны үҫтереү һәм эшселәрҙең идара итеү, шулай уҡ һәр бер хеҙмәтсәндең хеҙмәткә индергән өлөшөн баһалау-ҙағы субъектив факторҙы кәметеү күҙлегенән был бик мөһим ине.

Совхоз директоры Б. Ярушин һәр ваҡыт үҙенең ҡул аҫтындағыларының мәнфәғәттәрен һәм мохтажлыҡтарын белеүе, иҫәпкә алыуы менән айырылып торҙо. Хужалыҡ етәксеһе булараҡ, ул ҙур коллективының ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләне. Совхоз средстволарына үҙәк усадьбала ғына мәҙәниәт йорто, көнкүреш йорто, сауҙа үҙәге, административ бина, балалар баҡсаһы, бөтә уңайлыҡтары булған егерменән ашыу йорт төҙөлдө, тротуарҙарға, майҙанға асфальт түшәлде һәм башҡалар. Унан тыш, яҡын киләсәктә уйын майҙансыҡтары һәм бассейны булған ябыҡ спорт комплексы төҙөү планлаштырыла ине.

Үҙенә генә хас тыйнаҡлығы тураһында әйтмәһәң, Б. Ярушиндың эшсе портреты тулы булмаҫ, моғайын. Бына миҫал. Нисектер бер Өфөнән алдынғы хужалыҡ тураһында документаль фильм төшөрөү өсөн телевидение төркөмө килә. Борис Ильич уларҙы яҡшы ҡаршы ала, әммә фильмға төшөүҙән ҡырҡа баш тарта.

– Минән башҡа совхозда һәйбәт белгестәр, производство алдынғылары бик күп,– тип ҡул ғына һелтәй.

Икенсе миҫал. Үткән быуаттың 80-се йылдар уртаһында совхозға СССР ауыл хужалығы министры В. К. Месяц килә. Күрелгән менән бик ҡәнәғәт булып, ул директорға эш буйынса йөрөү өсөн заманса япон машинаһы тәҡдим итә. Борис Ильич хеҙмәт машинаһы “Нива”ның барлығына һылтанып, шунда уҡ тәҡдимдән әҙәпле генә итеп баш тарта. Ә бына совхозға ауыр йөк ташый торған үҙбушатҡыстар ҡамасауламаҫ ине, урып-йыйыу мәлендә комбайндарҙан иген тейәү өсөн улар етешмәй. Эйе, совхоз үҙбушат-ҡыстар ала, берәү генә түгел, ә бер юлы бер нисә КамАЗ.

Хужалыҡ етәксеһе булып егерме йылдан ашыу эшләп, Б. И. Ярушин “БАССР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” тигән исемгә лайыҡ булды, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградланды. КПСС-тың Башҡорт-остан өлкә комитеты ағзаһы ине, БАССР-ҙың ике саҡырылыш Юғары Советы депутаты итеп һайланды.

Минең бик күптән инде ауылда тәүге электр уты барлыҡҡа килеп, заманса ауыл клубтары һәм мәктәптәр төҙөлгәс күргән хәл йыш ҡына иҫкә төшә: эскәмйәлә ҡарттар ултыра һәм улар ара-тирә генә фекер алышып ҡуя.

– Бына хәҙер атайҙар ятҡан ерҙәренән торһа, үҙ күҙҙәренә үҙҙәре ышанмаҫ ине. Нимәләр төҙөп бөтөрҙөләр?! Был беҙҙең ауылда түгелдер ул, тиерҙәр ине, моғайын… , – ти береһе икенсеһенә.

Ә хәҙер элекке “Мәсәғүт” совхозы ауылдарында йәшәгән кешеләрҙән йыш ҡына:

– Хәҙер Борис Ильич килеп торһа, емерелгән хужалығын күреп, шунда уҡ йөрәге туҡтап үлер ине, – тигән һүҙҙәрҙе ишетергә була.

Борис Ильич Данко һымаҡ тик бер – “Халыҡ өсөн нимәләр эшләргә?” – тигән уй менән йәшәне һәм эшләне. Үҙенән һуң иң бай хужалыҡ ҡалдырып, ғаиләһен торлаҡлы ла итә алмайынса, тик эш өсөн янып, 1996 йылдың эҫе йәйендә йөрәге ярылып китеп барҙы.

Ғәлимйән КӘРИМОВ,

журналист.