Мәсетле тормошо
+3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тарихыбыҙ биттәре
7 Ноябрь 2017, 02:00
“Ленинский” АПК-һы коммунизм юлбашсыһы исеменә тоғро
Районыбыҙҙағы иң ҙур ауыл хужалығы предприятиеларының береһе “Ленинский” тигән ғорур исем йөрөтә. Был исем – Социалистик революция юлбашсыһына оло ихтирам күр-һәтеү ул. “Ленинский” АПК-һының барлыҡҡа килеү тарихы 1920 йылдан, “Новый свет” коммунаһы ойошҡас, башлана. Тәүге рәйес итеп Иван Чубаров һайлана. Коммунарҙар ҡарамағында сәскес, сапҡыс, бер нисә урғыс була. Бер нисә йылдан ул уртаҡ ер эшкәртеү буйынса “Искра” ширҡәтенә үҙгәртелә. Тотош коллективлаштырыу осоронда уның нигеҙендә “Партизан” колхозы төҙөлә. Уға Оло Ыҡтамаҡ, Кесе Ыҡтамаҡ, Үрге һәм Түбәнге Бобин, Мөслим, Барышовка, Нөгөш һәм Ямаш ауылдары инә. 1951 йылда хужалыҡ Әжекәй ауылы колхозы менән берләштерелә һәм Ворошилов исемендәге колхоз тип йөрөтөлә башлай. Дүрт йылдан ул икегә бүленә: Ворошилов исемендәге һәм Ленин исемендәге колхоздар. Кесе Ыҡтамаҡ ауылы икенсеһенә ҡушыла. Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2017 йылдың 7 ноябрендәге 89-сы һанында уҡығыҙ.
Новости партнеров
Ҡыш ҡасан килә?
Уфимский лимонарий – точка притяжения туристов со всех концов России
Балтачлар аккошлар гаиләсе өчен борчыла