Әҙерләү:
Балыҡты йыуып таҙартып киҫәктәргә бүләбеҙ. Шунан балыҡты әүәләр өсөн ҡатнашма эшләйбеҙ. Онға тоҙ, тәмләткестәр ҡушып бутайбыҙ ҙа, балыҡты әүәләп формаға теҙәбеҙ. Һуғанды ваҡлап майҙа ҡыҙҙырабыҙ.
Артабан соусҡа тотонабыҙ. Ҡаймаҡҡа гәрсис, йомортҡа, туралған әнис, ҡыҙҙырылған һуған һалабыҙ ҙа, һәйбәтләп болғатып балыҡҡа ҡушабыҙ. Өҫтөнә сыр ҡырып духовканы 200 градусҡа тиклем йылытып бешерәбеҙ.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Фото: koolinar.ru