

Хәҙер объектта эштең ҡыҙыу мәле. Белгестәр селтәрҙәр һала һәм һыу алыу майҙансығын төҙөкләндерә. Траншеялар ҡаҙыла, торбалар иретеп йәбештерелә һәм һалына – һыу менән тәьмин итеү системаһының нигеҙе булдырыла. Тейешле 17 километр оҙонлоғондағы торбаларҙың 11 километры һалынған.
Территорияны тергеҙеүгә айырыуса иғтибар бүленә: коммуникациялар һалынғандан һуң, соҡорҙарҙы кире күмеү башҡарыла һәм төҙөлөш ландшафтына йоғонтоһон кәметеү өсөн тупраҡтың уңдырышлы ҡатламы ҡайтарыла.
Бер ыңғайы һыу алыу майҙансығы төҙөкләндерелә: ҡаҙанлыҡтар әҙерләнә һәм ҡоҙоҡтар монтажлана, һыу үткәргес линиялар һалына. Был эштәр – киләсәктә ауыл халҡын һыу менән тотороҡло тәьмин итеү мөмкинлеге биргән төп этап.
Яңы һыу алыу ҡоролмаһы халыҡтың уңайлылығын һәм именлеген тәьмин итеү эшенә етди өлөш индерә. Ышаныслы һыу менән тәьмин итеү системаһы ауыл тормошон уңайлыраҡ, ә коммуналь хеҙмәттәр сифатын юғарыраҡ итәсәк. Урындағы халыҡ эштәрҙең тамамланыуын түҙемһеҙлек менән көтә: тотороҡло һыу менән тәьмин итеү көнкүрештә лә, хужалыҡты үҫтереү өсөн дә, көндәлек эштәр өсөн дә мөһим.
Төҙөлөш барышын яуаплы хеҙмәттәр контролдә тота, ә эштәр графикка ярашлы дауам итә.