Был проект 2024 йылда онлайн тауыш биреү барышында район халҡы араһында иң күп тауыш йыйҙы. Эштәр сентябрь аҙағына тамамланырға тейеш.
Тротуар ауыл үҙәгендә урынлашҡан, унан көн һайын күп һанлы йәйәүлеләр үтә. Подрядсы – “Тепловик” йәмғиәте.
Төҙөкләндереү планы буйынса урамдың ике яғында брусчатканан йәйәүлеләр зонаһы эшләү, эскәмйәләр һәм урналар ҡуйыу, заманса яҡтыртыу ҡаралған. Тротуарҙың яңыртылған участкаһының оҙонлоғо 600 метрҙан ашыу тәшкил итәсәк.
Башҡортостан халҡы 2026 йылда федераль программа буйынса төҙөкләндереләсәк йәмәғәт биләмәләрен һайлауын дауам итә. Ул 12 июнгә тиклем za.gorodsreda.ru берҙәм платформаһында үтә. Республикабыҙҙа 14 йәштән өлкән 540 меңдән ашыу кеше тауыш биргән дә инде. Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова билдәләүенсә, бар халыҡты берләштергән Бөтә Рәсәй тауыш биреүе республика өсөн яҡшы йолаға әүерелде.
– “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты ярҙамында Башҡортостанда 2019 йылдан алып 806 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелде. Был башланғыс төбәк өсөн айырыуса әһәмиәтле, сөнки тарихи үҙенсәлектәрҙе һәм халыҡтың фекерен иҫәпкә алып, торама пункттарҙы үҙгәртергә мөмкинлек бирә, – тип хәбәр итте ул.
Мәсетлеләр өс объекттың береһен һайлай ала: Оло Ыҡтамаҡ ауылында Еңеү паркы, Тракт урамында йәйәүлеләр зонаһы, Әләгәҙ ауылында спорт майҙансығы. Әгәр һеҙ тауыш биреп өлгөрмәһәгеҙ, QR-кодты сканерлағыҙ һәм үҙ фекерегеҙҙе еткерегеҙ.