Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
2 Август 2024, 11:00

Тайыш ауылында уйын комплексы барлыҡҡа килде

Йәйгеһен Мәсетле районы ауылдары йәнләнә, сөнки ҡалаларҙан һәм башҡа райондарҙан ата-әсәһе янына балалары ялға ҡайта. Өләсәләре һәм олаталарын һағынып ейән-ейәнсәрҙәре лә килә.

Тайыш ауылында уйын комплексы барлыҡҡа килде
Тайыш ауылында уйын комплексы барлыҡҡа килде

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, балалар майҙансыҡтары Мәсетле районының барлыҡ ауылдарында ла юҡ. Тайыш ауылында ла шундай хәл ине, махсус майҙансыҡ балалар баҡсаһы ихатаһында урынлашҡан. Ял көндәрендә уның менән ҡулланып булмай.
Шуға күрә ауылдан сыҡ-ҡан Азамат Вәхитов барыһын да үҙ ҡулына алды һәм аҡса йыйыуҙы ойоштороп, үҙе үк бағыусы булып сығыш яһаны. Уның идеяһын күп кенә ауылдаштары хуплап күтәреп алды.
Спорт комплексы мәсет территорияһында ҡуйылған.
Ҡоролманы монтажлауҙа ағалы-ҡустылы Фидан һәм Айбулат Мусакәлимовтар, Рөстәм Ғәйнуллин әүҙем ҡатнашты.
Спорт комплексы Тайыш ауылы халҡы өсөн ял итеү урыны булып тора: хәҙер балалар бәүелсәктә ҡыуанып бәүелә, баскетбол уйнай, турникта шөғөлләнә ала.
Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, йыйылған аҡса мәсет бинаһында ҡуйылған видеокүҙәтеү камераһын һатып алыуға ла етте. Хәҙер ата-әсәләр балаларының ҡайҙалығын, уларға хәүеф янамауын белеп тора.
Ауыл халҡы – берҙәмлектең сағыу миҫалы, улар ҡай-һы бер мәсьәләләрҙе бергәләп хәл итергә мөмкин булыуын иҫбатлай.

Ләйсән АБЗАНОВА.

Автор: