Мәсетле тормошо
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
4 Июнь , 10:20

Булғанды һаҡлайыҡ!

Оло Ыҡтамаҡ ауылының Ленин урамында өс йыл элек “Башҡорт ихаталары” программаһы буйынса ҡуйылған балалар һәм спорт майҙансығы йәш вандалдар һөжүменә дусар булды.

Булғанды һаҡлайыҡ!
Булғанды һаҡлайыҡ!

Зыян итеүселәр тимер ҡойма селтәренең бер өлөшөн тартып сығарған, эскәмйә, бәүелсәк, уйын һәм спорт комплекстары элементтарын ватҡан. Урналар ҙа яраҡһыҙ хәлгә килгән, шунлыҡтан сүп-сар бөтә майҙанға һибелгән.
Был йәмәғәт киңлеген булдырыуға байтаҡ бюджет аҡсаһы сарыф ителде, шулай уҡ мәсетлеләр ҙә эш барышында ярҙам итте. Майҙансыҡ балаларға уйнау һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн төҙөлһә, өлкән йәштәгеләр ҙә унда рәхәтләнеп саф һауала ял итә ине.
Яуызлыҡтың тамыры – балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе дөрөҫ тәрбиәләмәүҙә. Ата-әсәләр яҡшыны ямандан айырырға өйрәтмәй. Үҫмерҙәрҙең ташып торған көсөн йорт һәм хужалыҡ буйынса ярҙам итеүгә, мауығыуҙарға һәм спорт кеүек файҙалы эштәргә йүнәлтергә кәрәк. Йәштәр майҙансыҡтың үҫеп килгән киләһе быуынға уйындар өсөн тәғәйенләнеүе хаҡында уйланһын ине. Дөйөм мөлкәткә һаҡсыл ҡарарға, башҡаларҙың хеҙмәтен хөрмәт итергә һәм ҡәҙерләргә кәрәклеген уларға аңлатыу мөһим.
Әгәр һеҙ вәхшилек шаһиты булһағыҙ, ситтә ҡалмағыҙ: фото йәиһә видеотеркәү үткәрегеҙ, 02 (кеҫә телефонынан 102) номеры буйынса полицияға шылтыратығыҙ йәиһә 8 (34770) 2-00-02 телефоны буйынса Рәсәй Эске эштәр министрлығының Мәсетле районы буйынса бүлегенә мөрәжәғәт итегеҙ (тәүлек әйләнәһенә).
Екатерина ӘМИРОВА.

Булғанды һаҡлайыҡ!
Булғанды һаҡлайыҡ!
Автор: