Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Төҙөкләндереү
27 Октябрь 2023, 05:20

Ауыл биләмәһе тормошонда яҡшы үҙгәрештәр бара

2022 йыл башынан Башҡортостан Республикаһында “Һанлы тигеҙһеҙлекте бөтөрөү” федераль проекты буйынса 100-500 кеше йәшәгән алыҫ ауылдарҙа кәрәҙле элемтә бәйләнеше булдырыу өсөн база станциялары вышкаларын төҙөү буйынса эш башланды. Ауылдар араһында ҡуйыу буйынса сират “Дәүләт хеҙмәттәре” порталында тауыш биреү юлы менән билдәләнә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ауыл биләмәһе тормошонда  яҡшы үҙгәрештәр бараАуыл биләмәһе тормошонда  яҡшы үҙгәрештәр бара
Ауыл биләмәһе тормошонда яҡшы үҙгәрештәр бара

Беҙҙең районда ундай вышкалар Ләмәҙтамаҡ һәм Теләш ауылдарында ҡуйылған да инде, ә бына күптән түгел Ҡорғат ауылында ла эшләй башланы. Элек был ауылда кәрәҙле элемтә сигналын тотоу мөмкин түгел ине. Халыҡ яҡындарына һәм туғандарына заманса элемтә аша шылтыратырға мөмкин булған көндө түҙемһеҙләнеп көттө. Хәҙер ҡуйылған вышка 10 километр радиуста яҡшы сигнал бирә.
Халыҡҡа сим-карта биреү өсөн “Ростелеком” компанияһы белгестәре килде, улар ҡулланыусыларға тариф, бәйләнеш хеҙмәттәре өсөн хаҡтар хаҡында һөйләне һәм буклеттар таратты. Бынан тыш, ауылда хәҙер “МТС” операторы элемтәһе лә тота.
Ҡорғат ауыл биләмәһе “Ҡорғат ауылы шишмәһе биләмәһен төҙөкләндереү” проекты менән “Урындағы башланғыстарға ярҙам-2023” программаһында ҡатнашыу өсөн конкурста һайлап алыу турын уҙҙы.

Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2023 йылдың 27 октябрҙәге 43-сө һанында уҡығыҙ.

Ауыл биләмәһе тормошонда  яҡшы үҙгәрештәр бара
Ауыл биләмәһе тормошонда яҡшы үҙгәрештәр бара
Автор: