Бынан һуң район хакимиәте “Башкиравтодор” менән ремонт эштәрен башҡарыуға килешеү төҙөнө. Быйыл октябрҙә ике көн эсендә Мәсетле юл ремонтлау-төҙөлөш идаралығы Һабанаҡ ауылы үҙәгендә, Мәжит Ғафури һәм Чкалов урамдарында 1100 квадрат метр һәм Йәштәр урамында 400 квадрат метр юлды, шулай уҡ соҡорҙарҙы өлөшләтә ремонтланы.
Эштәрҙе башҡарыуға 1 миллион 400 мең һум самаһы күләмендә аҡса райондың юл фонды средстволарынан бүленгән.
Халыҡ башҡарылған эштән ҡәнәғәт ҡалды. Хәҙер уларҙың урамдары таҙа һәм матур.
Йонос ауыл биләмәһенең Айып ауылында 2023 – 2025 йылдарға территориаль заказ буйынса туҙған асфальт-бетон япма ҡатламын тергеҙеү буйынса эштәр башҡарылды.
Юл япмаһын тергеҙеүгә 1,6 миллион һум аҡса бүленгән. Был аҡсаға 1772 квадрат метр юл япмаһы ремонтланған. Эштәрҙе “Строй-Прогресс” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эшселәре башҡарҙы.
Нурания ӘБДРӘХИМОВА.