Мәсетле тормошо
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
23 Октябрь 2023, 15:10

Обелиск яңыртылды

Абдулла ауылында 1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙарҙың обелискын реконструкциялау тамамланды. Уны тулыһынса һүтеп алып, яңырттылар.

Обелиск яңыртылды
Обелиск яңыртылды

Мемориалға яңы мәрмәр плиталар ҡуйылған, унда Еңеү өсөн ғүмерҙәрен биргән һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға тиңләштерелгән 45 ауылдаштың исеме яҙылған. Мемориал алдындағы майҙансыҡ яңыртылып, бурса менән түшәлгән, шулай уҡ ҡойма буялған.
Һәйкәлде яңыртыу һәм төҙөкләндереү “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Реаль эштәр” проекты ярҙамында мөмкин булды, ремонт эштәренә 66500 һум күләмендә аҡса бүленгән, ҡалған өлөшө урындағы бюджеттан өҫтәлгән. Ремонтҡа бөтәһе 200000 һум самаһы аҡса тотонолған.
Мемориаль таҡтаташ шәхси эшҡыуар Радион Нуретдинов тарафынан эшләнгән. Реставрация эштәренең подрядсыһы – шәхси эшҡыуар Вадим Зәйнетдинов. Ауыл халҡы ла үҙ өлөшөн индергән, улар өмә үткәреп, ҡойманы буяған, һәйкәл территорияһын тәртипкә килтергән.
– Обелиск 1975 йылда төҙөлгән. Уға ремонт талап ителә ине. Мемориал фашизмды еңеүгә өлөш индергән яҡташтарға хөрмәт һәм иҫтәлек булып тора, шуға күрә уны тейешле хәлдә тотоу – беҙҙең бурыс, – ти ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Рәфис Носратуллин.
Яңы обелискыны асыу хөрмәтенә үткәрелгән митингыла Абдулла ауыл биләмәһе халҡы – өлкәндәр һәм мәктәп уҡыусылары ҡатнашты.
Әйтергә кәрәк, “Реаль эштәр” проекты Абдулла ауыл биләмәһендә бишенсе йыл ғәмәлгә ашырыла. Мәҫәлән, 2017 йылда Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған геройҙарға обелиск төҙөкләндерелә, 2018 йылда балалар майҙансығы һатып алына һәм ҡуйыла, 2021 йылда балалар баҡсаһында ишектәр алмаштырыла, 2022 йылда ауыл мәҙәниәт йорто өсөн креслолар һатып алына.
Шулай уҡ “Реаль эштәр” проекты буйынса Ләмәҙтамаҡта быйыл ауыл клубының электр ҡорамалдары капиталь ремонтланған, ә Әләгәҙ ауылы балалар баҡсаһында – ҡойма, Яңы Мишәрҙә ауыл мәҙәниәт йортоноң сәхнәһе яңыртылған.
Ләйсән АБЗАНОВА.

Автор: