Мәсетле районы хакимиәте “Уралмостострой” акционерҙар йәмғиәте менән килешеү төҙөй. Реконструкцияға ике йыл бирелә, тамамлау 2025 йылдың июль аҙағына билдәләнгән. Эштәр Башҡортостан Республикаһы бюджетынан финанслана.
Күпергә илткән юлдар менән бергә юлдың оҙонлоғо 118 метр, шул иҫәптән күперҙең үҙ оҙонлоғо 44,2 метр тәшкил итә. Подрядсы күперҙе һүтергә, 21 урҙа һәм тоташтырыусы төҙөлөш тороҡтарын монтажларға, һыу ағыҙғыс һәм юл япмаһын төҙөргә, юл буйы ҡоймалары, юл билдәләре ҡуйырға, юлға билдә һалырға тейеш. “Башкирэнерго” һәм “Башинформсвязь” компанияларына ҡараған элемтә линияларын күсереү, ташҡынға ҡаршы саралар, тупраҡты биологик яңыртыу ҙа ҡаралған. Ремонт эштәре барышында башҡарыусы урау юл ойоштора. Һыу аша сығыу ҡулайламаһының гарантия ваҡыты 8 йылға билдәләнгән.
“Уралмостострой” акционерҙар йәмғиәте Силәбелә 1994 йылда ойошторолған. 2019 йылда компания Өфө ҡалаһына күсә. Ойошманың Баш-ҡортостанда, Пермь крайында, Силәбе һәм Ҡурған өлкәләрендә алты филиалы бар.