Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Төҙөкләндереү
4 Август 2023, 07:30

Ауыл исемдәрендә хаталар

Һуңғы ваҡытта Мәсетле районы халҡы ҡайһы бер ауылдар янында хаталы атамалар менән күрһәткестәр ҡуйылыуына шаһит булды. Мәҫәлән, Әләгәҙ ауылының русса исеме “Элегазово”ға әйләнгән, Ләмәҙтамаҡ ауылы – “Лемек-Тамак”, Һабанаҡ ауылын күрһәткән билдәлә “а” хәрефе төшөп ҡалып, “Һабнак” булған, “ҡ” хәрефе урынына “к” яҙылған.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ауыл исемдәрендә хаталарАуыл исемдәрендә хаталар
Ауыл исемдәрендә хаталар

Әлегә тиклем билдәләрҙә ауылдарҙың исемдәре дөрөҫ яҙылған булған.
Был хәлгә Мәсетле районы хакимиәтендә аңлатма бирҙеләр:
“Кропачево – Мәсәғүт – Әчит автомобиль юлы Башҡортостан Республикаһы Юл хужалығы идаралығы балансында тора, юл билдәләрен ҡуйыу – уларҙың бурысы. Беҙ был ведомствоға ошо хаталарҙы күрһәтеп, уларҙы төҙәтеүҙе һорап мөрәжәғәт иттек”.
P.S. Дыуан районында ла яҙыуҙар хаталы.

Автор: