Бындай тәҡдим менән хаҡлы ялдағы Фәниә Аллаярова сыға. Уның әйтеүенсә, быйыл майҙа уҡ йыйылышта ауылдаштарына зыярат биләмәһендә өмә үткәрергә тәҡдим итә. Йәйгеһен бөтәһенең дә мәшәҡәттәре күп, уның нисек үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалаһың. Шуға ла халыҡ был ығы-зығынан бер аҙ арынғас эшкә тотонорға ниәтләй.
Фәниә апай ауыл яҙмышына битараф булмағандарға матди ярҙам һорап мөрәжәғәт итә. Улар ҡойма өсөн аҡсаны күмәкләп йыя. Был эштә берәү ҙә вайымһыҙ ҡалмай, барлыҡ ауылдаштар үҙ өлөшөн индерә.
– Шуны ла билдәләп үткем килә, бөгөнгө көндә Өфө ҡалаһында йәшәүсе элекке “Комсомолец” колхозының партком секретары Атлас Камалов, шулай уҡ Златоуст ҡалаһынан Дим Әхмәтйәров ҙур ярҙам күрһәтте, – ти Фәниә Фәнәүи ҡыҙы.
Фәниә апай үҙе 10000 һум күсергән, был – пенсионер өсөн ҙур сумма. Шулай итеп, 115 мең һум йыйылған. Ошо суммаға төҙөлөш материалдары, буяу, бензин, солярка һатып алынған. Ремонт эштәрен көн һайын 20 кеше башҡарған. Алһыу һәм Инсаф Шакировтар төҙөлөш материалдары менән ярҙам күрһәткән. Дамир Әхмәтшин үҙенең тракторын тәҡдим иткән, Айҙар Борханов – бик яҡшы иретеп йәбештереүсе. Шулай итеп, дүрт көн эсендә зыяраттың ҡоймаһы яңыртылған.
Фәниә Аллаярова изге эште башҡарыуҙа битараф булмаған ауылдаштарына рәхмәт белдерә. Киләсәктә ауылдың икенсе осонда урынлашҡан икенсе зыярат ҡоймаһын алмаштырырға ниәтләйҙәр.
Тыуған төйәкте күмәкләп төҙөкләндергәндә генә матурлыҡта йәшәү мөмкин. Барыһы ла үҙебеҙҙең теләктән тора.
Эльзида УСМАНОВА.