Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
14 Октябрь 2022, 10:05

Спорт беҙгә яҡыная

ГТО нормаларын тапшырыуға әҙерләнеү хәҙер ябай һәм еңел Оло Ыҡтамаҡ ауылында “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” Бөтә Рәсәй физкультура-һауыҡтырыу комплексы нормативтарын тапшырыу өсөн бәләкәй майҙансыҡ барлыҡҡа килде. Яңы объект “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” федераль проекты нигеҙендә ҡуйылды.

Спорт беҙгә яҡыная
Спорт беҙгә яҡыная

Майҙансыҡта теләгән һәр кем шөғөлләнә ала. ГТО дәүләт стандарттарын иҫәпкә алып һайлап алынған ҡорамал ярыштарға һәм нормативтар тапшырыуға бөтә яҡтан әҙерләнеү мөмкинлеге бирә. Тренажерҙар йыйылмаһы бәләкәй майҙанда урынлашҡан, өҫтәүенә мөмкин булған функциональ йөкләмә лә бар.
– Майҙансыҡта 20-гә яҡын төрлө тренажер: гимнастика ҡорамалдары, төрлө турниктар, оҙонлоҡҡа һикереү өсөн комплекс, сәптәр, һайғау, бурсалар, урам тренажерҙары һәм ГТО нормаларын үтәү өсөн башҡа кәрәкле ҡорамалдар ҡуйылған. Майҙансыҡ махсус резина япма менән ҡапланған, – тип һөйләй Мәсетле районы хакимиәтенең физик культура, спорт һәм туризм буйынса баш белгесе Марат Ханнанов.
Шуны билдәләп үтергә кәрәк: халыҡ инвентарь менән һаҡсыл файҙаланһын өсөн майҙансыҡта видеокүҙәтеү ҡуйылған. Тиҙҙән объект тантаналы асыласаҡ.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: милли проекттар Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин башланғысы менән булдырылған һәм Рәсәйҙең алдынғы фәнни-технологик, социаль-иҡтисади үҫешен тәьмин итеү, йәшәү кимәлен күтәреү, һәр кешенең һәләтен үҫтереү, уны асыу өсөн шарттар булдырыуға йүнәлтелгән.
“Спорт – йәшәү нормаһы” проекты спорт менән даими шөғөлләнеүселәр һанын арттырыу маҡсатында ғәмәлгә ашырыла.
Шул арала
“Комета-спорт” стадионы биләмәһен төҙөкләндереү буйынса эштәр тамамлана.
Июлдә бында “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” программаһы буйынса эш башланды.
“Комета-спорт” стадионын яңыртыу проекты 2021 йылда 02.gorodsreda.ru сайтында берҙәм тауыш биреү барышында иң күп тауыш йыйҙы.
Территория скейт-майҙансыҡ, тротуар, резина япмалы һәм инвентарь менән балалар өсөн уйын майҙансығы, биләмәне яҡтыртыу, спорт һәм башҡа ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Подряд ойошмаһы – “Тепловик” яуаплылығы сикләнгән йәм-ғиәте.
Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА.

Спорт беҙгә яҡыная
Спорт беҙгә яҡыная
Спорт беҙгә яҡыная
Спорт беҙгә яҡыная
Спорт беҙгә яҡыная
Спорт беҙгә яҡыная
Спорт беҙгә яҡыная
Автор:Лариса Михалькова