Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
27 Июль 2022, 09:10

“Комета-спорт”та скейт-майҙансыҡ барлыҡҡа киләсәк

Мәсетле районында Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин башланғысы менән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” программаһын тормошҡа ашырыу дауам итә.

“Комета-спорт”та скейт-майҙансыҡ барлыҡҡа киләсәк
“Комета-спорт”та скейт-майҙансыҡ барлыҡҡа киләсәк

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, әлеге программа сиктәрендә проекттар районда 2018 йылда тормошҡа ашырыла башланы. Дүрт йыл эсендә Оло Ыҡтамаҡ, Оло Аҡа һәм Әләгәҙ ауылдарындағы ял һәм мәҙәниәт парктары яңыртылды. “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә Оло Ыҡтамаҡ ауылында “Башҡорт ихаталары” программаһы буйынса ике күп фатирлы йорт ихатаһы төҙөкләндерелде, шулай уҡ авария хәлендәге торлаҡ фондынан күсеүселәр өсөн күп фатирлы йорт төҙөлдө.
Быйыл “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” программаһында “Комета-спорт” мәҙәниәт һәм ял паркы ҡатнаша. Тап ошо проект 2021 йылда 02.gorodsreda.ru порталында дөйөм Рәсәй онлайн-тауыш биреү барышында иң күп тауыш йыйҙы.
Яңыртылған парк биләмәһендә скейт-майҙансыҡ, тротуар, резина япмалы һәм инвентарь менән йыһазландырылған балалар майҙансығы барлыҡҡа киләсәк. Биләмәне яҡтыртыу, спорт, башҡа ҡорамалдар менән йыһазландырыу ҡаралған.
Подрядсы ойошма – яуаплылығы сикләнгән “Тепловик” йәмғиәте. Контракт суммаһы – 7166624,85 һум.
– Әлеге ваҡытта планлаштырыу эштәре алып барыла, парк майҙансығының нигеҙе әҙерләнә, бордюрҙар урынлаштырыла. Эштәрҙе ағымдағы йылдың сентябрь аҙағына тамамлау ҡаралған, – ти Мәсетле районы хакимиәтенең баш архитекторы Альвина Ахундова.
Быйыл, шулай уҡ, йәмәғәт биләмәләрен һайлау һәм төҙөкләндереүҙең дизайн-проекттары буйынса Бөтә Рәсәй онлайн-тауыш биреү уҙғарылды. Мәсетлеләрҙең күбеһе район үҙәгенең үҙәк майҙанын яңыртыу өсөн тауыш бирҙе.
Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА
әҙерләне.

Автор:Лариса Михалькова